Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2023, 14:15

Өфөлә митинг-концерт булды

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сара үтте.

Өфөлә митинг-концерт  булды
Өфөлә митинг-концерт булды

Бөгөн бөтә ил буйлап үҙ бурысын намыҫлы үтәгән Ватанды һаҡлаусыларға арнап, Юғары баш командующий Владимир Владимирович Путиндың эшмәкәрлеген хуплап митингтар үтте. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Өфөнөң Үҙәк майҙанына ла илебеҙҙең бөтә ир-егеттәрен, үҫмерҙәрен ошо матур байрам менән ҡотларға һәм Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре территорияларында үҙ бурысын үтәгән яугирҙәребеҙгә дан йырларға йыйылды.

Махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә республика Башлығы Радий Хәбиров, ветерандарыбыҙ, бөтә Башҡортостан һәм Өфө халҡы ярҙам итә. Быны беҙ яҡшы беләбеҙ. 

Сарала хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Шулай уҡ ҡала ойошмалары вәкилдәре һәм урындағы халыҡ саҡырылды.

“Бөтә республика алғы һыҙыҡтағы беҙҙең егеттәргә ярҙам итеү өсөн берләште. Хәҙер аҙна һайын тиерлек гуманитар ылауҙар китә, улар иң кәрәкле нәмәләрҙе алып бара. Беҙҙең башланғыстарыбыҙ Башҡортостан Республикаһы Башлығы, муниципалитет башлыҡтары яғынан ҙур хәстәрлек тоя”, – тип билдәләне Өфө ҡалаһы ҡала округы советы депутаты, "Башҡортостан Республикаһының Диңгеҙ йыйылышы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Юлай Азамат улы Моратов.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары

 

Өфөлә митинг-концерт  булды
Өфөлә митинг-концерт  булды
Өфөлә митинг-концерт  булды
Өфөлә митинг-концерт  булды
Өфөлә митинг-концерт  булды
Өфөлә митинг-концерт  булды
Өфөлә митинг-концерт  булды
Өфөлә митинг-концерт  булды
Өфөлә митинг-концерт  булды
Өфөлә митинг-концерт  булды
Өфөлә митинг-концерт  булды
Өфөлә митинг-концерт булды
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: