Күптәрҙең яратҡан йырсыһы, популяр артист Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей) “Рәсәй” телеканалы эфирында үҙенең бала сағы, нисек итеп уңыштарға өлгәшеүе тураһында һөйләгән. Был турала "КП-Өфө" баҫмаһы яҙа.
Билдәле булыуынса, Радик бәләкәй саҡтан атайһыҙ ҡала. Малай был ҡайғыны бик ауыр кисерә. Шул уҡ ваҡытта ошо хәл уның йырсы булып китеүенә лә булышлыҡ итә.
Радиктың әсәһе һөйләүенсә, улы атаһы менән бик йылы мөнәсәбәттә булған. Ир ныҡ сирләгән һәм эшләй алмаған. Бынан егерме йыл элек артистың атаһы был донъя менән хушлашҡан.
– Ирем оҙаҡ китте, Радик быны күреп, белеп торҙо, ауыр кисерҙе. Уның өсөн атаһы иң яҡын кеше ине. Ул үлгәс, оҙаҡ ҡайғырҙы, үҙенә килә алмай йөрөнө, – тигән артистың әсәһе.
Элвин Грей үҙе әйтеүенсә, уның балалыҡ йылдары еңел булмаған, ул һәр ваҡыт аҡса эшләү юлдарын эҙләгән. Радик вагондар ҙа бушатҡан, шешәләр эҙләп табып тапшырған. Ә сәхнәгә сығыу ҡарарын иһә атаһының хыялын тормошҡа ашырыу өсөн ҡабул иткән.
– Атайымды ерләй башлап, ҡулға тупраҡ алғандарын күргәс, уның ысынлап та киткәнен аңланым. Уны башҡа күрмәҫемде белдем. Тик һинең артыңда әсәйең ҡалғанын белгәс, күңелде төшөрөргә ярамай, алға барырға кәрәк икәнлеген аңлайһың, – тигән ул.
Фото: социаль селтәрҙәр.