Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль 2023, 19:20

“Рәсәйҙә эшләнгән” премияһын алғығыҙ киләме?

Ғаризаларҙы ҡабул итә башланылар.

“Рәсәйҙә эшләнгән” премияһын алғығыҙ киләме?
“Рәсәйҙә эшләнгән” премияһын алғығыҙ киләме?

Башҡортостан халҡы “Рәсәйҙә эшләнгән – 2023” премияһында ҡатнаша ала, ғаризалар ҡабул итеү башланды ла инде. Теләге булған һәр кем 2022 йылдың октябренән һуң тормошҡа ашырылған проектын тәҡдим итә ала. Бының өсөн https://clck.ru/33ZDZ7 һылтанмаһы буйынса тәғәйен форманы тултырырға кәрәк

“Рәсәйҙә эшләнгән – 2023” премияһы – “Сноб” журналының проекты. Унда клубта ҡатнашыусылар, сайтты уҡыусылар, эксперттар һәм редакция рәсәйҙәр тарафынан уйлап сығарылған һәм тормошҡа ашырылған иң яҡшы проекттарҙы һайлай.

Еңеүселәрҙе 11 номинацияла билдәләйҙәр. Быйыл “Рәсәйҙә эшләнгән” премияһы 12-се тапҡырына үткәрелә.

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: