Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2023, 10:24

“Илһөйәрлек – башҡорттоң ҡанында”

Чечен яуын үтеп ҡайтҡан яугир.

Тыуған ил ҡатмарлы, глобаль кимәлдә һынылышлы осор кисергәндә, уның яҙмышының үтә лә яуаплы, ауыр өлөшө һәр саҡ ир-егеттәр иңенә төшә. Ҡулына ҡорал алып, Ватан мәнфәғәтен яҡлар өсөн, ғаиләләрен, яҡындарын ҡалдырып алғы һыҙыҡта йөрөргә, ут эсенә инергә мәжбүр улар.

Ватаныбыҙҙың яңы тарихында ла бындай етди һынауҙар булып торҙо. Уларҙы намыҫлы үтеп, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, тормошта лайыҡлы урынын тапҡан, башҡалар өсөн ауырлыҡтарға бирешмәү өлгөһө булған ир-егеттәребеҙ күп. Илебеҙ әле үтә етди һынау алдында торғанда, ошондай замандаш­тарыбыҙ өлгөһө күңелдәргә өмөт ҡуҙы һалырлыҡ, киләсәккә маяҡ булырлыҡ. Шундай шәхестәрҙең береһе менән һеҙҙе лә таныштырмаҡсыбыҙ.

...Геройыбыҙ – Чечен яуын үткән Рәмис Таһиров Йылайыр районының Сәләх ауылында йәшәй. Бына тигән ғаиләһе, гөрләтеп көткән донъяһы, яратҡан шөғөлө бар, ауылдаштарының хөрмәтенә лайыҡ. Ата-әсәһенең таянысы, тыуған ауылы өсөн дә терәк булған, уның тормошонда дәррәү ҡатнашҡан, ҡулынан килгән ярҙамын күрһәткән ир-уҙаман ул. Ҡатыны Зөлфирә Рауил ҡыҙы менән ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.

Рәмис Таһиров  2000 йылда әрме хеҙмәтенә алына һәм Ставрополь крайының Зеленокумск ҡалаһынан Шахта ҡалаһына сержантлыҡҡа уҡырға ебәрелә. Артабан ҡайҙа йүнәлтерҙәре лә билдәле була – Чечен Республикаһына...

Курсты тиҙләтелгән рәүештә, өс айҙа тамамлап, һалдаттарҙы бер айлыҡ стажировкаға Курский ҡасабаһына ебәрәләр, унан тағы ике ай яу алымдарына өйрәтәләр. Бынан һуң инде юл – Чечняға... Улар хеҙмәт иткән часть Дарго ауылында тора.

Рәмис Ҡорбанғәле улы, башҡа күп яугирҙәр кеүек үк, был турала һөйләргә яратмай. “Ауыр инде, яу эсе уйын түгел бит. Һис тауышланырға ярамай, хатта утынды ла ҡул менән әҙерләнек, күтәреп ташыныҡ. Ни тиклем ауыр булһа ла, бер-беребеҙгә терәк булырға, һәр нәмәне бүлешергә тырыштыҡ, сөнки дуҫлыҡ ҡына бындай ауыр саҡта ярҙам итә, өмөт уята.

Минең дә иң яҡын яуҙаш дуҫым булды – Баймаҡ егете Морат Мөхәмәтйәров. Постан ҡайтыуыма урынымды йылытып ҡуя, ул тороп китә, мин ятам. Аҙ ғына ризыҡ тапһаҡ та, үҙ-ара бүлешәбеҙ. Иң хәтерҙә ҡалған ваҡиға: бер саҡ шатлығы эсенә һыймаған дуҫым әллә ҡайҙан ҡысҡырып килә: “Таһир (минең позывнойым шундай ине), ҡара әле, бына мин нимә таптым!” Баҡһаң, Морат шыптыр төбөндә шәкәр табып алған. Тәмле-татлы һирәк эләгә ине шул, шуға ни тиклем ҡыуаныуыбыҙ. Табылдыҡ шәкәрҙе услап-услап ашаныҡ”, – тип хәтирәләргә бирелә элекке һалдат.

...Ауыр көнкүреш, ҡан, үлем араһында күңелдәрен йылытып торғаны – һирәк кенә булһа ла өйҙән хат алыу. Һирәк, сөнки һуғыш шарттарында хаттар ебәреү, яуап алыу – мөмкин булмаған тиерлек хәл. Хат алған көн тик ҡараңғылыҡ, билдәһеҙлек менән сорналған донъяны яҡтыртып, һалдат йөрәгенә көс-дәрт өҫтәп ебәрә.

...Ниһайәт, хеҙмәт тамам. Демобилизация­ланған егеттәрҙе частан вертолет килеп ала. Ике дуҫ  имен-аман тыуған яҡҡа ҡайтып төшә. Тыныс тормошта инде юлдары бер аҙға айырыла. Морат Өфөгә юғары уҡыу йортона уҡырға инергә китә.

Ут эсенән имен әйләнеп ҡайтыуы яҙмыштың иң оло бүләге булһа, торараҡ ул Рәмис Ҡорбанғәле улына тағы бүләк яһай – яуҙаш дуҫын ҡайтанан табып алырға ярҙамлаша.

– Дуҫымды эҙләп, Баймаҡҡа бер нисә тапҡыр барҙым, ләкин эҙенә төшә алманым. Ул саҡта хәҙерге кеүек шылтыратып ҡына ебәрергә сымһыҙ телефон юҡ. Бер ваҡыт дуҫлашып йөрөгән ҡыҙым (ул БДУ-ла уҡый, беренсе ятаҡта йәшәй ине) хат яҙҙы. Баҡтиһәң, Морат уның күрше бүлмәһендә йәшәй икән! Тарих факультетында уҡый. Шунда нисек шатланғанымды! Тиҙ генә Өфөгә бара һалып еттем, – тип бәйән итә әңгәмәсем. Яуҙа һыналған дуҫлыҡтың баһаһын белгән элекке яугирҙең тауышындағы шатлыҡ осҡондарын һиҙмәү мөмкин түгел.

Бер юғалтышып-табышып алған дуҫтар инде хәҙер айырылмай, ғаиләләре менән аралашалар. Әле Морат Миңлеғәли улы Өфө эргәһендә Шамонин ауылында йәшәй. Быйыл хеҙмәттәштәренең ҡайһы берҙәрен дә табып алғандар, интернет аша бәйләнеш тоталар, алда матур осрашыуҙар насип булыр тип өмөтләнәләр.

– Чечен тамуғы егеттәрҙең яҙмышына төрлөсә йоғонто яһаны. Кемгәлер ул ғүмерлек һабаҡ булды, тормош ҡәҙерен белергә, ата-әсәйҙе хөрмәт итергә өйрәтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әхлаҡи яҡтан һынып, бирешеп, эскегә һабышҡандар ҙа булды... Бындай ғәрәсәтте үтеп сығыу – бер хәл, уның шаңдауҙары киләсәк яҙмышта ла яңғырай әле, психологик йәһәттән кисереүе ауыр, шуға егеттәрҙе ғәйепләй ҙә алмайым... – ти Рәмис Ҡорбанғәле улы.

Өлкәнерәк быуын вәкилдәре – армия хеҙмәтенә Ватан алдындағы бурысын үтәү, һис һүҙһеҙ башҡарылырға тейеш ғәмәл тип ҡараған заттар. Ул саҡта “патриотизм” тип ҡысҡырып һөйләмәһәләр ҙә, үҙен ирмен тип һанаған һәр егет хәрби хеҙмәткә барырға атлығып торҙо, быны ысын күңел талабы итеп, саф йөрәктән башҡарҙы. Ошо аҙымда ла тап ана шул илһөйәрлек тойғоһо сағыла бит!

– Тыуған илгә һөйөү, уның хаҡында хәстәр­лек күрергә әҙер булыу тойғоһо ғаиләлә һалына. Бала атаһынан, башҡа ир туғандарынан өлгө алып үҫә. Ниндәй үрнәк күрһә, артабан үҙе лә шундай була. Йәнә шуны әйтергә теләйем: беҙҙең башҡорт халҡында илһөйәрлек борон-борондан килә, был – ҡандан күскән сифат. Әлеге махсус хәрби операция ла шуны күрһә­тте. Егеттәребеҙ башын эймәй, сараһыҙлыҡҡа бирелмәй, ниндәй ауыр шарттар булһа ла, алдарына ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәй. Башҡорт егеттәре сыҙамлы, ҡурҡыу бел­мәҫ, көслө рухлы. Батырҙарыбыҙҙың һәләк бу­лыуы бәғерҙәрҙе өҙә, шулай ҙа яҡташ­тарыбыҙ һис бирешмәҫ, еңеү менән ҡайтыр, тигән уй күңелде йылыта, – ти Рәмис Таһиров. – Балаларыбыҙға башҡа утлы ғәрәсәт күрергә яҙмаһын!


Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА

Читайте нас: