Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2023, 13:01

Тырмаға нисә баҫһаң да…

Ҡайһы бер ғаиләләргә нисек ярҙам итергә лә белмәҫһең.

media.ru
Фото:media.ru

Илгиз бөгөн эштән ҡайтмай оҙаҡланы. Ҡатыны Нәсимә хафалана төштө: “Әллә тағы?..” Шул саҡ улы Артурҙың әйткәне ишетелде: “Әсәй, атайым һаман ҡайтманымы ни?” “Юҡ әле, улым, тиҙҙән ҡайтыр, моғайын...” Уның Артурҙы ла асыуландырғыһы килмәй ине, ул бит былай ҙа күптән инде атаһын яратмай.

– Ҡайтыр һиңә, эйе... Тағы йығылғансы эскәндер инде, – тип һөйләнде Артур. – Ҡалаға, беҙҙең янға йәшәргә күс, тип күпме әйтәм. Тағы йәнеңә тейәсәк хәҙер...

– Ярай инде, етте! – тип ҡул һелтәне Нәсимә. – Бер үк нәмәне күп ҡабатлайһың... Әсәһенә аҡыл өйрәтә, имеш, берәү.

Артур ҙа ҡулын һелтәне лә, үпкәләгән ҡиәфәттә машинаһына ултырып, өйөнә ҡайтып китте.

Нәсимә аш бүлмәһен тиҙ генә йыйыштырып алды ла һыуына биргән итле ашын ҡабат эҫетергә ҡуйҙы, икмәк телеп ултыртты. “Эсәме-эсмәйме – ирҙе барыбер ашатырға кәрәк. Ул аҡса эшләй бит ғаиләһе өсөн...” тип йыуатты ул үҙен. Артуры ни – йәш әле, нимә күргән?! Ел-ямғыр теймәй үҫтерҙеләр, башҡа балалар араһында кәм-хур итмәҫкә, һәйбәт итеп кейендерергә тырыштылар. Бер нисә йыл элек Артур өйләнде, килен дә хәстәрлекле, ипле балаға оҡшаған. Ә артабан нисек булыр тормош – уныһын бер кем дә әйтә алмай, шуға бер кем дә кешене  өйрәтергә хаҡлы түгел, бигерәк тә улы – әсәһен.

Ә Илгиз эскелеккә бирелеп киткән саҡтарында кешелектән сыға, уныһы дөрөҫ инде. Ошо хәл ике-өс ай һайын ҡабатланып тора. Бындай мәлдәрҙә Нәсимә иренең күҙенә бик салынмаҫҡа тырыша, фәҡәт ире иртәнсәк башы ауыртҡанда эсә алһын өсөн компотты күберәк әҙерләй.

Илгиз ғүмер буйы шундай булды, тип әйтеү дөрөҫлөккә тап кил­мәҫ ине. Улар ун биш йыллап татыу йәшәне, бына тигән егет үҫтерҙе­ләр. Тик берҙән-бер көн Илгиз аварияға эләкте, оҙаҡ ҡына дауаханала ятты, һуңынан да өйҙә хәтһеҙ ваҡыт дауаланды. Бына ошо дәүерҙә, йәғни эшләмәй өйҙә ятҡан осоронда, эскелеккә бирелде лә инде.

Дөрөҫ, быға саҡлы ла төшөр­гө­ләй торғайны, тик һирәк һәм ҡунаҡ-фәлән булғанда ғына, әммә ҡаты­нына һәм башҡаларға ҡарата тупаҫ мөғәмәлә иткәне юҡ ине. Ошо авариянан һуң уның холҡо тамам бо­ҙолдо, бәлки, башы йәрәхәтләнеүе лә сәбәпсе булғандыр...

Нәсимә иренең ҡапҡанан ауа-түнә инеүен күрҙе лә, өҫтәлгә ризыҡ ҡуйып, төпкө бүлмәгә үтте. Илгиз, соландағы нәмәләрҙе шалтыр-шолтор килтереп, оҙаҡ ҡына сисенде, өйгә ингәс, өҫтәл янына саҡ килеп ултырҙы ла, ҡалағын тотҡан килеш, Нәсимәне саҡырырға кереште.

– Һин ҡайҙа? Кил әле бында! Мин ниңә бер үҙем ултырам әле?

Нәсимә һаҡ ҡына атларға тырышып инде лә өҫтәлдән алыҫыраҡ ултырғысҡа ҡунаҡланы.

– Ашарға бешергәнһең, ә ни эшләп тоҙо юҡ? Хәҙер тоҙҙо ла йәлләйһеңме ни минән?

Ул мығырҙағанда Нәсимә уның ризыҡты ҡапҡанда ауыҙын сәпел­дәтеүен, ризыҡты бер туҡтауһыҙ  ситкә төшөрөүен, ит киҫәгенең эйә­генә йәбешеп тороуын, икмәкте быс­раҡ ҡулдары (ҡулын йыуманы ла!) менән һындырыуын ҡарап ултырҙы. Күрәһең, ерәнеп ҡарауы Нәсимәнең йөҙөндә лә сағыл­ғандыр, Илгиз кинәт һикереп торҙо:

– Нимә, минән ерәнәһеңме ни, хайуан бисә?!

Ҡатын йүгереп ихатаға сыҡты ла мунсаға инеп бикләнде. Уның өсөн бындай хәлдәр ғәҙәтигә әйләнгәйне инде. Илгиз һүгенә-һүгенә ихата буйлап йөрөнө. Ярай, тынысланыр ҙа йоҡларға тәгәрәр.

Әммә шул саҡ Нәсимә улы Артурҙың тауышын ишетте. Уныһы ҡайҙан килеп сыҡты тағы? Атаһы екеренгәнгә улы ла яуапһыҙ ҡалманы. Шул мәлдә кинәт мылтыҡтан атҡан тауыш яңғыраны. Нәсимә мунсанан йүгереп килеп сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Йә, Хоҙай, бәлә-ҡаза аяҡ аҫтында ғына бит...

Артур – ҡапҡа эргәһендә, ә мылтыҡ тотҡан Илгиз күтәрмәлә баҫып тора ине.

– Туҡта! Атаһы булма! Улың бит, күрмәйһеңме?

Илгиз тауыш яғына боролдо ла мылтығынан атып ебәрҙе. Нәсимә ни булғанын аңғармай ҙа ҡалды шикелле. Тәүҙә ергә йығылды, шунан Артурҙың йән асыуына ҡыс­ҡыр­ғанын, иренең ыңғырашыуын ишетте. Бәхеткә күрә, Илгиз яҙа атҡан булып сыҡты.

Артур ул арала йоҙроҡтары менән атаһын бәргеләй ҙә башлағайны. Ярай әле, тауышҡа күршеләр йүгереп килеп етеп, аралап алып ҡалдылар. Әсәһе өсөн ҡото осҡан Артур атаһын теге донъяға оҙатырға ла мөмкин ине...

Полиция наряды килеп еткәнсе, Нәсимә улына йәһәтерәк ҡайтырға ҡушты. Үҙе ирен тынысландырырға кереште – уныһы нимә ҡыланғанын саҡ аңлап ҡалып, ерҙә үкереп илап ултыра ине. Ахырҙа Нәсимә поли­цияға ғариза бирмәҫкә, ирен хөкөм иттермәҫкә булды. Һораһалар, был хәлгә башҡа сәбәп табыр әле.

Ә иртән ул иренә ҡәтғи рәүештә шулай тине:

– Һин теләһә нимә эшлә, ә мин һинән айырылам. Етте, туйҙым бындай тормоштан...

Башы ауыртыуҙан яфаланған Илгиз бөтә шарттарға ла риза ине, төрмәгә генә ултыртмаһындар, әммә судта ул айырылышырға һис тә риза булмауын белдерҙе. Мировой судья ир менән ҡатынға ярашыу өсөн өс ай ваҡыт бирергә ҡарар сығарҙы.

Был өс ай эсендә Илгиз өлгөлө ғаилә башлығына әйләнде – ара­ҡыны ауыҙына ла алманы, йортта бөтә хужалыҡ эштәрен башҡарҙы, мал ҡараны, ҡатынына яғымлы булды. Һөҙөмтәлә Нәсимә лә ғаризаһын кире алырға хәл итте. Тағы ла һынап ҡарарға булды, ләкин ғаризаны кире алғандың иртәгәһенә үк Илгиз шатлығынан, баҙға төшөп, бер шешә әсетелгән сейә шарабы килтереп сығарҙы. Эскелек тағы башланды, тупаҫ ҡыс­ҡырыуҙар, ҡатынын йәберләү­ҙәр йәнә дауам итте. Нәсимә тағы ғариза алып барып бирҙе. Был юлы ире уны ҡабат һүрелтә алмаясағына ныҡлап ышанғайны инде. Әсәһенең ҡарарын ишеткән Артур уға судҡа саҡлы ҡалала йәшәп торорға тәҡдим итте.

– Юҡ, улым, мин хәҙер үҙемде ҡыйырһытырға бирмәйәсәкмен, – тине әсәһе. – Мин аҡылға килдем инде, беҙ хәҙер атайың менән ят кешеләр.

Судҡа саҡырыу алғас та Илгиз, ғаилә бәхетенән мәхрүм ителәсәген төшөнөп, эсеүҙе ҡырҡа ташланы һәм йәнә өлгөлө, тәртипле иргә әүерелде. Нәсимә тағы икеләнә башланы: эсмәгән сағында уның Илгизенән дә һәйбәт кеше юҡ бит... Ә был айырылышыу уға нимә бирер?.. Ахырҙа, тағы ғаризаһын кире алды. Илгиз ҡатынының тағы үҙен һынар өсөн ваҡыт биреүен көн һайын, сәғәт һайын тигәндәй ялбара ине.

Ике ай ярым ваҡыт үткәс тә, Илгиз йәнә лаяҡыл иҫерек ҡайтты ла судҡа ғаризалар биреп йөрөгән өсөн ҡатынына үс алыу менән янай башланы. Нәсимә йәнә мунсаға инеп бикләнде, сөнки ире, мылтыҡ тотоп, ихата буйлап йүгереп йөрөй. 

Ул арала Артурҙың тауышы яңғыраны – әсәһенең хәлен беле­шергә килгән икән. Илгиз дә улына ҡысҡыра ине. Кинәт нимәнеңдер гөрһөлдәп ауғаны, ыңғырашҡаны ишетелде.

– Арту-ур!

Нәсимә, үҙенә ире яғынан хәүеф янауын уйлап та тормай, улын ҡотҡарырға ташланды. Артур ихатала ерҙә ята ине. Ул арала ҡото осҡан Илгиз дә, мылтығын ташлап, улы янына ашыҡты.

– Нимә эшләнең һин?! Үлтерҙең! Күрә алмайым һине, дөмөк!

Нәсимә иренә ташланырға һәм уның йөҙөн тырнаҡтары менән аҡтарырға әҙер ине.

– Әсәй... Теремен мин, тере...

Артур яйлап ҡына торҙо ла әсәһен ҡосаҡлап алды. Ҡурҡы­шынан тыныслана алмаған Нәсимә уға һыйынды.

– Улым, ант итеп әйтәм – һинең яныңа ҡалаға китәсәкмен! Ант итәм! Был әҙәм янында бер секунд та ҡала алмайым...

– Һин үҙең быға ышанаһыңмы һуң, әсәй?

Эйе, Нәсимә был юлы тап ошолай буласағына ысынлап ышанды: ире уға атһа бер хәл, әммә ғәзиз улҡайына атты бит! Ә ундай енәйәтте ғәфү итергә ярамай!

Артур полицияға ғариза бирҙе, тәфтиш эше башланды. Илгиз тағы эсмәй башланы. Нәсимә был мәлдә ҡалала йәшәй ине инде. Эшкә урынлашырға ла белеште.

Бер уны кибеткә инеп барған ерендә туҡтаттылар. Илгиз! Ҡулына хуш еҫле гөлләмә лә тотҡан.

– Ҡәҙерлем... Ғәфү ит... Һинһеҙ йәшәй алмайым...

Был тарих ир менән ҡатындың сираттағы йәрәшеүе менән тамамланды. “Әсәй, былай булғас, мин ант итәм һәм һине иҫкәртәм – баш­ҡаса атайым менән тормошоғоҙға ҡыҫылмаясаҡмын! Нисек теләйһе­геҙ, шулай йәшәгеҙ! Миңә мөрә­жәғәт итмә!” – тине улы Нәсимәгә.

– Һөйөклөм, башҡа ауыҙыма бер тамсы ла алмаясаҡмын! – тип Илгиз дә ҡатыны алдында ант итте.

Нәсимә артабан барыһы ла һәйбәт булыр тигән өмөт менән йәшәй. Нисек булыр артабан?..

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас: