

Баймаҡ районының Күсей ауылы республикала күренекле шәхестәре менән дан тота. Халыҡ Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңһылыу Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, Башҡортостандың сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин һәм башҡа ауылдаштары менән сикһеҙ ғорурлана.
Герой вариҫтары әле лә һынатмай. Махсус хәрби операцияға саҡырыу башланғас та, Күсей ауыл биләмәһенән ундан ашыу егет юлланды. Ауыл халҡы, уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, изге уй-ниәт менән ҡорбан салды, аяттар бағышланы. Бар илгә килгән ауырлыҡты бергә булғанда ғына еңеп сығырға мөмкин булыуын кешеләр яҡшы аңлай, шуға күрә яҡташтары өсөн аҡса йыйып, тепловизор һатып алып ебәрҙеләр, шулай уҡ кәрәк-яраҡ, йылы кейем-һалым оҙатылды.
Ошо көндәрҙә Күсей ауылының дүрт ир-егете, тәүәккәлләп, "Ларгус" автомобилендә махсус хәрби операция биләмәһендә булған туғандары һәм ауылдаштары янына юлға сығып, уларға йылы кейем, башҡа кәрәк-яраҡ, ата-әсәләре, ҡатындары әҙерләгән күстәнәстәр, ауылдаштарының ҡайнар сәләмдәрен алып барып еткерҙе. Рөстәм Байназаров үҙенең автомобилендә Илназ Кинйәбаев, Рифат Баймөхәмәтов һәм Рушан Ишбирҙин менән меңәр саҡрым юл үтеп, Луганск ҡалаһынан ары бер урында ауылдаштары менән осрашты.
– Ике тәүлектә барып еттек, алдан уҡ ҡустыларҙың замполиты менән һөйләшеү алып барҙыҡ. Ул да үҙебеҙҙең Башҡортостан егете, Ейәнсуранан булып сыҡты. Сикте үтеп, Луганскиҙан ары бер ҡала ситендә осрашырға тура килде. Ауылдаштарҙы замполит машинала үҙе алып килде. Ни бары өс сәғәт тирәһе аралашып өлгөрҙөк, шулай ҙа ҡустыларҙы күреп, уларға тыуған яғыбыҙҙың ҡайнар сәләмдәрен, посылкаларҙы тапшыра алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Иң мөһиме – уларҙың күңеле күтәрелде, күҙҙәрендә осҡондар балҡыны, һағыныу-һағыштары аҙға булһа ла кәмене. Бер аҙ олпатланып киткән ауылдаштарға иҫән-һау тыуған яҡтарына тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, – ти Рифат Баймөхәмәтов.
Шулай уҡ Күсей егеттәре күрше Иҫәнбәт, Төркмән, Моҡас ауылдары һәм Сибай ҡалаһынан булған яугирҙәрҙең туғандарынан посылкалар алып барған.
Афарин, күсейҙәр! Ауыр ваҡытта ла үҙегеҙҙекеләрҙе ташламай, оҙон юл үтеп, ике-өс сәғәтлек осрашыу өсөн ашҡынып барыуығыҙ үҙе үк оло батырлыҡҡа тиң. Артабан да берҙәм булығыҙ, төрлө һынауҙарҙы бергә еңеп сығығыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан барлыҡ яугирҙәрҙең дә тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын, ата-әсәләре, һөйгән йәрҙәре һәм балалары менән осрашыуын теләйбеҙ.
Рәхимә К. – улын махсус хәрби операцияға оҙатҡан әсә.
– Улдарыбыҙ Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлек үткән саҡта ла йылы кейемдәр алып барҙыҡ. Был егеттәргә мин ҙур рәхмәтемде еткерәм, ауыр ваҡытта кемдең кем икәнлеге һынала, тигәндәй, юғарынан бер ниндәй ҙә фарман булманы, үҙҙәре теләк белдереп, яугир ауылдаштары янына барып ҡайтты. Уландарыбыҙ тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, илдә тыныслыҡ булһын, тигән теләктәмен. Көн һайын улдарыбыҙ өсөн намаҙҙар уҡып, уларҙың һау-сәләмәт булыуын Хоҙайҙан һорап, доғалар ҡылам. Шулай уҡ барлыҡ ауылдаштарға ла тепловизор һатып алыу өсөн аҡсалата ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт, ил-йорт тыныс булһын!
Кәримә УСМАНОВА
Баймаҡ районы.