Йәмғиәт
21 Февраль 2023, 10:00

Миңләхмәт ағай 100-ҙө ҡыуа!

Күреүебеҙсә, Заһир Зәйнетдиновтың олатаһы – дәртле, шаян һәм тормошто яратҡан кеше.  

Миңләхмәт ағай 100-ҙө ҡыуа!Миңләхмәт ағай 100-ҙө ҡыуа!
Миңләхмәт ағай 100-ҙө ҡыуа!

Танылған шоумен, этнойырсы, ZAINETDIN этно-проекты етәксеһе Заһир Зәйнетдиновтың күп балалы, берҙәм һәм татыу ғаиләлә тәрбиәләнгәне билдәле. Социаль селтәрҙә ул йыш ҡына яҡындары хаҡында бәйән итә, шаян видеолар ҙа төшөрә. Миҫал өсөн, күптән түгел ул тағы шундай бер видеояҙма һалған.

“Һәр Зәйнетдингә өлкәнерәк Зәйнетдин табыла ул. Был видеоға атайым Зөфәр һәм олатайым Миңләхмәт төштө. Олатайыма 91 йәш, уның  11 балаһы, 27 ейән-ейәнсәре бар. Һөҙөмтәлә беҙ ғаиләлә – 80-дән ашыу кеше!” –  ти, ғорурланып, Зәйнетдин.

Күреүебеҙсә, Заһирҙың олатаһы – дәртле, шаян һәм тормошто яратҡан кеше.

Миңләхмәт олатайға һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм балалар шатлығы теләйбеҙ!

Фото һәм видео: Заһир Зәйнетдинов.  

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас