Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2023, 17:15

Бер аҙна ваҡыт ҡалды

Ярҙамдан файҙаланып ҡалырға теләһәгеҙ...

Бер аҙна ваҡыт ҡалды
Бер аҙна ваҡыт ҡалды

Башҡортостан Башлығы гранттарына тәүге конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү тамамлана. Коммерцияға ҡарамаған, дәүләткә ҡарамаған ойошмалар өсөн гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереүгә республика Башлығы гранты конкурсына ғаризалар ҡабул итеүгә бер аҙна ғына ваҡыт ҡалды.

Социаль проектты тормошҡа ашырыу өсөн 500 мең һумға тиклем аҡса алыу өсөн был - бик уңайлы мөмкинлек. Был “йәш” коммерция булмаған ойошмаларға һәм Башҡортостан Башлығы гранты, Президент гранты фонды һәм Мәҙәни башланғыстарҙың президент фонды конкурстарында былтыр 1 ғинуарҙан быйыл 1 февралгә тиклем еңеүсе булмаған ойошмаларға ҡағыла.

Конкурсҡа түбәндәге йүнәлештәр буйынса проекттар тапшырырға мөмкин: социаль хеҙмәтләндереү, граждандарҙың айырым категорияларын социаль яҡлау һәм һаҡлау; ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү;мәҙәниәт һәм сәнғәт; тарихи хәтерҙе һаҡлау; һаулыҡты һаҡлау, сәләмәт  тормош алып барыуҙы, физик культура һәм спортты пропагандалау һәм башҡалар.

Шуны ла хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурсҡа ғаризалар урындағы ваҡыт менән 2 мартҡа тиклем 17.00 сәғәткәсә ҡабул ителә.  

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: