Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2023, 10:13

Йәшәү тәме –йәнтөйәктә

Шишмә һыуына сарсап ҡайта.

шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Тыуған яғыңды яратыу өсөн әллә ниндәй батырлыҡтар ҡылырға кәрәкмәй ҙә. Йәнтөйәгеңдә төпләнеп,  кәрәкле булып йәшәүҙә лә күренә уға ҡарата һөйөүең. Миәкә районының Боғҙан ауылынан Афған  һуғышын үткән яугир Зиннур Әмиров – тыуған ауылында бәхетен тапҡан, һәр яҡлап уңыштарға өлгәшкән замандаштарыбыҙҙың береһе.

 Бала саҡтан армияға барыу хыялы менән яна ул. Быға бер туған ағаһының хеҙмәт итеүе лә ҙур йоғонто яһай.

– Миңә Әхиәр ағайым өлгө булды. Уның Германиянан матур итеп хеҙмәт итеп ҡайтҡан ваҡыты әле лә күҙ алдында. Уның кеүек булырға ынтылып, үҙемде хәрби хеҙмәткә алдан әҙерләнем. Элек бит һәр йортта турник булды. Кем күберәк күтәрелә тип, дуҫ егеттәр менән шунда ярыш ойоштора инек. Саңғыла уҙышып та физик яҡтан үҙебеҙҙе нығыттыҡ, – тип һөйләп алып китте Зиннур Зөфәр улы, йәшлек йылдарын хәтерләп.

Мәктәпте тамамлағандан һуң район хәрби комиссариаты йүнәлеше менән Октябрьский ҡалаһында автомәктәптә водитель һөнәренә уҡып сыға һәм 1982 йылдың 31 мартында Совет Армияһы сафына саҡырыла. 18 йәшлек егет “Йәш яугир мәктәбе”н тамамлағандан һуң 1982 йылдың 23 июнендә  Афғанстанға ебәрелә.

– Ул ваҡытта ниңәлер ҡурҡыу тойғоһо булманы. Киреһенсә, Афғанстандағы хәлде барып күрге килә ине.Ҡанбәк ауылынан класташым Динар Абдуллин, Тимәштән райондашым Рәсим Ҡәйүмов менән өсәү бер часта хеҙмәт иттек, ә Рәсим менән хатта бер взводҡа тура килдек. Унда барғас, ҡа­баттан әҙерлек үтеп, пулеметсы булып киттек. Һуғышта булыу, әлбиттә, тормошҡа ҡа­рашты үҙгәртте. Унда бергә хеҙмәт иткән иптәштәр ҙә туғаның һымаҡ яҡын кешегә әүерелде. Ауыр саҡта бер-береңә ярҙам итеү кеүек тойғолар ҙа һалдаттарҙа көслө була, – тине ул әрме йылдары хаҡында һөйләгәндә.

Миәкә егете Джелалабад ҡалаһында 66-сы мотоуҡсылар бригадаһында пулеметсы булып хеҙмәт итә. Улар хәрби колонналарҙы оҙатып йөрөй, юлдарҙы һаҡлай, хәрби опера­цияларҙа ҡатнаша. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Зиннур Әмиров “Рәхмәтле Афған халҡынан” миҙалы, СССР-ҙың Юғары Советы Президиу­мының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына өйрәнеп китеүе еңел булмай. Көндөҙ эҫелек хәлде алһа, төндә һауа температураһының ҡырҡа түбәнәйеүе йонсота. Сит ҡитғаларҙа хеҙмәт иткәндә ҙур бер хыялы ла була Зиннур Зөфәр улының:

– Һыуға ҡытлыҡ шул тиклем үҙәккә үтте. Етмәһә, ҡояш ныҡ ҡыҙҙыра. Шулай сарсап йөрөгәндә, “Иҫән-имен ҡайтһам, ауылымдағы Ҡарағайлы шишмәһенән туйғансы һыу эсер инем” тигән хыялым булды. Ул тормошҡа ашты, – тине ул.

Зиннур Әмировтың Афғанстандағы хәрби хеҙмәте йыл ярымға һуҙыла.1984 йылдың 12 апреле – тыуған ауылына ҡайтып төшкән көн бөгөнгөләй күҙ алдында уның.

– Таңғы сәғәт 7-ләр тирәһендә күрше Сирәш­тамаҡ ауылында автобустан төшөп ҡалдым да үҙебеҙҙең яҡҡа йәйәүләп атларға сыҡтым. Шул ваҡыт бензин ташыу машина­һында Илдар ағай ҡаршыма осраны. Ул оҙаҡ уйлап торманы, машинаһын кире бороп, мине өйгә тиклем алып барып ҡуйҙы. Шулай итеп, атай-әсәйемә иң беренсе ул һөйөнсөләне, – тип матур хәтирәләргә күмелде әңгәмәсем.

Тыуған ауылынан ситтә йәшәргә теләге булмай Зиннур Зөфәр улының. Бәләбәй ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, колхозда уны комсомол секретары итеп ҡуялар. Шул осорҙа ул  спортҡа ла ныҡлап ылыға.

Был һәләтен күреп, тиҙҙән уны Боғҙан урта мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыралар. Шулай итеп 1990 йылдан Зиннур Зөфәр улы уҡытыу эшенә сума. Бер юлы ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының физкультура факультетын да тамамлай.

Йылдар үтеп, башланғыс мәктәп кенә ҡалдырылғас, күрше Тамъян-Таймаҫ ауылы белем усағында эшен дауам итә. Хәҙер инде уҡытыу өлкәһендә дөйөм хеҙмәт стажы 33 йылға етә.

Йәштән спортҡа ылығыуы тормошта үҙ юлын табырға, маҡсаттарына өлгәшеүгә булышлыҡ итә. Айырыуса ул саңғыны үҙ итә. “Спорт тормошта алға барырға өндәй” тигән фекерҙә әңгәмәсем. 1987 йылдан алып ул төрлө кимәлдәге ярыштарҙа даими ҡатнаша. Район хакимиәте башлығы призына, “Октябрь”, “Аҡмулла төйәге” район гәзиттәре кубогына үткәрелгән спорт сараларында йыл һайын призлы урындар яулай. Уҡытыусылар араһында республика кимәлендә уҙғарылған “Сәләмәтлек спартакиадаһы”нда ла ҡаҙаныштары бар.

Үҙе генә спортҡа мөкиббән түгел, уҡыусы­ларын да уға ылыҡтырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Тырышлыҡ һалғанда, һөҙөмтәләр ҙә күренә. Мәҫәлән, былтыр көҙ баскетбол буйынса “Ҡыҙғылт-һары туп” район ярышында мәктәп командаһы беренсе урынды яулауға өлгәшкән. Үткән йылда армспорт буйынса район беренселегендә команданың өсөнсө урынға лайыҡ булыуы ла яҡшы һөҙөмтә. Ике уҡыусыһы республика кимәлендәге ярышта ла үҙен һынай. Бындай бәйгеләр даими үтеп тора. Ошо көндәрҙә генә уҡыусылары саңғы уҙышында лайыҡлы сығыш яһап ҡайтты.

– Йәштәргә теләгем: тыуған ерен ярат­һындар. Был тойғолар ғаиләлә үк һалына.  Атайҙар үҙ өлгөһөндә улдарын ысын патриот итеп тәрбиәләһен ине, – тигән теләктәрен әйтте Афған һуғышын үткән яугир.

Зиннур Әмир улы сәхнәлә, төрлө мәҙәни байрамдарҙа ла ихлас ҡатнаша. Мәшһүр мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған сараларҙа шағирҙың образын яҡташтарына оҫта итеп  һынландыра. Шулай уҡ ауылдағы “Димкәй” фольклор төркөмөндә лә сығыш яһарға ваҡыт таба.

Йәшләй генә Афған һуғышында булып, ауырлыҡтар менән  сыныҡҡан замандашым тормош юлынан тайпылмай лайыҡлы атлай. Тыуған ауылында үҙ көсө менән матур итеп йорт төҙөгән. Ғаиләһенең дә ҡалҡаны, ныҡлы терәге була белә. Ошо ауыл ҡыҙы Әлфиә Рәмис ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, күпләп мал-тыуар аҫрап, баҡса үҫтереп матур донъя көтәләр. Ҡатыны 33 йыл Боғҙан ауылының табиплыҡ амбулаторияһында фельдшер булып эшләй. Өлкән ҡыҙҙары Алһыу әсәһе һымаҡ медицина юлын  һайлаған. Әлеге көндә Өфөлә Башҡортостан дәүләт медицина университетының стоматология факультетында уҡый. Кесе ҡыҙҙары Әлиә Рәсәй Федера­цияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс уни­верситетының Өфө филиалында белем ала.

Спортҡа, сәләмәт тормош алып барыуға ынтылыш Әмировтар ғаиләһенең нигеҙен тәшкил итә. Буш ваҡытта улар бергәләшеп саңғыла шыуыуҙы матур ғәҙәткә әйләндергән.

Ситтә йөрөгәндә тыуған ереңде яратыу көсөн нығыраҡ  аңлайһың. Зиннур Зөфәр улы ла армияла хеҙмәт иткәндә тормоштоң, йәнтөйәгенең ни тиклем ҡәҙерле булыуына төшөнә. Бәхетенең сере лә, моғайын,  ошоно тойоп йәшәүендәлер.

 
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Миәкә районы.

Читайте нас: