Рәсәй билдәле сәбәптәр буйынса Украина биләмәһендә махсус хәрби операция башлағас, илдең хәрби-патриотик йәмәғәт ойошмалары тағы ла нығыраҡ берләште һәм әүҙемерәк эш алып бара башланы. Улар гуманитар йөк йыйыу, уны алып барышыу, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, ветерандар менән эште әүҙемләштереү, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә ҡатнаша. Тик был ҡараш бигүк дөрөҫ тә түгел икән. Баҡһаң, улар электән әүҙем булған һәм даими рәүештә әллә ни күҙгә салынмаған эштәрен башҡарған. Ә һуңғы осорҙа быны халыҡ та йышыраҡ күрә, иғтибар итә башланы.
Бөгөн ошондай ҙур ойошмаларҙың береһе менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул – 1997 йылдың 26 декабрендә 40-сы армияның легендар командующийы, Советтар Союзы Геройы Борис Громов тарафынан Мәскәүҙә булдырылған “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. Ойошма төрлө йылдарҙа дәүләтебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлаған ветерандарҙы берләштергән һәм уларҙан Ватаныбыҙ яҙмышы өсөн янып-көйөп эшләгән дөйөм команда туплаған.
Бынан 20 йыл элек Башҡортостанда ла уларҙың бүлексәһе ойошторола. Уның бөгөнгө етәкселәре – төбәк бүлексәһе етәксеһе Альберт Шаһиморатов, башҡарма комитет рәйесе Андрей Пронин һәм ойошма советы рәйесе Хәйрәт Таҡтаев – өсөһө лә хәрбиҙәр, улар Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан.
Ҡараштары тап килгән, бер маҡсатлы ир-ат килешеп эшләй. Тәүге көндәрҙән үк әүҙем эш башлаған ойошма һәр ваҡыт үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә. Ошо ваҡыт эсендә республиканың ҡала һәм райондарында 35 урындағы бүлексә асыла, дөйөм алғанда, ойошма өс меңдән ашыу кешене берләштерә. Араларында иң әүҙемдәре тип Баймаҡ, Борай, Мәләүез, Сибай, Ҡариҙел, Дәүләкән, Бәләбәй, Илеш, Нефтекама, Күмертау, Салауат, Өфө ҡалаһының Калинин һәм Октябрь райондары һәм Шишмә районының Алкин-2 бүлексәләрен атайҙар.
Быға тиклем дә уңышлы эшләп килгән ойошма, махсус хәрби операция башланғас, тағы ла нығыраҡ әүҙемләшә. Улар яугирҙәргә ярҙам итеүҙең бөтә эштәрендә лә ҡатнаша – егеттәрҙе алғы һыҙыҡҡа оҙатыу булһынмы, гуманитар йөк туплау, уны илтеп ҡуйыу, һәләк булғандарға һуңғы хөрмәт күрһәтеү һәм аҙаҡ ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек күреү, йәрәхәтләнгәндәргә реабилитация менән ярҙам итеүгә тиклем.
Ойошма етәкселеге республикала ветерандар хәрәкәтенә даими ярҙам иткәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, Башҡортостан Хөкүмәтенә һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға рәхмәт белдерә. Шулай уҡ уларҙың хеҙмәттәшлеге “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы, алдынғы ветерандар ойошмалары, предприятиелар һәм учреждениелар менән дә бәйле.
Бөтә Рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының эшмәкәрлеге биш төп йүнәлештән тора. Даими рәүештә ошо йүнәлештәр буйынса рейтинг төҙөлә һәм алдынғы төбәк бүлексәләре билдәләнә. Бында Башҡортостан һуңғы биш йылда һәр саҡ тәүге егерме ойошма рәтендә. Айырыуса йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиә йәһәтенән уңыштары ҙур. Улар “Юнармия”, хәрби-патриотик клубтар һәм кадет кластары менән әүҙем эшләй. Бөгөн 18 хәрби-патриотик клуб, алты эҙәрмәндәр отряды, туғыҙ спорт клубы һәм секциялар, 93 кадет класы өҫтөнән шефлыҡ алғандар.
Тарихи хәтерҙе һаҡлау эшенә лә ҙур иғтибар бүленә. Уларҙың ветерандары ҡатнашлығында Ватанды һаҡлаусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса бик күп саралар тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, 2022 йылда ғына 24 һәйкәл, 56 мемориаль таҡтаташ асылған, өс хәтер аллеяһы барлыҡҡа килгән.
Беҙҙең гәзит ойошманың советы рәйесе Хәйрәт Рәшит улы Таҡтаев менән осрашты. Ул – был ойошмаға осраҡлы килеп эләккән кеше түгел, ә хәрби тәжрибәһе булған, Афған һуғышында ҡатнашҡан элекке һалдат. Бар ғүмерен йәмәғәт эшмәкәрлегенә арнаған ул. Хәйрәт Рәшит улы Хәйбулла районының Ҡыпсаҡ ауылында тыуып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Егет уҡыу йортон уңышлы тамамлай һәм бер йыл һайлаған белгеслеге буйынса ауылда эшләп тә өлгөрә. 1986 йылда Совет Армияһы сафына саҡырыла һәм был уның тормошон тулыһынса үҙгәртә. Яҙмыш елдәре уны тәүҙә Үзбәкстандың Термез ҡалаһына килтерә.
– Учебкаға килгәс, кис менән беҙҙе теҙеп ҡуйҙылар ҙа, “Һеҙгә ғәскәри разведкала хеҙмәт итеү һәм Афғанстан Республикаһында интернациональ бурысығыҙҙы үтәү хөрмәте тейҙе. Әгәр кемдер ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында булдыра алмаһа, алға бер аҙым яһағыҙ...” – тинеләр. Әммә беҙҙең арала ундайҙар юҡ ине, – тип хәтерләй ул.
Бында ярты йыл эсендә ул яңы һөнәр үҙләштерә: Ғәскәр разведкаһы тау уҡыу үҙәгендә уҡыған, 3-сө класлы разведчик булған.
Афғанстанға улар 1987 йылдың майында барып етә. Ошо ваҡыттан алып 1988 йылдың июненә тиклем йәш һалдат илдең көнсығышында урынлашҡан Нангархар провинцияһының Джелалабад ҡалаһында 66-сы айырым мотоуҡсылар бригадаһында хеҙмәт иткән. Хәрби операцияларҙа ҡатнаша. Улар араһында “Магистраль” армия операцияһы, Асадабад гарнизонын сығарыу һәм башҡалар. Шулай уҡ рядовой Таҡтаев колонналарҙы оҙатыуҙа – Ҡабулда, Сурубиҙа, Асадабадта даими ҡатнаша. Шул ваҡытта, моғайын, күп тапҡыр ҡатмарлы хәлдәр тыуғандыр, әммә геройыбыҙ тормошондағы хәрби мәлдәрҙе иҫенә төшөрөргә яратмай...
“Беҙгә бурыс ҡуйҙылар, беҙ уны үтәнек. Шул саҡта хеҙмәт иткән егеттәр менән әле лә бәйләнеште өҙмәйбеҙ, унда төрлө илдәр вәкилдәре бар ине, бөтәһе менән дә һаман аралашабыҙ”, – тип кенә әйтте ул.
Һуңғы айҙа һалдат афған халҡына гуманитар ярҙам таратыуҙа ҡатнашҡан. Бер нисә БМП-ла граждандарға өҫ, аяҡ кейеме, башҡа кәрәкле тауарҙар таратҡандар. Уларҙы бик шатланып ҡабул иткәндәр. “Гуманитарка”лар ҙур булмаған состав менән юлға сыҡҡан, ләкин бер ҡасан да уға һөжүм итмәгәндәр.
– Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 1988 йылдың 15 майында старт бирелә, һәм ул тап беҙҙең бригаданан башланды. 25 майҙа совет-афған сиген үттек һәм хәрби хеҙмәтемде башлаған Термезға оҙатылдыҡ, – тип хәтеренә төшөрә ул.
Хәйрәт Таҡтаев ҡалған айҙарҙа Приморье крайында хеҙмәт итә, 1988 йылдың октябрь аҙағында өлкән сержант дәрәжәһендә демобилизациялана һәм тыуған яғына ҡайта. Киләһе йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына уҡырға инә. Университетта уҡыған ваҡытта студенттар – яугир-интернационалистар тарафынан ойошторолған “Ҡыҙыл йондоҙ” клубы рәйесе була.
Һәр ваҡыт әүҙем, кеше яҙмышына битараф булмаған ир-ат – әле лә әүҙем ҡарашлы кеше. Ҡораллы Көстәрҙең абруйын һаҡлау, йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләү, республикала үҫеп килгән быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү эшендә һәр саҡ ҡатнаша. Ветерандар ойошмаларын туплауҙа булышлыҡ итеп, республикабыҙҙа хәрби хәрәкәттәр, хәрби хеҙмәт ветерандарының һәм һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаиләләре төбәк йәмәғәт ойошмалары берекмәһен һәм 18 төбәк йәмәғәт ойошмаһын берләштергән “Башҡортостан ветерандар ойошмалары берләшмәһе” ассоциацияһын ойоштороусыларҙың береһе булып тора.
2013 йылдың октябренән “Башҡортостан ветерандар ойошмалары берләшмәһе” ассоциацияһының башҡарма секретары вазифаһын биләй. Уның башланғысы менән Ассоциацияның йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе асыла, унда ветерандарға һәм уларҙың ғаиләләренә бушлай юридик консультациялар ойошторола. Шулай уҡ Хәйрәт Рәшит улы – “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан республика бүлексәһе Советы рәйесе, реабилитациялау-һайлау комиссияһы рәйесе лә. Комиссия бик мөһим һәм кәрәкле эште башҡара – ул хәрби хәрәкәт ветерандарын һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларын һауыҡтырыу һәм реабилитация үтеү өсөн һайлап алыуҙы, документтарҙы рәсмиләштереүҙе һәм йүнәлтеүҙе тәьмин итә.
2017 йылдан Башҡортостанда “Хәрби туғанлыҡ” Бөтә Рәсәй ветерандар йәмәғәт ойошмаһының “Ветерандарҙы комплекслы реабилитациялау” проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның маҡсаты – хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға, һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙың ғаилә ағзаларына социаль һәм медицина ярҙамы күрһәтеү.
”Хәрби туғанлыҡ” уларҙы сифатлы хеҙмәт күрһәткән медицина учреждениеларына һәм шифаханаларға дауалауға һәм реабилитациялауға ебәрә. 2017 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем 300-ҙән ашыу кеше дауаланыуға һәм ял итеүгә ебәрелгән. Быйыл Башҡортостан бүлексәһенә шулай уҡ ветерандарҙы комплекслы реабилитациялау буйынса юлламалар бүленгән. Былтыр октябрҙә иһә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса уларҙың ойошмаһына өҫтәмә юлламалар бирелгән. Был – хәрбиҙәр өсөн дә, уларҙың туғандары өсөн дә һаулығын нығытыу өсөн тағы бер мөмкинлек. Шуның өсөн ойошма республика етәксеһенә рәхмәт белдерә.
– Шуны билдәләп үткем килә: юлламалар бүлексәнең йыллыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса бүленә, – тине Хәйрәт Рәшит улы. – Ойошма ағзаларын шифаханаға ебәреү “Хәрби туғанлыҡ”та әүҙем эшләгән өсөн дәртләндереү сараһы булып тора. Федераль бюджет иҫәбенә бүленгән юлламаларҙы беҙ рейтинг нигеҙендә алабыҙ, йәғни йыл һайын Рәсәйҙең иң яҡшы егерме төбәк бүлексәһе исемлегендә урын биләйбеҙ.
Хәйрәт Таҡтаев “Быуындар хәтере” хәйриә фонды менән берлектә “Хәрби туғанлыҡ” тормошҡа ашырған башҡа проект хаҡында ла һөйләне.
– “Ҡыҙыл ҡәнәфер” проекты сиктәрендә хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына һәм ветерандарына, һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына адреслы ярҙам күрһәтәбеҙ. Мохтаждарға йәшәү өсөн кәрәкле тауарҙар, дарыуҙар, медицина реабилитацияһы ҡорамалдары бушлай бирелә, шулай уҡ социаль-психологик ярҙам күрһәтелә, – тине Афған һуғышы ветераны.
Махсус хәрби операция башланыу менән ойошманың эше тағы ла арта. Геройыбыҙ әйтеүенсә, уларҙың бүлексәһе был хәлдә бер нисек тә ситтә ҡала алмай. Төп эшмәкәрлектәре – гуманитар ярҙам йыйыу һәм уларҙы илтеп биреүҙә ярҙамлашыу. Алыштар барған урында ошо ойошма егеттәре лә бар, шуға күрә лә был эш улар өсөн изге бурыс һанала.
Хәйрәт Таҡтаев Башҡортостандың дүртенсе состав Йәмәғәт палатаһы ағзаһы булған һәм йәштәр сәйәсәте, патриотик тәрбиә, спорт һәм туризм буйынса комиссияларҙа эшләгән, 2019 йылдан – “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының төбәк сәйәси советы ағзаһы. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, “Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған юрисы” исеменә лайыҡ булған. Ә былтыр 8 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Салауат Юлаев орденын алған.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА