Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2023, 21:40

“Тарихта иң яҡшыһы булып ҡалырға тейеш”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәге яңылыҡ менән бүлешкән. 

“Тарихта иң яҡшыһы булып ҡалырға тейеш”
“Тарихта иң яҡшыһы булып ҡалырға тейеш”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәге яңылыҡ менән бүлешкән. Унда түбәндәге һүҙҙәр бар:

“Был аҙнала Өфөлә Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының ойоштороу комитеты вәкилдәрен ҡабул иттеләр. Федерация Советы һәм Беларусь Милли Йыйылышынан хеҙмәттәштәр өс көн дауамында форумды уҙғарыу майҙансыҡтарын, ҡунаҡханаларҙы, экскурсия маршруттарын ҡараны, программа проектын тикшерҙе. Бөгөн бергәләп сәфәргә йомғаҡ яһанылар.

Форумдың эшлекле программаһы сараларға бай булмаҡсы. Мәҙәни өлөш тә киң -  концепция менән таныштырҙыҡ. «Евразия йөрәгендә Славян баҙары» халыҡ-ара сәнғәт фестивален, этник мәҙәниәттәр фестивален, гастрономик турҙар, «Хәтер поезы» мәҙәни-мәғариф проектын һәм башҡаларҙы программаға индерергә тәҡдим иттеләр. Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумын, халыҡ-ара мәктәп спорты фестивален үткәрәсәкбеҙ, «АМКОДОР» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектәге производствоны сафҡа индерәсәкбеҙ. Беларусь һәм  Рәсәй хеҙмәттәштәребеҙ  Башҡортостанда форумды уҙғарыуға әҙерлек һәм уның уңышы буйынса ҙур эш башҡарылыуын раҫланы.

Мартта уҡ Мәскәүҙә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумын ойоштороу комитетының киңәйтелгән ултырышы үтәсәк. Уға тиклем программаның бөтә пункттарын һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе ентекләп өйрәнәсәкбеҙ. Май аҙағында Өфөлә ойоштороу комитетын ҡабул итәсәкбеҙ. Артабан да Федерация Советы һәм Белоруссияның Милли Йыйылышынан хеҙмәттәштәребеҙ менән тығыҙ эш итәсәкбеҙ, бөтә мәсьәләләрҙе өйрәнәсәкбеҙ. Төбәктәрҙең Х форумы тарихта иң яҡшыһы булып ҡалырға тейеш”, - тип белдергән Андрей Назаров.

Фото Андрей Назаровтың шәхси сәхифәһенән.

“Тарихта иң яҡшыһы булып ҡалырға тейеш”
“Тарихта иң яҡшыһы булып ҡалырға тейеш”
“Тарихта иң яҡшыһы булып ҡалырға тейеш”
“Тарихта иң яҡшыһы булып ҡалырға тейеш”
“Тарихта иң яҡшыһы булып ҡалырға тейеш”
“Тарихта иң яҡшыһы булып ҡалырға тейеш”
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: