Яңауыл районының Байғужа ауыл биләмәһе иң ҙурҙарҙан һанала: ул туғыҙ ауылды берләштерә. Бында башҡорт, татар, мари, удмурт милләтле кешеләр иңгә-иң терәп, татыулыҡта ғүмер кисерә. Халыҡтың дөйөм һаны – мең ярымдан ашыу. Әлеге ваҡытта бында бер ауыл хужалығы предприятиеһы һәм өс фермер хужалығы эшләп килә.
Атайсалым тип янған яҡташтар бар
Биләмәгә ҡараған туғыҙ ауылдың һигеҙендә – газ, алтауһында үҙәкләштерелгән һыу селтәре үткәрелгән, күпселек ауылдарҙа юлдарға асфальт түшәлгән. Байғужа ауылында урта мәктәп эшләп килә, ул Советтар Союзы Геройы Ғәйнанша Хәйҙәршиндең исемен йөрөтә. Был белем усағына алты ауылдың балалары йөрөп уҡый, уларҙы махсус автобус илтеп ҡуя. Ауылда шулай уҡ почта бүлексәһе, икмәк бешереү цехы, кибеттәр, китапхана, мәсет бар.
Байғужа ауыл биләмәһе башлығы Зөфәр Йәсәүи улы Вәлиев беҙҙе төбәк халҡының тормош-көнкүреше, башҡарылған һәм киләсәккә билдәләнгән эштәр менән таныштырҙы.
– Барлыҡ башланғыстарҙа тыуған төйәгенең яҙмышына битараф булмаған ауылдаштарҙың ярҙамына, халыҡтың берҙәмлегенә таянабыҙ. “Атайсал” проектына ярашлы, ошо ауылдан сыҡҡан яҡташтар ҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, Финарит Нәзим улы Ғәлимовҡа һәм Илгиз Римфел улы Муллаҡаевҡа ҙур рәхмәт! Әле уртаҡ көс менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һәләк булған ауылдаштар иҫтәлегенә булдырылған паркты яңыртырға ниәтләйбеҙ, – тип һөйләне Зөфәр Йәсәүи улы.
Былтыр 10 сентябрҙә, “Атайсал” проектына ярашлы, Байғужала бик матур парк асылған. Ул ошо ауылда тыуып үҫкән Социалистик Хеҙмәт Геройы Сабит Йәғәфәровтың яҡты иҫтәлегенә булдырылған. Заманса ял биләмәһе Геройҙың туғаны – эшҡыуар Айрат Ғәлихановтың көсө һәм тырышлығы менән барлыҡҡа килгән. Айрат Рауил улы был изге эшкә 1,5 миллион һум аҡса йүнәлткән. Байғужалар данлыҡлы нефтсе, бөтә ғүмерен Себер ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә арнаған Сабит Фәтих улы менән хаҡлы ғорурлана. Йәшел шыршылар ултыртылған, заманса яҡтыртыу ҡорамалдары, эскәмйәләр ҡуйылған, бәләкәй генә фонтаны ла булған парк ауыл халҡының күңеленә хуш килгән.
– Быйыл Яңы йыл алдынан Айрат Рауил улының ярҙамы менән паркты матур итеп биҙәнек, гирляндалар элдек. Яңы йыл төнөндә бөтә ауыл халҡы ошонда йыйылды. Был үҙенә күрә матур йолаға әйләнер, тип уйлайым, – ти хакимиәт башлығы Зөфәр Йәсәүи улы.
Айрат Ғәлиханов махсус хәрби операцияға ике автомунса һәм ике бронялы “УАЗ” автомобиле ебәрергә хәл иткәс, байғужалар берҙәм рәүештә машиналарҙы буш ебәрмәҫ өсөн яугирҙәргә күстәнәс, бүләк әҙерләргә тотона. Шулай итеп, биләмәләге туғыҙ ауылдан һалдаттарға йылы кейем, аҙыҡ-түлек, кәрәкле әйберҙәр туплана. Ауылдағы икмәк бешереү цехы ике электр болгарка бысҡыһы, ике йәшник асҡыс-инструмент бирә, умартасылар 150 килограмм бал алып килә. Хатта мунса инергә тип миндектәр, шампунь кеүек кәрәк-яраҡ әҙерләйҙәр. Оло йәштәге инәйҙәр йылы ойоҡбаштар бәйләй. Ауыл халҡының йөрәк йылыһы, изге доғалары ҡушып әҙерләнгән бүләк-күстәнәстәр яугирҙәргә имен-аман алып барып еткерелә.
Ауылдың бер хазинаһы
Фәриха апай Матнурова кеүектәрҙе “торғаны бер хазина” тиҙәр. Ысынлап та, ниндәй генә шөғөлө юҡ уның! 40 йыл дауамында Байғужа мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан хөрмәтле мөғәллимә, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы ул. Йәшләй генә тол ҡалыуға ҡарамаҫтан, ике ҡыҙына – Зәмфирә менән Гүзәлгә матур тәрбиә биреүгә өлгәшкән һөйөклө әсәй, биш ейән-ейәнсәргә һөйөклө нәнәй ҙә үҙе.
Фәриха Сәйҙел ҡыҙы бәйләү, тегеү, сигеү эштәренә оҫта. Ишек, тәҙрә пәрҙәләренә тиклем үҙе бәйләп, кибеттә һатылған ап-аҡ селтәрҙәрҙе нағышлап сигеп элгән. Ултырғыс, өҫтәл, диван, карауат япмалары ла аллы-гөллө биҙәктәре менән һоҡландыра. Бер диван япмаһын бәйләүгә яҡынса 15 көн ваҡыт китә икән.
– Балалар бәләкәй саҡта бөтә кейемде тиерлек үҙем бәйләп кейҙерҙем. Ейәндәремә лә һәр ваҡыт үҙ ҡулым менән бүләк әҙерләүҙе хуп күрҙем. Был шөғөлөмдө ҡыҙҙарым да үҙ итте, Зәмфирәм айырыуса матур бәйләй, – ти оҫтабикә.
Фәриха апаның тағы бер яратҡан шөғөлө – халыҡ медицинаһын өйрәнеү, дарыу үләндәре, төрлө шифалы майҙар, төнәтмәләр эшләү. “Үләндәрҙең артығы кәрәкмәй. Үҙегеҙгә килешкәнен белеп файҙаланһағыҙ, шул етә. Мин пәйғәмбәр тырнағы, мәтрүшкә, мелисса, боланут, кесерткән, әрем, энәлек, аҡ сәскә, сиренде яратып ҡулланам. Мәҫәлән, сирен һыҙлаған быуындарға килешә. Әремдән йыл һайын май эшләйем, ул иң аҙған хәлдәге ангинаны ла дауалау көсөнә эйә”, – тип халыҡ дауаһы серҙәрен уртаҡлашты ағинәй.
Фәриха Сәйҙел ҡыҙы ауыл тарихын өйрәнеү менән дә мауыға. Байғужа ауылында мәктәп асыуға, тәүге уҡытыусыларға бәйле бай мәғлүмәттәр туплаған.
Татыу ғаилә – ауыл күрке
Гөлназ менән Флорид Әмировтар – Байғужаның матур ғаиләләренең береһе. Улар дүрт балаға ғүмер бүләк иткән. Ғаилә башлығы Флорид Ҡасим улы “Башнефть-Яңауыл” йәмғиәтендә оператор булып эшләй, Гөлназ Зәбир ҡыҙы – тәрбиәсе. Өлкән улдары Илнур менән Айнурҙың да ғаиләләре Нефтекама ҡалаһында төпләнгән. Килендәре Лариса һәм Руфина ла күптән инде был йортта үҙ кешегә әйләнгән. Өс йәшлек Лия – нәнәй менән ҡартатайҙың яратып, көтөп алған ҡәҙерле ҡунағы. Әмировтарҙың кесе улдары Айваз, Илназ – игеҙәктәр. Әлеге ваҡытта Айваз Уссурийск ҡалаһында хәрби бурысын үтәй. Һалдаттың имен-аман ҡайтыуын ата-әсәһе, бөтә туғандары ашҡынып көтә. Илназ Байғужа мәктәбендә физик тәрбиә уҡытыусыһы булып эшләй, бер үк мәлдә Өфө университетының Бөрө филиалында уҡып та йөрөй. Әйткәндәй, егеттәрҙең барыһы ла йыр-моңға һәләтле.
Әмировтарҙың күркәм йорто, төҙөк хужалығы әллә ҡайҙан уҡ бында егәрле, матур тормошҡа ынтылған кешеләр йәшәүе хаҡында һөйләй.
– Бергәләп баҡса үҫтерәбеҙ, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Тәбиғәттә булырға, емеш-еләк йыйырға яратабыҙ. Бер эштән дә ҡурҡмай, тотабыҙ ҙа үҙебеҙ эшләйбеҙ, – ти уңған хужалар.
Кинйә улдары Илназ үҙенсәлекле шөғөлгә – инкубаторҙа ҡош-ҡорт сығарыуға тотонған. Ауыл халҡынан заказдар ҙа ҡабул итә. Әлегә ике инкубаторҙары бар, унда бройлер, бүҙәнә себештәре сығарғандар, башҡа төрлө ҡош-ҡорт та үрсетәләр.
“Бөгөн йәштәрҙең күбеһе ҡалала төпләнеүҙе хуп күрә. Ундай уй-ниәт бармы?” – тип һорайбыҙ Илназдан. “Юҡ, миңә ауылда йәшәү оҡшай”, – тип етди яуапланы егет. Әйткәндәй, ул Байғужала йәштәр ойошмаһы төҙөп ебәргән, ауыл тормошон йәнләндереү йәһәтенән дә пландары ҙур. Илназ кеүек “ауылда йәшәү оҡшай” тип торған алмаш булғанда, ауылдар ҙа йәшәр, тормош дауам итер.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА