Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2023, 15:00

Сәбәбен белгәс, машинаны бик осһоҙға һатҡандар

Иҫке байрамғолдар бының менән генә сикләнмәгән. Ауылдың оҫтабикәләре клубта йыйылып һарыҡ йөнө теткән һәм хәрбиҙәргә һалҡындарҙа кәрәк булыр тип кейеҙ баҫҡан.

Сәбәбен белгәс, машинаны бик осһоҙға һатҡандар
Сәбәбен белгәс, машинаны бик осһоҙға һатҡандар

Махсус хәрби операция Рәсәй кешеләрен берләштерҙе. Был берҙәмлек ауылдарҙа айырыуса ныҡ һиҙелә. Бөгөн Учалы районының Иҫке Байрамғол (Әүешкүл) ауылы халҡы тураһында яҙмаҡсыбыҙ. Улар ауылдарынан берҙән-бер өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, әле хәрби бурысын үтәп йөрөгән егеттәре йөҙөндә бар яугирҙәргә лә ярҙам итә.

Урал исемле ауылдаштары махсус хәрби операция биләмәһендә взвод командиры һәм егеттәрҙе тәьмин итеү менән шөғөлләнә. Ул урындарға аҙыҡ-түлек, башҡа кәрәк-яраҡ ташый. Тик машиналары һәр ваҡыт боҙолоп ҡына тора, һәм эш ҡатмарлаша.

Егеттең Заһит исемле ағаһы ауылдың мәҙәниәт йортона “аҡса йыйып булмаҫмы икән” тип мөрәжәғәт итә. Тиҙ арала йыйылыш үткәреп кәңәшләшәләр һәм аҡса йыйырға булалар. Ауылдың мәҙәниәт йорто мөдире Рита Абдрәхимова урындағы чаттарға ярҙам кәрәклеге тураһында иғлан биреү менән кеше аҡса йыя башлай. Уны мөдирҙең картаһына ла күсерәләр, ауыл магазинында торған банкаға ла һалалар. Һөҙөмтәлә ауылдаштар 118 мең һум аҡса йыйыуға өлгәшә!

Эшкә Уралдың ағаһы Заһит та әүҙем ҡушыла. Ул егеттең эшләгән урынына барып, профсоюз менән һөйләшә һәм унан да 150 мең һум аҡса бирәләр. Уралдың иптәштәре, коллегалары иһә йәнә 63 мең һум аҡса йыя. Бына ҡайҙа ул берҙәмлек!

– Уралдың ағаһына рәхмәт, ойоштороу эштәрен ул үҙ өҫтөнә алды. Кешеләр менән һөйләшеп, бик шәп “УАЗ” машинаһын тапты. Уның нимә өсөн кәрәклеген белгәс, автомобилде бик ҙур ташлама менән һатҡандар. Ни бары 250 мең һумға барып баҫты ул. Ҡалған аҡсаға генераторҙар, бензобысҡы һәм башҡа кәрәк-яраҡ алдыҡ. Әйберҙәр тупланып бөттө, хәҙер иң тәүҙә китәсәк гуманитар ылау менән биреп ебәрәбеҙ. Заһит үҙе барып, тапшырып ҡайтмаҡсы, – тине ул.

Иҫке байрамғолдар бының менән генә сикләнмәгән. Ауылдың оҫтабикәләре клубта йыйылып һарыҡ йөнө теткән һәм хәрбиҙәргә һалҡындарҙа кәрәк булыр тип кейеҙ баҫҡан.

– Эшләгәндәр белә инде, кейеҙ баҫыуы ауыр эш. Халҡыбыҙ бында ла берҙәмлек күрһәтте, дәррәү килеп ярҙам иттеләр. Бергәләп дөйөм оҙонлоғо 7-8 метрлыҡ кейеҙ баҫтыҡ. Шулай уҡ егеттәр өй йылыһын тойһон тип, бер көн фольклор түңәрәгенә йөрөгән апайҙар менән йыйылып сәксәк тә әҙерләнек. Ауылдаштарым менән шул тиклем ғорурланам, улар ярҙамсыл, берҙәм. Тиҙерәк еңеү килһен, һәр кем иҫән-һау ҡайтһын тип үҙ өлөшөн индерергә тырышалар. Һәр береһенә ҙур рәхмәт, – тине Рита Абдрахимова.

Ысынлап та иҫке байрамғолдар ауылдаш егетенә, ғөмүмән, Рәсәй хәрбиҙәренә ярҙам итеү өсөн ныҡ берләшкән. Был изге эштән бер кемдең дә ситтә ҡалғыһы килмәгән. Йәше лә, ҡартлы ла ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән. Шундай әүҙем апайҙарҙың береһе, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Әлфизә Сәйфетдинова кейеҙ баҫыуы тураһында һөйләне.

– Махсус хәрби операция башланыу менән беҙҙең ауыл халҡы ике тапҡыр ярҙам ебәрҙе лә инде. Әле Уралыбыҙға ярҙам кәрәк тигәс, яҡташтар бик дәррәү генә аҡса йыйҙы. Ауылыбыҙ апайҙары иһә егеттәребеҙ өй йылыһын тойһон тип кейеҙ баҫып ебәрергә ҡарар итте. Бының өсөн һарыҡтың көҙгө йөнө ярай. Уны тиҙ арала таптылар һәм эш башланды. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ эшкә йөрөгән кеүек аҙнаһына өс-дүрт тапҡыр килде һәм ихлас ярҙамлашты. Кемдер йөн тетте, икенселәр махсус шапылдаҡ менән йөндө мамыҡ хәленә килтерҙе, ҡалғандар кейеҙ баҫты. Бөтәбеҙҙең дә теләк бер ине: ир-аттар тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Урал беҙҙең уҡыусыбыҙ, тырыш, тәртипле малай булды. Уҡыуын артабан дауам итте, ғаилә ҡороп йортло булды, һәр яҡтан өлгөлө егет, – тине ул.

Фото: шәхси архивтан. 

Сәбәбен белгәс, машинаны бик осһоҙға һатҡандар
Сәбәбен белгәс, машинаны бик осһоҙға һатҡандар
Сәбәбен белгәс, машинаны бик осһоҙға һатҡандар
Сәбәбен белгәс, машинаны бик осһоҙға һатҡандар
Сәбәбен белгәс, машинаны бик осһоҙға һатҡандар
Сәбәбен белгәс, машинаны бик осһоҙға һатҡандар
Сәбәбен белгәс, машинаны бик осһоҙға һатҡандар
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: