Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2023, 23:30

Беҙ берҙәмлек менән көслө!

Радий Хәбиров: "Махсус хәрби операция йәмғиәтебеҙҙе берләштерҙе. Бөгөн Башҡортостан һис ҡасан булмағанса берҙәм һәм көслө. Беҙҙе дөйөм бурыс берләштерә - хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеү, хәстәрлек күрһәтеү".

Беҙ берҙәмлек менән көслө!
Беҙ берҙәмлек менән көслө!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә түбәндәге яҙманы ҡалдырған. Унда шундай юлдар бар:

“Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан яугирҙәребеҙҙе - ветерандарҙы, Рәсәй Геройҙарын, хәрбиҙәрҙе, запастағы офицерҙарҙы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы, уларҙың ғаилә ағзаларын, һәләк булған геройҙарҙың туғандарын ҡотлайбыҙ, теләктәшлек белдерәбеҙ. Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән яугирҙәрҙе иҫкә алабыҙ, уларҙың ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ! Бөгөн уның сиктәрен яҡлаусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ.

Әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта торған яугир-яҡташтарыбыҙ - ысын геройҙар. Махсус хәрби операция башланғандан алып уларҙың 300-ҙән ашыуы Батырлыҡ, Шайморатов, Салауат Юлаев ордендары, Суворов, Жуков, «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән наградланған. Алты кеше Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булған, дүртәүһе - үлгәндән һуң.

Махсус хәрби операция йәмғиәтебеҙҙе берләштерҙе. Бөгөн Башҡортостан һис ҡасан булмағанса берҙәм һәм көслө. Беҙҙе дөйөм бурыс берләштерә - хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеү, хәстәрлек күрһәтеү.

Тыуған илде тик ҡорал менән генә һаҡларға ярамай. Беҙҙең табиптар яраланған яугирҙәрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡара. Төҙөүселәр емерелгән ҡалаларҙа йорттарҙы, мәктәптәрҙе һәм дауаханаларҙы тергеҙә. Водителдәр гуманитар конвойҙарҙы йөрөтә. Дин әһелдәре ғәскәребеҙгә рухи көс бирә. Битараф булмаған кешеләр ҡан тапшыра, кейем тегә, окоп шәмдәре эшләй, маскировка селтәрҙәре үрә. Артистар яугирҙәр алдында сығыш яһай. Беҙ эвакуацияланғандарҙы ҡабул итәбеҙ, республика мәктәптәрендә йөҙләгән бала уҡый.

Фашизмды еңеү өсөн һәр ҡайһыбыҙҙың теләһә ниндәй урында - хәрби эштә лә, хеҙмәт вахтаһында ла индергән өлөшө мөһим. Бөгөн һәр беребеҙ үҙенсә Ватанды һаҡлаусы булып сығыш яһай.

Халҡыбыҙ һәр саҡ ҡорал тотоп Тыуған иле һағына баҫҡан.  Элек-электән шулай булған һәм артабан да шулай дауам итәсәк. Намыҫлы хеҙмәт һәм көсөргәнешле эшмәкәрлек өсөн һәр кемгә ихлас рәхмәтемде белдерәм. Беҙ – берҙәм ҙур ил. Һәм, әлбиттә, беҙ еңәсәкбеҙ!” – тип яҙа Радий Хәбиров.

Фотолар Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.

Беҙ берҙәмлек менән көслө!
Беҙ берҙәмлек менән көслө!
Беҙ берҙәмлек менән көслө!
Беҙ берҙәмлек менән көслө!
Беҙ берҙәмлек менән көслө!
Беҙ берҙәмлек менән көслө!
Беҙ берҙәмлек менән көслө!
Беҙ берҙәмлек менән көслө!
Беҙ берҙәмлек менән көслө!
Беҙ берҙәмлек менән көслө!
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас