Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2023, 21:40

Магнитогорскиға юлланған да юғалған...

Әгәр ҙә был ирҙе ҡайҙалыр күрһәгеҙ, түбәндәге телефон буйынса шылтыратып хәбәр итеүегеҙ һорала. 

Магнитогорскиға юлланған да юғалған...
Магнитогорскиға юлланған да юғалған...

Ирекмәндәр социаль селтәрҙәге сәхифәләрҙә 26 йәшлек Илһам Ялаловты (Илья Ермолаевты) эҙләүҙәре тураһында хәбәр итте.

Ул 1996 йылдың 31 майында тыуған.

Ир 31 ғинуарҙан Әлмөхәмәт станцияһынан Магнитогорск ҡалаһына юлланған һәм юғалған. Илһамдың Силәбе ҡалаһына барыуын планлаштырыуы билдәле.

Билдәләре: оҙон буйлы, ҡара сәсле. Юғалған ваҡытында тубығына тиклем оҙон ҡара пуховик кейгән тип күҙаллана.

Был юғалған кеше тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, 8-800-300-85-99 телефоны буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: