

Бөтә Рәсәй “Хәрби туғанлыҡ” ветерандар йәмәғәт ойошмаһы илһөйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән ил күләмендә ҙур эш алып бара. Уның үҙ сафына кисәге һалдат һәм офицерҙарҙы туплаған төбәк бүлексәләре лә уңышлы эшләп килә. Был ойошмаға берләшкән егеттәр халыҡ ҡатнашлығында төрлө саралар уҙғара, осрашыуҙарға йөрөй, яңынан-яңы башланғыстар менән сығыш яһай. Айырыуса балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәргә тәғәйенләнгән сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
“Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһының Әлшәй районы бүлексәһе төрлө йылдарҙа, төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иткән егеттәрҙе берләштерә. Бүлексә етәксеһе Булат Төхвәтуллин – Афғанстанда хәрби бурысын үтәгән яугир. Сығышы менән Миәкә районының Боғҙан ауылынан. Бөгөн ғаиләһе менән Раевка ауылында төпләнгән, тормош юлдашы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
– “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһының Әлшәй районы бүлексәһе 60-ҡа яҡын кисәге хәрбиҙе берләштерә. Иң әүҙемдәренән Рәмил Ғәлиуллин менән Сергей Нагаец шулай уҡ Афған яуын кисергән. Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән Юрий Марюшко, Азат Йәһүҙин, Санъяр Ғайсин, Сергей Фомин, Салауат Латипов та бүлексә тормошоноң уртаһында ҡайнай. Отставкалағы полковник, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Петр Забатурин да йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшендә ихлас ҡатнаша. Сергей Алексеев – десантсыларҙың, Фәһим Сәләхетдинов – моряктарҙың етәксеһе. Рафаэль Ғәтиәтуллин – Чечен ерендәге, Артур Шәйәхмәтов – Грузиялағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан егеттәр. Виталий Антоненко – II ранг капитаны, Башҡортостандағы “Диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы, – тип ойошма әүҙемселәре менән таныштырҙы Булат Төхвәтуллин.
Кисәге хәрбиҙәр бөгөн дә берҙәм, дуҫ һәм татыу йәшәй. Мәктәптәргә, уҡыу йорттарына осрашыуҙарға йөрөйҙәр, төрлө саралар, спорт ярыштары уҙғаралар, ауылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы, тыл хеҙмәтсәндәре һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусылар иҫтәлегенә обелиск, һәйкәлдәр ҡуйыу эшендә булышлыҡ күрһәтәләр. Мәҫәлән, былтырғы көҙҙә бәләкәй генә Ҡунҡаҫ ауылында бик матур обелиск асылды. Был изге эште башлап, ойоштороп йөрөүселәрҙең береһе – “Хәрби туғанлыҡ” ветерандар йәмәғәт ойошмаһының әүҙем ағзаһы Рәмил Ғәлиуллин. Уға иптәштәре лә ихлас ярҙам күрһәтте.
Былтыр Раевкалағы 2-се урта мәктәптә Руслан Хәлимов иҫтәлегенә таҡтаташ асыуҙа ла “Хәрби туғанлыҡ” егеттәре туранан-тура ҡатнашҡан. Үҙ көстәре менән мәктәп янындағы тротуарҙы яңыртып түшәгәндәр. Ошо мәктәптә белем алған Руслан Радик улы Хәлимов – 22 генә йәшендә махсус хәрби операцияла һәләк булған герой, үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Батыр егет иҫтәлегенә 1 сентябрҙә мәктәптә таҡтаташ асылған.
Әлеге ваҡытта ойошмаға берләшкән егеттәр музей булдырыу башланғысы менән яна. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙәргә ярҙам саралары ойоштороу эшенән дә ситтә ҡалмай улар.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Әлшәй районы.