Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2023, 08:47

Туристар ҙа уларға күҙ төбәп килә

Сәй-шәкәрлек кенә аҡса эшләйбеҙ тип...

Резеда Шәңгәрәева фотоһы.
Фото:Резеда Шәңгәрәева фотоһы.

Исламбай ауылынан Мәрғиә менән Тәлғәт Ғәлиуллиндарҙы Бөрйән баҙарына йөрөгәндәр араһында белмәгән кеше юҡтыр. Райондаштарын 25 йыл инде һөт ризыҡтары менән даими тәьмин итә улар.

“Колхоз бөткәс, тәүҙә нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалдыҡ, – тип уҙған быуат аҙағындағы ауыр осорҙо иҫкә төшөрҙө Мәрғиә апай. – Район үҙәгенә барғанда күреп йөрөйөм: баҙарҙа бер нисә кеше үҙе етештергән һөт, ит аҙыҡтарын һата, улар янында йыш ҡына сират та йыйылып китә. “Туҡта, – мин әйтәм, – шулар һымаҡ булдыра алмайбыҙмы ни? Һыйыр бар. Һөт, майын алып сыҡһаҡ, сәй-шәкәрлек кенә булһа ла аҡса эшләй алыр инек...”. Шулай ҡыҙығып киттем дә, ирем менән район үҙәгенә һөт ризыҡтары ташый башланыҡ. Тора-бара был кәсеп тормошо­боҙ­ҙоң айырылмаҫ өлөшөнә әйләнде, хәҙер иһә үҙебеҙ туҡтарға теләһәк тә, клиенттарыбыҙ өҙмәй ҙә ҡуймай йүгертә – заказ биреп кенә торалар. Әле һигеҙ һауын һыйырыбыҙ бар. Уларҙың һөтөн көн дә эшкәртеп, кесе йома һайын район үҙәгенә баҙарға юлланабыҙ. Иртәнге сәғәт 11-гә һатып та бөтәбеҙ”.

Йәш ҡорот, уның шәкәрлеһе, киптерелгәне, ыҫланғаны, эремсек, ҡыҙыл эремсек, ҡаймаҡ, аҡ һәм һары май... Мәрғиә апай был ризыҡтарҙы күберәк заказ буйынса әҙерләй. Мәҫәлән, район үҙәгендәге турист базаһы нәҡ уның һөт аҙыҡтарын һатып ала. Шулай уҡ Бөрйәнгә электән йөрөгән туристар Мәрғиә апайҙы белеп бөткән, килергә сығыр алдынан шылтыратып, заказ биреп ҡуялар. Оҫта ҡуллы йүнселдең ыҫланған ҡороттары республика кимәлендәге сараларға, күргәҙмәләргә лә йыш ебәрелә. Тап ошо милли аҙыҡ төрөн Мәскәүҙән, Якутиянан кил­гәндәр күпләп һатып алып ҡайта.   

“Кешеләрҙе шулай үҙең етеш­тергән таҙа, тәмле ризыҡ менән тәьмин итеп тороу кәсеп кенә түгел, ул күңелгә ҙур кинәнес тә бирә, – ти Мәрғиә апай – Шуғалыр ҙа, 65 йәш менән барһам да, еңел булмаған эште һис туҡтата алмайым”.

Ғәлиуллиндарҙың ике улы ла, тыуған төйәге Исламбайҙа төп­ләнеп ҡалып, матур ғаилә ҡорған: береһендә – дүрт, икенсеһендә алты бала үҫә. Бөрйән районының Аҫҡар һәм Нәби ауылдарынан булған килендәре лә – йүнсел ҡайны-ҡәйнәһенең оло терәге.

“Малды күпләп аҫрағас, бесән дә мул кәрәк, – ти Мәрғиә апай. – Йәй барыбыҙ ҙа – үҙебеҙ ҙә, улдарыбыҙҙың ғаиләләре лә – күмәкләп бесән йыйырға сығып китәбеҙ. Ялан тултырып йөрөйбөҙ. Арабыҙҙа эшкингәненән эшкинмә­гәне күберәк булһа ла, ҡыуып ебәрмәйбеҙ, әйҙә, өйрәнһендәр, бәләкәйҙән һөнәр белеп үҫһендәр, тибеҙ. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең кемеһелер, бәлки, киләсәктә беҙҙең юлды дауам итер, кәсебебеҙгә заманса һулыш бирер – ирем менән икебеҙҙең яҡты хыялыбыҙ инде был”.   

Уңған ғаилә мамыҡ, һөт кәзә­ләре лә тота. Ҡышҡы кистәрҙә тынғыһыҙ Мәрғиә апайҙың ҡулынан бәйләм төшмәй. Өйөндәге ҙур-ҙур диван япмалары ла – үҙенең ҡул эштәре. Өҫтәлдә – район, республика гәзит-журналдары. Ҡышҡы­һын да шау сәскәгә күмелгән гөл­дәре иһә алсаҡ, ихлас, шул ҡәҙәр тырыш хужаларға рәхмәт әйтеп, уңыштар теләп ултырған­дай...

- Дилбәр ИШМОРАТОВА
Бөрйән районы

Читайте нас: