Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2023, 10:00

Легендар ат Керчҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ!

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән Берлинғаса данлы юл үтеп, тыуған яғына ҡайта алған берҙән-бер атҡа һәйкәл ҡайҙа буласаҡ? 

Легендар ат Керчҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ!
Легендар ат Керчҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ!

Миәкә районының Илсеғол ауылы халҡы, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы, Керчь ҡушаматлы легендар атҡа һәйкәл ҡуйырға ҡарар иткән.

Керчь - Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән Берлинғаса данлы юл үтеп, тыуған яғына ҡайта алған берҙән-бер ат. Уны йәнтөйәгенә ҡайтарыуға рөхсәт итеү тураһында бойороҡҡа маршал Буденный үҙе ҡул ҡуя.

Илсеғол ауылы халҡы Керчҡа бәйле яҡты хәтерҙе мәңгеләштереп, йәштәргә шул замандың батырлыҡтарын хәтерләтеп торорлоҡ урын булдырыу тураһында күптән хыяллана. Шуға күрә улар Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы тормошҡа ашырыу өсөн нәҡ ошо изге эштә һайлаған. Ауыл советында әйтеүҙәренсә, һәйкәл төҙөлөшө быйылғы яҙҙа башланасаҡ.

Фото: afisha7.ru 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: