Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2023, 10:03

Дөйөм эштән ситтә ҡалмайҙар

Яугирҙәргә ярҙам йөҙөнән.

bashkortostan.er.ru
Фото:bashkortostan.er.ru

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Шишмә районындағы урындағы бүлексәһенең Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабы эше менән таныштырыу барышында бүлексә секретары, Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте. Әңгәмә барышында ул район хакимиәте менән Ирекмәндәр штабының яугирҙәргә ярҙам итеү йәһәтенән берлектәге эше тураһында һөйләне.

– Муниципалитет һәм ирекмәндәр генә түгел, тотош район халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, эшҡыуарҙар хәйриә фондын тулыландырыуҙа әүҙем ҡатнаша, был, үҙ сиратында, кәрәкле техник саралар, шәхси гигиена әйберҙәре һәм транспорт һатып алырға мөмкинлек бирә. Әйткәндәй, районда маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса 20 нөктә эшләй. Умартасылар йәмғиәте лә эштән ситтә ҡалманы – әүҙемселәр тоннанан ашыу бал ебәрҙе. Районыбыҙҙа яҡташтарына күңел йылыһын еткереү өсөн мөмкин ҡәҙәр ярҙам итергә тырышҡан кешеләр бик күп, – тине Ришат Мансуров.

Ирекмәндәр штабы секретары Ильвина Байбурина штабтың эше тураһында телмәр тотто.

– Өлөшләтә мобилизация иғлан ителгән көндән үк беҙҙә “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе ҡарамағында хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ирекмәндәр штабы ойошторолдо. Бөтә социаль селтәрҙәр аша уны асыу тураһында иғлан тараттыҡ, шунда уҡ шылтыратыуҙар килә башланы. Мөрәжәғәт иткәндәрҙе тәү сиратта льготалар, посылкаларҙың ҡасан ебәрелеүе, уларға нимә һалырға кәрәклеге борсой ине. Әле иһә көнкүреш мәсьәләләренә ҡағылған үтенестәр күберәк. Беҙ башҡа хеҙмәттәр менән берлектә, урынға барып, тейешле эштәрҙе башҡарабыҙ. Мәҫәлән, ике сабыйы булған ҡатын балаға тәүге кәрәк-яраҡ килтереүҙе һораны, һуңыраҡ уға һөт кухняһынан аҙыҡ-түлек, поликлиниканан бер нисә рецепт алып барҙыҡ, – тине ул.

Хәрби операциялағы Рәсим исемле егеттең әсәһе ирекмәндәр штабына рәхмәт әйтте.

– Улым октябрҙә мобилизацияланды, яңғыҙ ҡалдым. Ҡыйынлыҡтар тыуһа, ирекмәндәр штабына мөрәжәғәт итәм, улар миңә һәр саҡ ярҙамға килә. Кисә мунсаға утын килтерҙеләр, уға тиклем ҡыйыҡтағы боҙҙо төшөргәйнеләр. Иремде ерләгәндә лә ярҙам иттеләр: машина, ҡар таҙартыу өсөн трактор бирҙеләр. Шайморатов ирекмәндәре бик иғтибарлы, һәр саҡ шылтырата, хәлемде белешә. Шуның өсөн уларға ҙур рәхмәт, – тине әсә.

Йәнә бер яугирҙең хәләл ефете, өс сабый әсәһе Әлиә лә штаб ирекмәндәренең уға даими ярҙам итеүе тураһында һөйләне. Улар кәрәкле документтарҙы юллауҙа булышлыҡ иткән, ҡатынды бала табыу йортонан барып алған, янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламаһын ҡуйған, өлкән сабыйын яҡындағы балалар баҡсаһына күсерергә ярҙам иткән.

– Өйҙә электр ҡаҙаны ватылғас, ярҙам һорап ирекмәндәр штабына мөрәжәғәт итергә тура килде. Хакимиәт булышлығында мәсьәләне тиҙ арала хәл иттеләр. Улар яңы ҡаҙан алып ҡуйҙы. Күптән түгел мунсаға утын килтерҙеләр. Әленән-әле шылтыратып, хәлде белешәләр, ниндәй ҙә булһа ярҙам кәрәкмәйме, тип ҡыҙыҡһыналар, – тине Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугиренең ҡатыны Ольга.

Шишмә районының әүҙемселәре, ирек­мәндәре һәм хәлгә битараф булмаған кеше­ләр үҙҙәренең көндәлек эше тураһында һөйләне. Мәҫәлән, ирекмән Ринат махсус хәр­би операциялағыларҙың ғаиләләренә яр­ҙам итә: ҡыйыҡты, йорт ихатаһын ҡарҙан таҙарта, аҙыҡ-түлек килтерә, утын яра, мох­таждарға һәр ваҡыт ярҙам итергә тырыша.

– Көн һайын 10 кубометр самаһы утын ярып, хәрбиҙәрҙең һәм ирекмәндәрҙең ғаиләләренә таратабыҙ. Был йәһәттән беҙгә Шайморатов штабы һәм район хакимиәте ярҙам итә, – тине “Уют” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте рәйесе урынбаҫары Рәдиф Ғаззалов.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы­ларҙың әсәләре лә дөйөм ярҙам сараларынан ситтә ҡалмай.

– Һалдаттарҙың, контрактсыларҙың әсәләре һәм Келәш ауылы халҡы менән ҡалышмаҫҡа, яугирҙәребеҙгә Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итергә булдыҡ. Беҙ маскировка костюмдарын тегәбеҙ. Был йәһәттән район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәре булышлыҡ күрһәтә. Улар эш өсөн селтәрҙәр һәм таҡталар менән тәьмин итте. Буш ваҡытта күптәр ярҙамға килә, – тине яугир әсәһе Гүзәл.

Бынан тыш, төрлө профилле хеҙмәттәр һәм ведомстволар ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм ирекмәндәр­ҙең ғаиләләренең янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итә.

– Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн уҙғарылған иҫкәртеү саралары тураһында мәғлүмәт килә: янғын хаҡында иҫкәртеү ҡулайламаларының эшләү-эшләмәүен тикшерәбеҙ, яңыһын ҡуябыҙ, электр сымдарын ҡарайбыҙ, ғаиләләргә хәүеф янама­һын өсөн инструктаж үткәрәбеҙ, – тине Башҡортостандағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Янғынды иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге инструкторы Ильхомжон Ачилов.

Ирекмәндәр һәм Шишмә районы халҡы  илебеҙҙең именлеген һаҡлаусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә артабан да ярҙам итәсәк. Әйткәндәй, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар өсөн гуманитар ярҙам йыйыу даими ойошторола. Уны “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәләре майҙансыҡтарында урынлашҡан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабына килтерергә мөмкин. Штабҡа көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8 800 201 89 03 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.


Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас: