Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль 2023, 09:05

Белоретта түмәр умарталар етештерәләр

“Солоҡ һәм түмәр умартасылығына ярҙам” программаһы эшләй.

Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, блогер, республикала туризмды үҫтереүгә тос өлөш индергән Артур Иҙелбаев солоҡ һәм түмәр умартасылығын үҫтереү йүнәлешендә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Белеүебеҙсә, ул, бер нисә районда түмәр умарталар урынлаштырып, бал алыуға өлгәште, яңыраҡ Белорет районында түмәр умарталар етештерә башлауҙары тураһында белдерҙе.

“Белорет районында түмәр умарта етештереү буйынса иң ҙур производствоны астыҡ. Рәсәйҙә башҡа бер ҡайҙа ла сәнәғәт кимәлендә солоҡ кеүек түмәр умарта етештерелмәүен иҫәпкә алғанда, был производство илдә иң ҙуры һанала. Ә, бәлки, хатта донъяла ла.

Бында бер генә түгел, ике майҙан бар. Береһендә – яҙға тиклем 100-200, ә икенсеһендә 500-гә тиклем түмәр умарта етештереү планлаштырыла. Бөрйән районында тағы бер биләмә бар, әммә ул бәләкәйерәк. Былтыр унда бал ҡорттары өсөн 50 йорт эшләнгән дә инде, быйыл да шунан ҡалышмаҫҡа иҫәп.

Был умарталарҙы станокта яһап булмай, ҡул менән генә эшләнә. Һәм был да – иң ҡиммәте. Шулай уҡ ысын солоҡ тик ысын ҡырағай ҡорттар өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙа ҡышлай алалар. Бал ҡорттарының башҡорт популяцияһы ғына шундай һәләткә эйә. Йорт тоҡомдарының күбеһе ҡышҡа сыҙамлы түгел һәм туңып үләләр.

Ҡырағай бал ҡортоноң солоҡ балы ҡиммәт баһалана, хаҡы ябай балға ҡарағанда ун тапҡырға тиерлек ҡиммәтерәк. Һуңғы йылдарҙа солоҡ һәм түмәр умартасылығына ҡыҙыҡһыныу һиҙелерлек артты. Быға тәбиғи ҡырағай, экологик яҡтан таҙа балға ихтыяж да булышлыҡ итә.

Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Туризмды үҫтереү үҙәге менән берлектә әҙерләгән “Солоҡ һәм түмәр умартасылығына ярҙам” программаһын ҡабул итеү – умартасылыҡтың традицион төрҙәрен үҫтереүҙә бик әһәмиәтле сара. Ул солоҡ һәм түмәр умарталары, бал ҡорттары оялары хаҡының 50 проценты күләмендә субсидия алырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ урындағы бал ҡорттары тоҡомон үрсетеү буйынса питомник тотоу менән шөғөлләнеүселәр ҙә һиҙелерлек ярҙам аласаҡ.

Әммә субсидияға дәғүә итеүселәргә талаптар ҙа ҡәтғи. Бал ҡорттары ла, улар етештергән бал да йыл һайын ысынлығын раҫлаған сертификат алырға тейеш.

Асылда, программа үҙенсәлекле. Рәсәйҙә әлегә ундай документ юҡ. Ул бик ваҡытлы ҡабул ителде, сөнки данлыҡлы башҡорт бал ҡортона юғалып ҡалыу хәүефе янай ине”, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Артур Иҙелбаев.

Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров ҡушыуы буйынса Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Туризмды үҫтереү үҙәге менән берлектә әҙерләгән “Солоҡ һәм түмәр умартасылығына ярҙам” программаһын ҡабул итеү – умартасылыҡтың традицион төрҙәрен үҫтереүҙә бик әһәмиәтле сара. Ул солоҡ һәм түмәр умарталары, бал ҡорттары оялары хаҡының 50 проценты күләмендә субсидия алырға мөмкинлек бирә.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: