Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2023, 08:45

Бала саҡтан табип булырға хыялланған

Яңы пунктта эшләй ул.

“Бар күңелеңде, көсөңдө һалып, ысын йөрәктән башҡаларға ярҙам иткәндә генә фельдшер булып эшләргә мөмкин. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел, сөнки медицина ярҙамы һорап иң тәүҙә фельдшер-акушерлыҡ пунктына киләләр”, – ти Асҡын районынан Рәзғәт Фәрүәзетдинов. Фельдшер тормошон ошондай изге һөнәр менән бәйләгәненә шатланып бөтә алмай.

Асҡын районының Урмияҙ ауылында тыуып үҫкән Рәзғәт Рәүҙәт улы бала сағынан яҙмышын медицина менән бәйләргә хыяллана. Шуға күрә Екатеринбург ҡалаһындағы өлкә медицина училищеһына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Артабан егет әрме хеҙмәтендә Тыуған иле алдындағы мөҡәддәс бурысын үтәй, унда санитар инструкторы була. Һәм тыуған яғына ҡайтҡас та тормошон медицина менән бәйләргә ҡарар итә ул. Шуға Яңы Ҡаҙансы ауылында хеҙмәт урыны тәҡдим иткәстәр, һис уйлап тормай, риза булған Рәзғәт Рәүзәт улы. Өҫтәүенә быйыл ғинуарҙа ғына асылған өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында эш башлау – үҙе бәхет! Унда бөтә уңайлыҡтар булдырылған, халыҡ та бик ҡәнәғәт.

Тағы Асҡын үҙәк район дауаханаһы күптән түгел генә, ғинуарҙа асылған фельдшер-акушерлыҡ пунктына күрше ауылдарҙан да халыҡты хеҙмәт­лән­дереү өсөн автомобиль бүлергә вәғәҙә иткән. Тимәк, йәш белгескә ең һыҙғанып эшләү өсөн тағы уңайлыраҡ шарттар тыуҙырыла. Әле Яңы Ҡаҙансы фельдшер-акушерлыҡ пунктында 430-ға яҡын кеше хеҙмәтләндерелә. Уларҙың 86-һы – балалар, 94-е – өлкән йәштәгеләр.

– Бәләкәй сағымда йыш сирләнем, шуға күп тапҡыр дауаханала ятырға тура килде. Шул ваҡытта медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡарап, ошо тармаҡта эшләү, хирург булыу уй күңелемдә ҡуҙланды. Хәҙер был маҡсатыма өлгәштем, – ти фельдшер.

Әйткәндәй, йәш белгес булараҡ, Рәзғәт Фәрүәзетдинов “Ауыл фельдшеры” программаһында ҡатнашмаҡсы. Был йәһәттән дә уға уңыштар теләйбеҙ.

Яңы Ҡаҙансы ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты “Башҡортостан Республикаһындағы һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” программаһы буйынса төҙөлгән. Бынан тыш та республикала бихисап ФАП-тар төҙөлдө. Был дөрөҫ тә, сөнки тап фельдшерҙар ҙур ҡалаларҙан йыраҡта ятҡан ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтә, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡара.

...Рәзғәт Фәрүәзетдинов эшенән генә түгел, шәхси тормошонан да уңған. Уның бына тигән ғаиләһе бар. Ҡатыны Әлиә менән бер йәшлек ҡыҙы Гөлназ уның һәр көн эштән ҡайтҡанын түҙем­һеҙләнеп көтөп ала. Ашҡынып барыр, ең һыҙғанып эшләр эше, һағынып, ашығып ҡайтыр ғаиләһе бар йәш белгестең. Ошо үҙе бәхет түгелме ни?!

 Айһылыу НИЗАМОВА

Асҡын районы.

 

Читайте нас: