-2 °С
Ҡар
Өфө рәссамы Евгения Сковарт республика картаһында Мортаза Рәхимовтың портретын төшөргән. Ул үҙ эшен Башҡортостандың беренсе президенты вафат булғандан алып 40 көнгә арнаған. Был ысулды Британия рәссамы Эд Файрберн уйлап тапҡан.
«Мин һәр саҡ шулай төшөрөп ҡарарға теләгәйнем, ләкин тейешле герой, көслө һәм әһәмиәтле шәхес булманы. Рәхимов иһә Башҡортостан өсөн әһәмиәтле фигура һәм мәңге уның тарихында ҡаласаҡ. Шуға күрә портрет өсөн республика картаһы һайланды», - тигән Евгения Сковарт.
Фото: "Башинформ"