Үткән йылдың август айында Белорет ҡалаһында йәшәүселәр урамда хәйер һорап йөрөгән 8 һәм 10 йәшлек ике балаға иғтибар итеп, был хаҡта полицияға хәбәр итә. Балаларҙың йәшәү урынына хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре һәм бәлиғ булмаған эштәр буйынса комиссия бара. Уларға бик аяныслы хәлдәрҙе асыҡларға тура килә.
35 йәшлек был ҡатын элек тә комиссияла иҫәптә торған, быға тиклем ике тапҡыр балалары тартып алынған булған. Әсә кеше төҙәлеү юлына баҫып, алкоголизмдан дауаланған, эшкә урынлашҡан һәм ғаиләлә хәл-торош ыңғай яҡҡа үҙгәргән. Әммә бындай тормош оҙаҡ дауам итмәгән, ҡатын тағы ла элекке юлына баҫҡан.
Тикшереү барышында балаларын даими рәүештә туҡмауы, йүнләп ҡарамауы, хәйер һорашырға мәжбүр итеүе асыҡланған. Ә фатирҙа ҡарауһыҙ ҡалдырылған ике йәшлек бәләкәйенең эҫе батареяға тейеп, тәне бешкән.
Был ҡот осҡос хәл буйынса тикшереү тамамланған. Балаларҙың ҙурҙары социаль приютҡа урынлаштырылған, бәләкәйе дауахананың педиатрия бүлегенә һалынған.
Ҡатынды ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү мәсьәләһе ҡарала.
Фото: gcshelp.org