"Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур мөмкинлек бирә. Нуриман районының Байгилде ауыл биләмәһе лә унан уңышлы файҙалана.
Урындағы хакимиәт башлығы Рәзилә Хәлилова әйтеүенсә, йыл һайын ауылдар был программала ҡатнашып килә. Уның ярҙамында социаль яҡтан мөһим булған ҙур ғына мәсьәләләрҙе лә хәл итеүгә өлгәшәләр. Быйыл Сураш ауылы халҡы ошо программала ҡатнашырға ҡарар итеп, уның ярҙамында зыяратты кәртәләү маҡсатын ҡуйған.
Ошо программаны хуплап, сураштар ҡыштың йәмле бер көнөндә “Ҡышҡы уйындар” тип исемләнгән спорт сараһын да ойошторған. Эстафеталарҙа ололар һәм йәштәр етеҙлектә лә, сыҙамлыҡта ла, команда менән эшләй белеүҙә лә үҙҙәрен һынаған. Мәҙәни, спорт сараларындағы һымаҡ, ауылды төҙөкләндереүҙә лә сураштар берҙәм, тип билдәләй ауыл хакимиәте башлығы.
Байгилде ауыл биләмәһенә 11 ауыл ҡарай. Быға тиклемге йылдарҙа ошо программа ярҙамында клуб, балалар баҡсаһы ремонтланған, зыяраттар кәртәләнгән.
Фото: ауыл биләмәһе хакимиәтенән.