Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2023, 08:00

Тыңлауһыҙ балаңа ла, бәләкәй өйөңә лә ҡыуан

Билдәле актер һәр кем уйланырлыҡ итеп шәп әйткән бит, ә!

Тыңлауһыҙ балаңа ла, бәләкәй өйөңә лә ҡыуан
Тыңлауһыҙ балаңа ла, бәләкәй өйөңә лә ҡыуан

Актер, каскадер, трюктар ҡуйыусы Джеки Чандан: “Тормошоңдан ҡәнәғәтһеңме?” – тип һорағандар. Ә ул былай тип яуап биргән:

“Һинең ҡатмарлы эшең – һәр эшһеҙҙең хыялы.

Һинең тыңлауһыҙ балаң – һәр балаһыҙҙың хыялы.

Һинең бәләкәй генә өйөң – һәр өйһөҙҙөң хыялы.

Һинең аҙ ғына аҡсаң – һәр бурыслының хыялы. 

Хоҙайҙың гонаһтарыңды кешеләрҙән йәшереүе – үҙ гонаһтарынан оятҡа ҡалғандың хыялы.

Йөрәгеңдең, йоҡоңдоң тыныс булыуы, ашай алыуың – илендә һуғыш барған һәр кемдең хыялы.

Нимә бар, шуның ҡәҙерен белергә кәрәк, сөнки иртәгә нимә булырын бер кем дә белмәй”.

Фото: 5psy.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: