Дәүләкәндән 11 бала әсәһе Светлана Шабалина ауыр тормош хәлендә ҡалған: ул шәкәр диабеты менән сирләй, бер бөйөрөн алдырған, шулай уҡ умыртҡа һөйәгендә етди проблемалар башланған. Ҡатын ауыр операция үткәргән һәм әлеге ваҡытта аяҡҡа баҫыу өсөн реабилитация үтеүгә мохтаж. Ошо проблемалар арҡаһында Светлана һул яҡ аяғын тоймай тиерлек.
Әсәйҙәренә нисек тә булһа ярҙам итеү теләге менән балалар һабын эшләп һатырға ҡарар иткән. Өлкәндәре Варвара “Һабынлы йөрәк” ("Мыльное сердце") тигән төркөм төҙөгән, ә һатыу эше менән 11 йәшлек Пелагея идара итә. Өйҙә үҙ ҡулдары менән эшләнгән һабындарҙы һатыуҙан йыйылған аҡсаны балалар әсәйҙәренә тип һалып бара.
- Ул саҡта мин дауаханала ята инем. Балаларымдың миңә ярҙам итеү өсөн ошо эшкә тотоноуын белгәс, илап ебәрҙем. Изге күңелле, аңлаған балаларым булыуы – шатлыҡ та, ғорурлыҡ та. Әлбиттә, күпселек һатып алыусылар – таныштарыбыҙ, - ти Светлана.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com/myufa