Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2023, 10:10

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡотлауҙар килә

Башҡортостан Башлығы исеменә һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә Владимир Путин һәм Рәсәй Хөкүмәте ағзалары тәбрикләү сәләме ебәргән.

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡотлауҙар килә
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡотлауҙар килә

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы ҡотлау ебәргән. Унда былай тиелә:

"Ҡәҙерле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым.

Был ысын мәғәнәһендә милли байрам бөтә ил буйынса тантаналы билдәләнә һәм күп быуын ата-бабаларыбыҙҙың үлемһеҙ батырлыҡтарын йәнә иҫебеҙгә төшөрә, улар ауыр һынауҙар мәлендә тыуған илдәрен яҡлап дәррәү күтәрелгән.

Бөгөн беҙ ошо легендар хәрби йолалар вариҫтары, уларҙың ҡаһарманлығы һәм батырлығы, Ватан алдында илһөйәрлек һәм намыҫлы хеҙмәт идеалдарына ныҡлы тоғролоғо менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.

Һеҙгә һаулыҡ, уңыштар һәм пландарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем.

Владимир Путин".

 

Ҡотлау һүҙҙәрен Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин да ебәргән. Унда былай тиелә:

"Ҡәҙерле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым.

Рәсәй тарихы илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғон һәр ваҡыт яҡлаған геройҙарҙың күп батырлыҡтары тураһында иҫтәлектәр һаҡлай.

Ә бөгөн беҙ Ватан улдарын хөрмәт итәбеҙ, улар үҙҙәренең хәрби бурысын үтәй һәм дәүләттең милли мәнфәғәттәрен яҡлай. Батырлыҡ, берҙәмлек, һалдаттарҙың һәм офицерҙарҙың ныҡышмалылығы ысын илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Был төп әхлаҡи күрһәтмәләр әлеге һынауҙарға ҡаршы торорға, иң ҡатмарлы бурыстарҙы үтәргә көс бирә. Ватанды нығытыу һәм үҫтереү хаҡына барыһын да эшләргә кәрәклегенә инандыра.

Артабан да уңыштар, сәләмәтлек һәм именлек теләйем.

Мишустин Михаил Михайлович".

 

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡотлау һүҙҙәре еткергән. Унда былай тиелә:

"Волга буйы федераль округында йәшәүсе милләттәштәр!

Һеҙҙе байрам, Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым!

Бөгөн хәрби хеҙмәт үткән һәм хеҙмәт итеүселәрҙең барыһының да байрамы ғына түгел, «ирҙәр көнө» лә, ябай ял көнө генә түгел. Көслө, бойондороҡһоҙ, сәскә атҡан Рәсәйҙе ҡәҙерләгән барыбыҙ өсөн дә был көн айырыуса мөһим. Беҙ геройҙарҙы, именлекте һәм суверенитетты тәьмин итеүселәрҙе хәтерләйбеҙ, беләбеҙ һәм ғорурланабыҙ. Һәр ваҡыт шулай булды һәм һәр ваҡыт буласаҡ.

Ә бөгөн меңәрләгән хәрбиҙәр, мобилизацияланғандар һәм ирекмәндәр – аталарының һәм олаталарының эшен дауам итә – Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлай. Әле фронтта булған һәр кемгә, оло илебеҙҙең яңы төбәктәрендә йорттарҙы, мәктәптәрҙе, дауаханаларҙы тергеҙгән, юлдар төҙөгән, кешеләргә ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәтемде белдерәм.

Көн һайын Рәсәй үҫешенә үҙ өлөшөн индергән Волга буйы федераль округы халҡын, балаларын һәм ейән-ейәнсәрҙәрен, Ватанға ҡарата илһөйәрлек һәм мөхәббәт тәрбиәләүселәрҙе ҡотлайым.

Барығыҙға ла тыныс күк, сәләмәтлек, муллыҡ һәм ныҡышмалылыҡ!

Комаров Игорь Иванович".

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: