Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2023, 10:30

Ысын башҡорт – айыҡ башҡорт ул

Сәләмәт тормош яҡлылар беҙгә өлгө.

Айрат Нурмөхәмәтов
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Бикбулаттар “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеүсе булыу теләге менән янып йәшәй. Бөтә республика кимәлендәге был ҙур еңеүгә өлгәшеү өсөн халыҡта дәрт тә, көс тә, мөмкинлектәр ҙә бар икәнен үҙ күҙебеҙ менән күреп ҡайттыҡ. Ауыл хакимиәте башлығы Илнур Сәйфуллин ойошторған төрлө сараларҙа олоһоноң да, кесеһенең дә теләп ҡатнашыуына, бикбулаттарҙың шундай иҫ киткес әүҙем булыуына һоҡланмау мөмкин түгел.

 

Бикбулаттарға сәләмәт тормош хас

 

Ошо саралар рәтендә үткән ялда был ауылда “Рәсәй саңғы юлы-2023” күмәк саңғы ярыштарының Күгәрсен районы бәйгеһе уҙғарылды. Район хакимиәте приздары өсөн барған был уҙышта 700-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

– Сәләмәт тормош айыҡ йәшәү рәүешенән айырылғыһыҙ, шуға күрә бөгөнгө бәйге “Айыҡ ауыл” конкурсына ла туранан-тура бәйле. Бынан тыш, һеҙ саф һауа һулайһығыҙ һәм матур тәбиғәт күренештәрен күҙәтәһегеҙ, алда әле күп буласаҡ ярыштарға дәрт йыйып ҡалаһығыҙ, – тине Күгәрсен районы муниципаль район советы секретары Руслан Әхмәров, ярышты асыу тантанаһында саңғысыларға мөрәжәғәт итеп.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директоры урынба­ҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева яҡташтарын ошо спорт һәм сәләмәтлек байрамы менән ҡотланы. Ул үҙенең сығышында әйтеп үтеүенсә, айыҡлыҡ – халҡыбыҙҙың киләсәге, иҡтисадтың ныҡлығы, ғаиләләребеҙҙең именлеге.

Саңғыла ярышыу бәйгеһе юғары кимәлдә ойошторолғайны. Бер яҡ ситтә һары төҫтәге мәктәп автобустары теҙелеп киткән, “Урал” автомашинаһына тағылған ялан кухняһы балаларҙы көнө буйы йылы бутҡа һәм ҡайнар сәй менән һыйланы, табиптарҙың “УАЗ”игына теләһә ниндәй мәлдә мөрәжәғәт итергә мөмкин ине, ә үҙәктәге тирмәлә ингән бер кешене милли аш-һыу һәм шәжәрәләр төшөрөлгән плакаттар, милли йолалар ваҡиғаларын күрһәткән фотостендтар, халыҡ ижады өлгөләре ҡаршы алды. Ярыш майҙансығындағы сағыу төҫтәге флагтар, күргәҙмә материалдар байрам кәйефен тағы ла күтәреберәк ебәрҙе.

Старт артынан старт... Йәш төркөмдәре буйынса бүлгеләнгән спортсылар бер-бер артлы саңғы юлына сыға. Һәр этапта беренсе, икенсе, өсөнсө урынды алғандарға приздар тыпшырылды. Бындағы сараларҙа олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша тигәнгә бер миҫал: “Иң өлкән йәштәге ҡатнашыусы” призы 86 йәшлек Минзаһир Айҙашев бабайға бирелһә, иң кесе ярышыусы исеменә өс йәшлек Әминә лайыҡ булды.

 

Бергә-бергә ғүмергә...

 

Ошо уҡ көндө Бикбулат ауыл мәҙәниәт йортонда йәмле кисә үткәрелде. Ул дүрт ғаи­ләнең – Рәзифә менән Бикбулат Сафин­дарҙың, Фәнүзә менән Зәбир Тимербаев­тар­ҙың, Фатима менән Абдуллатиф Сафин­дар­ҙың, Фәниә менән Альберт Айҙарбә­ковтарҙың – бергә тормош ҡороуҙарының 50-шәр йыллыҡ юбилейҙарына арналғайны. Сараның исеме лә матур – “Бергә-бергә ғүмергә”. Мәҙәниәт йортоноң фойеһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡул эштәренән күргәҙмә лә ойошторолғайны.

Улар – оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәгән өлгөлө ғаиләләр, өйҙәренә лә урам яҡтан “Өлгөлө йорт” тип яҙылған таҡтаташ ҡу­йылған. Юбилей кисәһе алдынан бер нисә ғаиләлә булып, уларҙың көнкүреше, тормош­ҡа ҡараштары менән танышырға, өлгөлө бу­лыу серҙәрен белешергә тырыштыҡ. Иха­таға инеү менән ҡаралтыларҙың, аласыҡ­тарҙың күп булыуы, йорттарҙың тышҡы биҙәлешенең матурлығы иғтибарҙы йәлеп итә.

– Хәҙерге тормошто элеккеһе менән сағыштырырлыҡ та түгел, ҡалалағы кеүек уңайлыҡтар менән шул хәтлем рәхәт йәшәйбеҙ: газ йылыта, һыуыҡ һәм эҫе һыу килеп тора, интернет, йөҙләгән каналлы телевидение... – тине бер ветеран. – Йорт тирәһендә баҡса һәм ҡаралтылар булыуын да иҫәпкә алһаҡ, ҡала фатирҙарынан мең артыҡ. Ихата һайын тигәндәй икешәр-өсәр автомобиль. Элек мотоцикл менән велосипедтар ҙа юҡ ине бит. Совет заманындағы тормошто һағынғандарҙы мин аңламайым. Бөгөн бик етеш йәшәйбеҙ, кемдәр ялҡау­лан­май һәм килтереп биргәнде көтөп ятмай, әлбиттә. Балаларға ла ярҙам итергә форса­тыбыҙ бар. Мин ит-һөттө генә әйтмәйем, аҡсалата ярҙамды ла күҙ алдында тотам.

Бер нисә йортта бүлмәләрҙә спорт тренажеры-велосипед күреп, хужанан һорай ҡуйҙым: “Ә кемдәр шөғөлләнә уның менән?” Пенсионер ағай миңә аптырабыраҡ ҡараны: “Кем булһын, үҙебеҙ! Экранда реклама башланһа, шунда педаль әйләндереп алам”, – тине ул, телевизор ҡаршыһындағы тренажерға күрһәтеп. Ә бер йортта шулай тип тә аңлаттылар: ковид арҡаһында дуҫ-иштәр һәм таныштар менән аралашыу, төрлө тарафтарға барып йөрөү кәмене, ә хәрәкәт бик тә кәрәк, шуға тренажер ҙа алып ҡуйғандар икән. Ҡыш көнө ихатала ла эш юҡ тиерлек, күптәр мал тотмай, ит-һөттө һатып ҡына алалар.

Бер ветеран беҙҙең менән әңгәмә ваҡытында әйткәнсә, Бикбулат ауылы – балта оҫталары төйәге. Бында бөтәһе лә тигәндәй бура бурай, кемдер уларҙы һатыу өсөн әҙерләй. Шуғалыр ҙа йорт-ҡаралтыларҙың төҙөк булыуы ғәжәп түгел, ауылда бер генә серегән һарай йәки мунса ла күрмәнек. Бынан тыш, умарта тоторға ла оҫта бындағы халыҡ. Һәр өйгә ингән һайын өҫтәлдә – кәрәҙле бал. “Балаларға аҡсалата ярҙам итә алабыҙ” тигәне шунан сығып аңлашылалыр. Хәйер, электән йүнсел халыҡ йәшәй бында.

 

“Мин бында мәңгелеккә килдем”

 

Был өлгөлө ғаиләләрҙән беҙ Бикбулатта иң тәүҙә Миңлегөл менән Дауыт Кинйә­баевтарға индек. Дауыт ағай – ауылдың имамы.

– Ошонда тыуып үҫтем, йәшәнем, ғүмер буйына тыуған ерем хаҡына эшләнем һәм тыуған еремдәге зыяратта мәңгелеккә ҡаласаҡмын, – тип һөйләй 86-сы йәше менән барған Дауыт Мәхийән улы. – Үткән замандармы? Һәр заман үҙенә башҡа инде ул. Беҙ совет мәктәбендә уҡыныҡ, унда һәр саҡ “Алла юҡ!” тип башҡа һеңдерергә тырыш­ты уҡытыусыларыбыҙ. Комсомолға ла индем, партияға. “Алла бар ул”, тип әйтеп ҡара... Йәшәргә, эшләргә кәрәк бит, ни хәл итәһең.

Үткән быуаттың 60-сы йылдарында Бикбулат ауылы яңы ойошторолған “Күгәрсен” совхозына индерелә. Был совхозға райондың 52 ауылын берләштерәләр. Райондың яртыһы тигән һүҙ. Дауыт ағай бында иҫәпсе булып эшләй. Артабан халыҡ судында суд ҡарарҙарын башҡарыусы вазифаһын йөкмәтәләр. Эшкә уңғанлығын, һәр нәмәгә өлгөрлөгөн күреп, 1965 йылда етәкселек уны совхоз бүлексәһенең управляющийы итеп ҡуя.

– Эшемде оҡшатҡандарҙыр, күрәһең, оҙаҡ йылдар шул йөктө тартырға тура килде, 1980 йылдың 1 сентябрендә генә был эштән бушаным, – ти ветеран. – Бүлексәнең иң алыҫ бригадаһына 40 километр барырға кәрәк, юл юҡ, баҫыуҙар ҙа бәләкәй-бәләкәй итеп төрлөһө төрлө тарафта һәм бер-бере­һенән йыраҡта урынлашҡан, шуға күп йөрөр­гә тура килде. Өс һауын гуртыбыҙ бар ине, шуларҙың икәүһенә, эш һөҙөмтәләренә ҡарап, “Коммунистик хеҙмәт коллективы” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Шулай ҙа бер саҡ район гәзитендә Дауыт Кинйәбаевты “хужалыҡты бөлгөнлөккә төшөрҙө” тип тәнҡитләгән мәҡәлә баҫыла. Яңы килгән беренсе секретарь бөтә етәкселәрҙе алмаштырыу маҡсатын ҡуйған икән (уныһын аҙаҡтан ғына беләләр). Мәҡәлә лә уның әмере буйынса баҫыла. Дауыт Мәхийән улын да райком бюроһына саҡырып тикшерәләр, енәйәт эше асыу менән ҡурҡы­талар. Өҫтөнән күп ялыуҙар ебәрелгән беренсе секретарҙың үҙен эшенән алғас ҡына бындай эҙәрлекләүҙәр туҡтай.

Шундай һынауҙарға бирешмәгән, үҙе лә көнө-төнө коллектив хужалыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәгән, ғаиләһен дә эшһөйәр һәм башҡаларға ихтирамлы итеп тәрбиәләгән Дауыт ағай менән Миңлегөл апай – ысын башҡорт ғаиләһенең бер сағыу миҫалы.

“Айыҡ ауыл” конкурсын да Кинйәбаевтар ҡушҡуллап хуплай, сөнки улар бер ҡасан да иҫерткес эсемлектәр менән дуҫ булмаған, сәләмәт тормоштан башҡа йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Күптән үҙаллы донъя көткән балалары ла шундай.

 

“Беҙ – сабый саҡтан эшләп үҫкән быуын”

 

– Егәрле ғаилә тип ни, эшләмәһәң булмай инде ул, башҡармаған эшем ҡалманы шул, – тип йылмая сираттағы сәфәребеҙ тура килгән йорттоң хужаһы Альберт Айҙарбәков. – Өсөнсө класта бесән әҙерләгәндә ат башында йөрөй инем инде, 4-селә – тырма таҡтырып, 5-селә уҡығанда бесән сапҡыс менән эшләргә тура килде... Беҙ шулай сабый саҡтан егелеп эшләп үҫкән быуын бит. Үҙем тыуып үҫкән Үрге Бикҡужа ауылында һигеҙенсе класты ете бала тамамланыҡ. Армияға хәтлем Өфөлә Эре панелле йорттар төҙөү тресында эшләп алдым. Эштән һуң бейеү түңәрәгенә йөрөп, ул саҡтағы Куйбышев ҡалаһында СССР-ҙың 50 йыллығына арналған концертта ла сәхнәгә сығып күрендем әле! Армиянан һуң туған колхозымда тракторҙа ултыра инем инде. Әйткәндәй, минең әсәйем – ауылдағы беренсе комбайнсы, ул тырыш хеҙмәте өсөн СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә саҡырылған. Уның “Беренсе комбайнсы” тигән миҙалы әле лә тыуған яҡты өйрәнеү музейында фотоһүрәте менән бергә һаҡлана. Дөрөҫ, күмәк хужалыҡта ул эш хаҡы ла алмаған, ул саҡта колхозсыларға пенсия ла түләнмәй ине, 1971 йылда ғына 12 һум пенсия ала башланы.

1971 йылда Альберт ағай Башҡортостан ауыл хужалығы институтына агроном һөнәренә ситтән тороп уҡырға инә. Ә бер аҙҙан ул мәктәптә уҡытыусы булып физкультура, йыр һәм хеҙмәт дәрестәре алып бара. Ысынлап та, эшләмәгән эше ҡалмаған икән.

“Ә ғүмерлек тормош иптәшегеҙ Фәниә апай менән танышырға ҡасан ваҡыт таптығыҙ һуң?” тип шаяртыбыраҡ һорарға ынтылғайным, ул үҙе, ни әйтеремде һиҙгәндәй: “Фәниә менән дә мәктәптә таныштыҡ, уны башланғыс кластарҙы уҡытырға алғайнылар”, – тип йылмайҙы. Икеһе лә һәләтле, дәртле шәхестәр булғас, икәүләшеп концерттарҙа ҡатнаша, спектаклдәрҙә уйнайҙар.

1973 йылда Альберт Айҙарбәковҡа Күгәрсен районының Түбәнге Бикҡужа ауыл советы рәйесе вазифаһы йөкмәтелә, ә 1976 йылдан ул – “Күгәрсен” совхозының эшселәр комитеты, йәғни профсоюз ойошмаһы рәйесе. Мәләүезгә тимер-бетон әйберҙәр заводына эшкә күсергә йөрөгәнен белеп, уны партияның район комитетының беренсе секретары Тазиев саҡыртып ала һәм совхозға бүлексә управляющийы итеп тәғәйенләргә ҡуша. Тағы ла бер аҙҙан Альберт Айҙарбәков – “Күгәрсен” совхозы директорының хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары.

2008 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, Альберт ағай үҙ хужалығында ең һыҙғанып эшләргә, совхоз мәшәҡәттәре менән йөрөгәндә ваҡыт етмәгән маҡсат-хыялдарын тормошҡа ашырырға тотона. Йортто туҡтауһыҙ яңырталар һәм төҙөкләндерәләр. “Йыл һайын бер бүлмә өҫтәй барҙыҡ”, – ти хужа. Әлегә саҡлы тигәндәй ишле мал аҫрағандар, былтыр ғына бер һыйыр ҡалдырғандар икән.

Фәниә апай менән бергә тормош ҡороуҙарына 50 йыл тулған. Ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән ошондай ғаиләләр өсөн юбилей кисәһендә лә Айҙарбәковтар байрамдың түрендә булды.

 

“Улдарыбыҙ иртә таңдан сығып китә”

 

– Армиянан ҡайтҡандан алып совхозда шофер булып эшләнем, – тип һөйләй ауылдың сираттағы өлгөлө ғаиләһе башлығы Бикбулат Сафин. – Совхоз бөткәнсе машина йөрөттөм, артабан хужалыҡ бөтөрөлдө. Шулай ҙа бирешмәнек, мал аҫрайбыҙ картуфты һатырға ла сәсә торғайныҡ, Ырымбур яҡтарынан килеп алып китәләр ине.

– Картуфты әле лә күп сәсәбеҙ, – ти ҡатыны Рәзифә апай. – Балаларға бирәбеҙ, вағы малға ашатырға китә. Тауыҡ менән ҡаҙ ҙа, хатта күркә лә аҫраныҡ, быйыл ғына тотмайбыҙ, сөнки иремдең һаулығы насарайып китте шул...

Беҙҙең менән әңгәмә барышында улдары Рөстәм менән Алмас яныбыҙҙа ултырҙы. Улар, аталары сирләп киткәс, хужалыҡ эш­тәрендә ярҙамлашырға килгән. Икеһе лә Көнбайыш Себерҙә вахта ысулы менән эшләгән егеттәр ялға ҡайтҡанда ла мәшә­ҡәттәрҙән бушамай икән. Үҙ хужалыҡ­тарында ла эш күп, атай-әсәй йортонда ла.

– Иртә таңдан икеһе ике тракторға ултырып йорт-ҡура мәшәҡәттәре буйынса сығып китәләр, береһе сапҡыс таҡтыра, икенсеһе – тырма. Әле маҡтайыммы икән уландарым­ды тип тә ултыра инем, күҙ тейеп ҡуймаһын... – тип баҫалҡы ғына йылмая әсәләре. – Техника етерлек, гөрләтеп бесәнен дә эшләй малайҙарыбыҙ, күпмеһендер һатырға ла өлгөрәләр. Шунан вахтанан ҡайталар ҙа утын ҡырҡып һаталар, бер ваҡытта ла буш тормайҙар. Үҙебеҙ дүрт малай һәм ике ҡыҙыҡай үҫтерһәк, ейән-ейәнсәребеҙ 13 – туғыҙ малай ҙа дүрт ҡыҙыҡай, тағы ла булыр тип көтәбеҙ, Алла бирһә...

 

“Хәҙер ожмахта йәшәгән кеүекбеҙ”

 

Фатима менән Абдуллатиф Сафиндар ҙа беҙҙең килерҙе көтөп ултыра ине. Фатима апай үҙе лә ауыл хакимиәте башлығы вазифаһында эшләгән кеше, мәктәп директоры ла булған.

– Хәҙер етеш йәшәү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар, – тип фекер йөрөтә был ветеран апай ҙа. – Элек эштән ҡайтып инәһең, өй һыуыҡ, утын килтертеүе лә проб­лема ине, сөнки техника юҡ дәрәжәһендә, совхоз етәкселегенән һорап алырға кәрәк, уныһына сират, киләсәктә йорттарҙы газ ғына йылытасаҡ тип әйтһәләр, ышанмаҫ та инек. Абдуллатиф трактор йөрөттө, әммә бесән эшләргә совхоз рөхсәт биргәс кенә тотона ала инек, унда сентябрь башланған була. Тәүҙә күмәк хужалыҡтың осһоҙ-ҡырыйһыҙ эштәрен тамамларға кәрәк, үҙеңә иң аҙаҡтан ғына. Хәҙер ожмахта йәшәгән кеүекбеҙ.

Фатима апай әйткәнсә, бөгөнгө замандың кире яҡтары ла юҡ түгел. Тәүге сиратта ул кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең иҫәп-хисапҡа ҡоролоуын, элекке һымаҡ ихласлыҡтың юҡҡа сығыуын атаны. “Беҙҙән олораҡтар иҫкә алыуынса, күрше-тирә тас килеп әрләшкәндәр ҙә аҙағынан бергә ултырып сәй эскәндәр. Бөтә нәмә уртаҡ булған бит – мунсаһы ла, ҡоҙоҡтары ла, сепараты ла...” – ти ул.

Эшләгән эшеңде еренә еткереп башҡарыу һәр уңған һәм намыҫлы кешегә хас, айырыуса Фатима менән Абдуллатиф Сафин­дарҙың хеҙмәт осоро тура килгән быуынға. Фатима апай мәктәпте ремонт­лауға, үҙешмәкәр сәнғәтте һәм спортты үҫтереүгә күп көс һалған.

Сафиндарҙан тыш, беҙ йәш кенә көйө биш бала тәрбиәләгән Ғәлиә менән Даян Фәттәховтарҙа (хужабикәнең үҙенә әле 30 йәш тә тулмаған), һандыҡ эшләү оҫтаһы Зәбир менән Фәнүзәнең йортонда, башҡа ғаиләләрҙә лә булдыҡ. Бындай ғаиләләр Бикбулат ауылы өсөн генә түгел, ә бөтә Башҡортостан өсөн өлгө булырлыҡ.

Конкурстың йомғаҡтарын иғлан иткәндә, уның һөҙөмтәһенең ниндәй булыуына ҡара­маҫтан, Бикбулат ауылы республикабыҙҙың сәләмәт тормош алып барған иң егәрле һәм намыҫлы ауылдарҙың береһе булараҡ хәтеремдә ҡаласаҡ. Айыҡ ауыл тип танылыр өсөн ошондағы кеүек көнкүреш алып барырға, эшең һәм рухи ныҡлығың менән ихтирам ҡаҙанырға кәрәктер.

 
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Күгәрсен районы.

Читайте нас: