Ватанды һаҡлаусылар байрамында йыл һайын Бөрйән районында Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов нигеҙ һалған ҡышҡы ат ярыштары үтә. Быйыл ул 54-се тапҡыр ойошторолған. Сара хаҡында район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.
"Үҙебеҙҙең районға ғына хас үҙенсәлекле байрамдарҙың береһе – Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов исемендәге ҡышҡы ат ярыштары быйыл 54-се тапҡыр уҙғарылды. Сарала Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарынан 40-тан ашыу ҡатнашыусы булды. Ошо ярыштарға нигеҙ һалып, бөгөн беҙҙең менән байрамда ҡатнашҡан хөрмәтле яҡташыбыҙ, Аҡһаҡал, райондың Маҡтаулы гражданы Исмәғил Әхмәҙулла улына оло ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Бөрйән ҡаяларындай ныҡлыҡ, Ағиҙел йылғаһындай оҙон ғүмер, күңел бөтөнлөгө һәм сәләмәтлек теләйбеҙ!
Шулай уҡ районыбыҙҙың ат һөйөүселәренә, алыҫ араларҙы яҡынайтып килгән ҡатнашыусыларға һәм сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ир-егеттәрҙе тағы бер тапҡыр Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас ҡотлайым! Барығыҙға ла матур һәм имен ял көндәре теләйем!"-тигән ул.
Фото: Ғәзиз Манаповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.