1997 йылдың яҙында Өфөнән Әмир Ишемғолов етәкселегендә Бөрйәнгә ғилми экспедицияға барҙыҡ. Төп маҡсат – бөрйән ҡорттары һаҡланған ауылдарҙан умарта һәм солоҡтарҙы “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы умарталығына йыйып, инә ҡорттар сығарыу һәм, үрсетеп таратып, нуклеус (запас ғаиләләр) булдырыу.
Райондың көньяҡ ауылдары – Әтек, Ырғыҙлы, Ҡотандан башлап, төньяҡта Мәһәҙи, Исламбай, Аҫҡар, Ғәлиәкбәр ауылдарына тиклем бөрйән ҡорттарын йыйып барҙыҡ. Бал ҡорто тоҡомоноң төп билдәһе булған кубиталь индекс микроскоп аша тикшерелде. Был ауыр, мәшәҡәтле эште башҡарып сығып, ҡурсаулыҡ умарталығына ошо бөрйән ҡорто популяцияһына тап килгән ҡорттарҙы туплауға өлгәштек. Бер үк ваҡытта төп умарталыҡтағы һирәк-һаяҡ килеп осраған һары-һоро көньяҡ ҡорттарын Ағиҙел буйлап Мәләүез яғына күсерҙек.
Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ойошторған был эш, Бөрйән районынан тыш, Архангел, Ғафури, Ейәнсура, Иглин, Күгәрсен һәм Нуриман райондарында дауам итте. Унда ойошманың биш-алты умарталыҡты бергә туплаған ғилми-тәжрибә станциялары тикшереү эштәрен әүҙем генә алып барҙы. Төп маҡсат инә ҡорттарҙы үрсетеү генә түгел, бөрйән ҡорттары менән селекция эше алып барып, беҙҙең төбәк исеменә тап килтереп, башҡорт тоҡомло бал ҡорто тоҡомон раҫлау ине. Ойошма етәксеһе Әмир Ишемғолов еңел булмаған эште башҡарып сыҡты. Ниһайәт, 2006 йылдың 4 октябрендә Рәсәй Федерацияһының Селекция ҡаҙаныштарын һынау һәм һаҡлау буйынса дәүләт комиссияһы тарафынан “Башҡорт” тоҡомло бал ҡорто таныҡлығы (төп документ) бирелде. Шулай итеп, элек Урта Рәсәй, бәғзеләр урта рус (среднерусская) тоҡомло бал ҡорто урынына башҡорт ҡорто районлаштырылды. Әмир Ишемғолов алдында бик күп ҡаршылыҡтар булды, беҙҙең бал ҡортон рәсмиләштермәҫкә тырышыусылар ҙа осраны, әлбиттә.
Хәҙер инде үҙебеҙҙең башҡорт теле, башҡорт балы менән башҡорт ҡорто, башҡорт аты һәм ҡымыҙы бар, тип ғорурланабыҙ. Башҡорт халҡының һәм Башҡортостан Республикаһының милли бренды булған башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын һаҡлау ғына түгел, артабан үрсетеү һәм данын таратыу талап ителә.
- Рафиҡ НОҒОМАНОВ