Йәмғиәт
20 Февраль 2023, 08:15

Үҙәктәр тағы өс ҡалала асыласаҡ

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәктәре ойошторола

Үҙәктәр тағы өс ҡалала асыласаҡҮҙәктәр тағы өс ҡалала асыласаҡ
Үҙәктәр тағы өс ҡалала асыласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ кәңәшмә барышында республика Хөкүмәтенә һәм муниципалитет башлыҡтарына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың туғандарына ярҙам итеү өсөн учреждениелар ойоштороу тураһында йөкләмә бирҙе. Үҙәктәр Өфөлә, Нефтекамала һәм Сибайҙа булдырыласаҡ. Быға Стәрлетамаҡтың тәжрибәһе миҫал булып тора, унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәге асылғайны. Был өлгө тураһында кәңәшмәлә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов һөйләне.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы һүҙҙәренсә, бынан алда гуманитар ярҙам ҡаланың төрлө учреждениеларында йыйылған. Предприятиелар, ойошмалар, битараф булмаған кешеләр гуманитар ярҙам килтергән, уның күләме үҫеүен дауам иткән. Посылкалар йыйыу пункттарында тәртип урынлаштырыу талап ителә башлай. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандары һәм яҡындары юридик консультацияларға мохтаж. Шуға күрә, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәген булдырыу идеяһы тыуа ла. Был – “берҙәм” тәҙрә принцибы буйынса эшләгән тәүге берҙәм үҙәк.

Үҙәктә “берҙәм тәҙрә” тәртибендә яугирҙәрҙең туғандары һәм яҡындары, шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре волонтерлыҡ, консультация, юридик һәм медицина-психологик ярҙам ала аласаҡ. Бынан тыш, бында ошо ярҙамды күрһәтергә теләүселәр ҙә мөрәжәғәт итә ала.

– Өфөлә бина табығыҙ. “Берҙәм Рәсәй”ҙең башҡарма комитетын алырға мөмкин, унда минең кабинетым бар. Тағы ҡайҙан табырға була, уйлағыҙ. Нефтекамала һәм Сибайҙа ла ҡарағыҙ. Аренда мәсьәләләре тыумаһын өсөн баҙарҙан эҙләргә кәрәкмәй. 1 апрелдә ошондай үҙәктәр асыу буйынса һөҙөмтәләр көтәм. Ҡабатлайым – Өфө, Нефтекама һәм Сибай ҡалалары. Әлегә был етәсәк, артабан ҡарарбыҙ. Белгестәрҙе Стәрлетамаҡҡа ебәрегеҙ һәм коллегаларығыҙҙың тәжрибәһен өйрәнегеҙ, – тине Радий Хәбиров хөкүмәт ағзаларына һәм ҡала башлыҡтарына.

Фото: ГорОбзор. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас