Торин ҡушаматлы бордер-колли Төркиәлә ет тетрәгәндән һуң республикабыҙ ҡотҡарыусылары менән был илгә барып, эҙләү-ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнашты.
Әле кешеләргә изгелек ҡылыусы эт "Минең яғымлы һәм кәрәкле йәнлегем" ("Мой ласковый и нужный зверь") халыҡ-ара премияһына дәғүә итә. Конкурс 20 февралгәсә бара.
Теләге булған һәр кем https://dobrovserdce.ru/#nominanty һылтанмаһы буйынса добровсердце.ру сайтына инеп, 14-се һан аҫтындағы Торинға тауыш бирә ала. Әйҙәгеҙ, беҙҙең этте дәррәү генә алдынғылыҡҡа сығарайыҡ!
Фото: dobrovserdce.ru