Арабыҙҙа иҫ киткес рухлы, маҡсатлы кешеләр бар. Бөгөн һүҙ шундай шәхестәрҙең береһе – Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рафаил Яхин тураһында. Ул Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлегендә тәүге ойошторолған көнөнән үк ҡатнаша, ә ойошмаға 1999 йылдан етәкселек итә.
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, райондың почётлы гражданы Рафаил Яхин быуат ярымлыҡ тарихы булған башҡорт ауылы Булатйылғала тыуып үҫкән. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1967 йылда “Беүә” совхозында эшсе булып башлаған. Уны төбәктә әүҙем хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, инженер-механик тип беләләр. Рафаил Заян улы 1999 – 2008 йылдарҙа Яңауыл районы хакимиәте башлығы урынбаҫары – ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 2008 – 2015 йылдарҙа Юл йәшелләндереү-төҙөкләндереү муниципаль унитар предприятиеһы директоры булып эшләгән. Әлеге ваҡытта Яңауыл районы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының йәмәғәт советы рәйесе, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының район советы пленумы ағзаһы.
Рафаил Яхин фекерҙәштәре менән “Без – башҡортлар” хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, сөнки Яңауыл районының өс тиҫтәнән ашыу ауылына башҡорттар нигеҙ һалған. Уның әүҙемлеге арҡаһында йәмәғәтселеккә бик күп милләттәштәребеҙҙең, батырҙарыбыҙҙың онотолған исемдәре ҡайтарылды. Тәүге сиратта Бөйөк Ватан һуғышы летчигы Ғәфүр Шарыгин, уның батырлығы тураһында һүҙ бара. Рафаил ағайҙы белгәндәр ошо һыҙаттарын билдәләй: төп эше менән бер рәттән уны һәр саҡ тыуған төйәгенең тарихы ҡыҙыҡһындыра. Тыуған яҡты өйрәнеү өлкәһендәге тикшеренеүҙәре тарихи документтарҙы өйрәнеүгә, шулай уҡ халыҡ менән эшләүгә, яҡташтарының хәтирәләре буйынса үткәндәрҙе тергеҙеүгә нигеҙләнә.
Әйтергә кәрәк, Уран ырыуы вәкилдәренән ул тәүгеләрҙән булып үҙенең шәжәрәһен төҙөгән һәм дуҫтарына, таныштарына өлгө күрһәткән. Рафаил Заян улы әле лә әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеген дауам итә һәм үҙенең позицияһын ошолай билдәләй: “Үҙенең тамырҙарын белмәгән кеше киләсәген билдәләй алмаясаҡ!”
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ул “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына түбәндәге һүҙҙәрҙе еткерҙе:
– Был көн ир-егеттәребеҙ өсөн генә түгел, тотош дәүләт өсөн иҫтәлекле. Беҙ, ир-егеттәр – Ватанды һаҡлаусылар, уның именлеге, тыныс киләсәге өсөн яуап бирәбеҙ. Ошо байрам был хәҡиҡәтте йәнә бер раҫлай.
Үҙемә килгәндә, мәктәпте тамамлағас, ауыл хужалығы институтына уҡырға индем. Хәрби хеҙмәттән кисектереү рөхсәт ителә ине, ләкин институтта уҡыған осорҙа беҙ хәрби кафедрала белем алдыҡ. Унда зенит артиллерия ҡоралдарын ҡулланырға өйрәндек. Кафедра мөдире подполковник ине. Институтты тамамлағандан һуң айҙар буйы хәрби полигонда шөғөлләндек, шунан дәүләт имтихандарын тапшырҙыҡ. Беҙгә офицер хәрби исеме бирҙеләр.
Күп егеттәр ошо дәрәжәне алғандан һуң хәрби хеҙмәткә барырға теләк белдерҙе һәм Ватанды һаҡлау кеүек изге ғәмәлгә профессиональ кимәлдә тотондо. Мәҫәлән, Евгений Осипов исемле һабаҡташым Белоруссияла офицер булып хеҙмәт итте. Хәрби хеҙмәттән отставкаға сыҡҡас, Бобруйск ауыл хужалығы техникаһы етештереү заводында баш конструктор-инженер булып эшләне.
Ринат Һөйөндөков полковник дәрәжәһенә етте, Нефтекама ҡалаһында хәрби комиссар булып эшләне. Бөгөн дә әүҙем эш алып бара.
Владимир Яковлев беҙҙең төркөмдөң старостаһы ине. Ул – подполковник, танк полкы командиры булып хеҙмәт итте. Һуңынан дивизияның бронетанк хеҙмәте начальнигы булды. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 10 йылдан ашыу данлыҡлы “Алексеевка” совхозының баш инженеры булып эшләне. Тағы бер һабаҡташым иһә Мәскәүҙә, илдең Оборона министрлығы генераль штабында полковник дәрәжәһендә хеҙмәт итте.
Үҙемдең ике улым да армия сафында булды. Институтта юғары белем алғас, ил алдындағы бурыстарын үтәнеләр. Әле запаста иҫәпләнәләр.
Һуңғы бер-ике тиҫтә йыл эсендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби әҙерлеккә ҡыҙыҡһыныу кәмеп, институттарҙа хәрби кафедралар бөтөрөлдө, мәктәптәрҙә лә хәрби әҙерлек алып барылманы. Был – бик насар күренеш. Ошо осорҙа илебеҙҙәге ваҡиғалар Рәсәйҙең дошмандары күп булыуын, беҙҙең тыныс һәм тотороҡло тормоштоң уларға тынғылыҡ бирмәгәнен күрһәтте. Дәүләтебеҙҙең нигеҙен, тыныслыҡты ҡаҡшатыу өсөн асыҡтан-асыҡ эш алып барғандарын да тойоп торабыҙ. Шуға уяулыҡты юғалтырға ярамай һәм Ватанды һаҡлау төшөнсәһе изге икәнлекте йәш быуынға аңлатырға тейешбеҙ. Былтыр, мәҫәлән, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышлап, урындағы 1-се мәктәптә хәрби эштәр буйынса конкурстар, ярыштар үтте һәм унда ейәнем Альберт менән хәрби кейемдә сығыш яһап, автомат һүтеп-ҡороп, физик күнегеүҙәр эшләп, хәрби темаларға арналған һорауҙарға яуап биреп, призлы урынға лайыҡ булдыҡ.
Минеңсә, оборонаға ҡағылышлы эштәрҙе бөтә учреждениеларҙа ла көсәйтергә кәрәк. Әгәр илебеҙҙе, Башҡортостаныбыҙҙы һаҡлап ҡалырға кәрәк икән, уяу булырға, Ватанды һаҡларға әҙер торорға тейешбеҙ. Шуның өсөн мәктәптәрҙә башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәрен индереү мөһим, тип иҫәпләйем, – тине Рафаил Заян улы.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА