Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2023, 22:00

“Ниндәй исем ҡушабыҙ, ҡоҙағый?..”

Ике өләсәй ҙә, ейәнсәргә хоҡуғы бар икәнлеген белдереп, бер-бер артлы төрлө исемде атай, маҡтай башланы...

“Ниндәй исем ҡушабыҙ, ҡоҙағый?..”
“Ниндәй исем ҡушабыҙ, ҡоҙағый?..”

Ҡыҙсыҡ йәмле яҙҙың һуңғы айында тыуҙы. Үҙе лә ана шул май ҡояшын хәтерләткән кеүек: йөҙөнән йылмайыу сатҡылары китмәгән, хатта туҡтауһыҙ йылмайғандай тойолдо. Ошо бәләкәс эргәһендә бар ғаләм өйөрөлдө, ике бәхетле өләсәй ҙә бәләкәс эргәһенән китмәне.

“Шунан, ҡоҙағый, ейәнсәргә ниндәй матур исемде ҡушабыҙ?” – тип өндәште атай кешенең әсәһе Зилә.

“Әллә, кем тип кенә ҡушайыҡ икән, ҡоҙағый? Яҙ аҙағы, йәй башы булғас, берәй сәскә исемен ҡушайыҡмы икән әллә? Мәҫәлән, Роза”, – тип яуап бирҙе әсәй кешенең әсәһе Шәүрә.

“Хәҙер һәр бер ҡыҙ баланың исеме тиерлек шул сәскәгә бәйле кеүек. Әйҙә, икенсеһен һайлайыҡ”, – тип асыулы ғына яуапланы Зилә.

“Аңлашылды. Улай булғас, Мәҙинә булһын. Бына тигән исем! Хатта ошондай исемле йыр ҙа бар түгелме?!” – тине Шәүрә.

“Юҡ инде. Булғас атаһының исеме кеүек, “а” хәрефенән башланһын инде”, – тине ҡырт итеп Зилә.

Шулай итеп, ике өләсәй ҙә, ейәнсәргә хоҡуғы бар икәнлеген белдереп, бер-бер артлы төрлө исемде атай, маҡтай башланы.

Сабыйҙың әсәһе Наҙгөл иһә ике өләсәйҙең ошолай бәхәсләшеүен өнәп етмәне. “Хәҙер исем тип һүҙгә килешәбеҙме ни?! Юҡ инде. Былай булмай, ҡыҙымдың өләсәйҙәре татыу һәм беҙгә ныҡлы терәк булһын. Шуға, әйҙә, ниндәй исемде беренсе ишетәбеҙ, шуны ҡушырбыҙ”, – тип, йәш әсә бәхәскә нөктәне ҡуйҙы. Ул бер ҙә шаярырлыҡ хәлдә түгел ине. Өҫтәүенә, уға тәҡдим ителгән исемдәрҙең береһе лә оҡшамағайны...

Күп тә үтмәй, йәш, бәхетле атай ҡайтып инде. “Мә, кәләш, һиңә яратҡан шоколадыңды алып ҡайттым”, – тине. “Юҡ, әлегә миңә ярамай, бала имеҙәм бит”, – тип йылмайҙы йәш әсә. “Мә, был һинең яратҡан шоколадың бит, – тип күстәнәсен һуҙҙы ир, үпкәләгәндәй итеп. – Аленка!”

Ошо ваҡытта йәш әсә ике өләсәйгә боролоп ҡараны ла аптырап ҡалды. Ике ҡәйнәнең дә был хәлгә иҫе китте. “Уф, Аленка тип ҡушабыҙмы инде?”, – тип аптырашҡа ҡалды улар...

Фото: maginarius.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: