Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2023, 08:38

Ил һағына баҫа офицерҙар

Улар университетта хәрби һөнәр ҙә үҙләштерҙе.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Өфө фән һәм технологиялар университетында Хәрби уҡыу үҙәген тамамлаған йәш офицерҙарға дипломдар һәм лейтенант погондары тапшырыу тантанаһы үтте.

Был Хәрби уҡыу үҙәгендә уҡырға теләгән йәштәр бик күп, улар махсус конкурс аша һайлап алына. Уҡыу бер нисә хәрби-иҫәп белгеслеге буйынса алып барыла. Университеттағы дәрестәр менән бер рәттән аҙнаһына бер тапҡыр Хәрби уҡыу үҙәгендә лә шөғөлләнеп өлгөрәләр. Мәҫәлән, былтыр июль айында үҙәкте 50-нән ашыу офицер тамамлаған, әле улар барыһы ла Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафтарында уңышлы хеҙмәт итә.

Был юлы тағы ете егет ҡулына диплом һәм лейтенант погоны алды. Улар барыһы ла – Авиация двигателдәре, энергетика һәм транспорт факультеты студенттары.  Буласаҡ ил һаҡсылары биш йыл ярым дауамында авиация комплексы инженеры йүнәлеше буйынса хәрби әҙерлек үткән, хәрби этика ҡағиҙәләрен үҙләштергән.

– Университетҡа ингән мәлемдә үк Хәрби уҡыу үҙәгендә шөғөлләнеү теләге ҙур булды. Тейешле белешмәләрҙе туп­лап, конкурс һынауы аша уңышлы үт­тем. Биш йыл ярым эсендә күп нәмәгә өйрәндек. Бөгөн беҙҙең өсөн тулҡын­ландырғыс көн – ҡулыбыҙға диплом һәм хыял иткән лейтенант погонын ал­дыҡ. Артабан хәрби контракт нигеҙендә өс йыллыҡ хеҙмәт көтә, – ти йәш офицер Григорий Ғәлләмов.

Уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар сираттағы төркөмдө оло ғорурлыҡ менән оҙата. “Хәрби уҡыу үҙәгендә шөғөлләнеү егеттәрҙе төрлө яҡлап үҫтерә, донъяға ҡарашын нығыта, көслө характер тәрбиәләй”, –  ти цикл начальнигы подполковник Венер Мөнир улы Ситдиҡов.

Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров егеттәргә тантаналы шарт­тарҙа диплом тапшырҙы. Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына тәғәйенләү тураһында оборона министры Сергей Шойгуның бойороғо уҡылды. Кемдер алыҫ Камчаткаға, икен­селәр Ульяновскиға, Ырымбурға, Читаға юлланасаҡ. Йәш лейтенанттарҙың йөҙөндә ғорурлыҡ һәм шатлыҡ хистәре балҡыһа, залдағы ата-әсәләр бер башҡа үҫеп, ысын ир-егеттәр һөнәренә эйә булған улдарын хәстәрлекле лә, бер аҙ борсоулы ла ҡараш менән күҙәтте.

Төрлө тарафтарға юлланасаҡ йәш лейтенант­тарға имен тормошта, аяҙ күк аҫтында хеҙмәт итеүҙе, Тыуған илдең ысын һаҡсылары булып, офицер исеменә тап төшөрмәүҙәрен теләйбеҙ.


Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас: