Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2023, 15:40

Премьер-министр Сибай һәм Баймаҡ районы социаль объекттарын ҡараны

Асылған көндән алып, үҙәктә 1200-гә яҡын пациент дауаланған. Уларҙың яртыһынан күбеһе – райондарҙа йәшәүселәр...

Премьер-министр Сибай һәм Баймаҡ районы социаль объекттарын ҡараны
Премьер-министр Сибай һәм Баймаҡ районы социаль объекттарын ҡараны

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сибай ҡалаһындағы һәм Баймаҡ районындағы бер нисә социаль объектты ҡараны.

Андрей Назаров Сибайға эш сәфәре ваҡытында “Урал аръяғы” йоғошло сирҙәрҙе клиника-диагностикалау үҙәгендә булды. Премьер-министр педиатрия бүлеге корпусын ҡараны: палаталарҙа булды, пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре менән аралашты.

- Йоғошло сирҙәр үҙәге ҙур әһәмиәткә эйә. Унда ҡалала ғына түгел, тотош Урал аръяғында йәшәүселәр дауалана. Ә бында барлығы 300 мең тирәһе кеше йәшәй. Яңы үҙәк бер йылға яҡын эшләй. Уны медицина хеҙмәткәрҙәренең һәм пациенттарҙың нисек баһалауын белергә кәрәк, - тине Андрей Назаров.

“Урал аръяғы” йоғошло сирҙәр үҙәге – пандемия башланғандан алып Башҡортостанда сафҡа индерелгән дүртенсе үҙәк. Төҙөлөш 2021 йылдың декабрендә башланды, ә былтыр мартта асылды. Үҙәктә тәүлек әйләнәһенә эшләгән 40 палата һәм 10 реанимация боксы бар. Иң күбе 230 пациентты урынлаштырырға мөмкин. Бында дезинфекциялау, диагностикалау бүлексәләре, лаборатория, дарыухана, ультратауышлы һәм функциональ диагностикалау, эндоскопия кабинеттары, диспетчерҙар бүлмәһе, кислород станцияһы, ҡаҙанлыҡ һәм башҡалар бар.

Асылған көндән алып, үҙәктә 1200-гә яҡын пациент дауаланған. Уларҙың яртыһынан күбеһе – райондарҙа йәшәүселәр. Хәҙер бында, йоғошло сирҙәр бүлексәләренән тыш, соматик сирҙәрҙе дауалау өсөн педиатрия бүлексәһе эшләй. Баш табип Радик Нәҙерғоловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бында уңайлы: йоғошло сирҙәр бүлексәһендә дауаланған бәләкәй пациенттарҙы педиатрия бүлексәһендә дауалап бөтөрөргә мөмкин, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

- Һеҙ ҙур эш атҡараһығыҙ. Пациенттар өсөн дә, үҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн дә яҡшы шарттарҙың булдырылыуы мөһим. Шуға һәр килеп сыҡҡан мәсьәләне яҡын арала хәл итергә саҡырам, - тине Андрей Назаров.

Ошо уҡ көндө Хөкүмәт Премьер-министры Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылындағы 375 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшөн ҡараны. Эштәр бында тамамланыу өҫтөндә. Андрей Назаров ағымдағы уҡыу йылында уҡ ауылдағы балаларҙың парта артына тиҙерәк ултырыуы өсөн эштәрҙе яҡын арала тамамларға ҡушты.

Фотолар, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20216/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: