Йәмғиәт
24 Февраль 2023, 10:42

Күңел яраһы юйылмай...

Хыянаттар булмаһын.

kto-chto-gde.rukto-chto-gde.ru
Фото:kto-chto-gde.ru

Лилиә тигән ҡатын күңелендәге әрнеүҙәрен уртаҡлашты. Уға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ, дуҫтар? Тыңлап ҡарайыҡ.

 – Йөрәкте өйкәп торған үкенесле хәтирәләр, йылдар үтһә лә, юйылмай икән, киреһенсә, әлеге тормошома шик-шөбһә күләгәһе төшөрә. Мин тыуған йорттан күптән сығып киттем, ирем, биш йәшлек ҡыҙым бар. Ғаиләбеҙ татыу, ирем менән бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Бик яратып өйләнештек, тоғро булырға анттар бирҙек... Әммә мине хыянат темаһы барыбер ҡурҡыта, сөнки йөрәгемдә бер кем дә белмәгән сер бар.

Эш шунда – ҡасандыр хыянат туранан-тура беҙҙең ғаиләгә, атайым менән әсәйемә ҡағылғайны. Мин республиканың бер ҡала­һында үҫтем. Ул осорҙа мин – мәктәп уҡыусыһы, ә яҡындарым 18 йыл самаһы уртаҡ ғүмер кисерә ине инде. Хәтерләүемсә, атай менән әсәй һәр саҡ һүҙгә килешә, әрләшә торғайны. Юҡ-барға ла бәхәсләшеп китәләр, ә мин уларҙы ишетмәҫ өсөн йә ҡолаҡсын менән музыка тыңлайым, йә урамға сығып китәм. Әммә улай ғына өйҙәге шау-шыуҙан ҡотолоп буламы һуң? Кәрәген дә, кәрәкмәгәнен дә ишетеп үҫтем. Бер мәл ярһыған атайым әсәйемә: “Сығып китәм! Арыным! Ҡалған ғүмеремде яратҡан кешем янында үткәрәсәкмен! Шул тиклем туйҙырҙың мине!” – тип әйтеп һалды. Әсәйем кем икәнлеген һорап ҡараһа ла, атай өндәшмәне.

Аҙаҡ иһә, әсәй менән һөйләшкәс, уның күптән күңелендә шик булыуы, атайымдың хыянатын тойоуы тураһында төшөндөм. Шул саҡ “ҡылт” итеп мәктәптәге ваҡиғалар иҫкә төштө.

Алтынсы кластар тирәһендә уҡы­ғанда, ҙур ғына компанияла водитель булып эшләгән атайым эшһеҙ ҡалды, өйҙә аҡса етмә­гәнлеге шунда уҡ һиҙелде. Тиҙҙән ул танышы аша мин уҡыған мәктәп­кә ваҡытлыса һаҡсы булып урынлашты. Бер ни тиклем эшләгәндән һуң, уға һөнәре буйынса вакансия тәҡдим иттеләр һәм атай мәктәптән китте. Был хәл онотолоп та бөткәйне тиерлек, мәгәр өлкәнерәк кластарҙа уҡығанда, аң-тоңдо төшөнә башлағас, йәштәштәр менән аралашҡанда ҡолағыма шундай хәбәр төштө: баҡһаң, атайымды йыш ҡына мәктәп китап­ханасыһы менән бергә күргәндәр икән. Мин иһә был хәбәрҙәргә ул саҡта артыҡ иғтибар бирмәнем, шул килеш үтеп китте.

Бер нисә йыл үтте, мәктәпте та­мамларға ваҡыт етте, ләкин атай менән әсәйҙең мөнәсәбәттәрендә яҡшы яҡҡа үҙгәреш булманы, киреһенсә, улар араһындағы упҡын киңәйә генә бара ине. Йыш ҡына атай эштән һуң өйгә ҡайтмай, ҡай­һы берҙә таңға табан ғына иҫереп килеп инә торғайны. Әсәйем иһә үтә борсола, уны эҙләй, йоҡоһон юғалта. Ул булмағанда, дауа­ханаға, милиция бүлексәләренә, хатта мәйетханаға ла шылтыратып бөтә. Миңә, үҫмергә, әсәйемдең өҙгөләнеүен күреү бик ҡыйын ине. Уны шул тиклем йәлләй торғайным, әммә бала нисек ярҙам итә алһын? Атай менән һөйләшеүҙән бер файҙа ла юҡ ине, барыһы ла ҡабатлана торҙо. Әйтеүемсә, һөҙөмтәлә, атайым сираттағы талаш-тартыштан һуң, беҙҙе ташлап, бөтөнләйгә “һөйөклөһө” янына сығып китте. Тағы ла ҡыйыныраҡ көндәр тыуҙы: әсәйем “Кем ул? Йәшме? Ҡайҙан килеп сыҡҡан? Мөнәсәбәттәре ҡасан башланған?” кеүек һорауҙар менән баш ватты, кәйефе юғалды, һаулығы ҡаҡшаны.

Тап шул саҡта мин төшөнгәндәй булдым: атайым, моғайын, теге мәктәптәге китапханасы ҡатынға сығып киткәндер. Шулай булып сыҡты ла: баҡһаң, улар алты йыл дауамында осрашып йөрөгән, алты йыл буйы атайым ике ғаилә ара­һында йәшәгән. Әйткәндәй, ул бик үк йәш тә булып сыҡманы – әсә­йемдән биш йәшкә өлкәнерәк икән...

Был хәлдәр асыҡланған осорҙа ифрат ҡыйын булды, тормоштоң аҫты-өҫкә әйләнгәндәй тойолдо. Әсәйемдең хәлен аңлатып тормайым. Беләһегеҙме, иң ытырғанысы нимәлә? Һуң бит был китапханасы ҡатын мин уҡыған йылдарҙа һәр саҡ матур итеп иҫәнләшә, йылмая, итәғәтле ҡылана торғайны. Ул ғына түгел, ниндәйҙер китаптар, әсбап­тар етмәһә, атайым шул “танышы” аша беҙгә уларҙы табып бирә ине. Әсәйем иһә: “Кеше ярҙам иткәс, рәхмәт йөҙөнән ҡаплы кәнфит алып бар”, – тип өйрәткән була. Ә ысынында барыһы ла ялған булған!

Тағы ла шул иҫкә төштө: бер йыл атайыбыҙ эш буйынса тип йыраҡ юлға, оҙайлы коман­дировкаға китте. Баҡһаң, унда ла китапханасы ҡатынды алып барған, бергә ял итеп ҡайтҡандар икән. Уҡытыусылар ҙа был роман хаҡында белгән... Мәгәр беҙгә генә әйтеүсе булмаған.

Барыһы ла асыҡланғас, әсәйем мәктәпкә барып янъял ҡуптарҙы, ошо хәлде белеп-күреп торған китапханасыға ла, директорға ла эләкте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә барыбер тарҡалды. Айырылышыу процесы оҙаҡ барҙы, күпме нервы, көс китте, әсәйем бигерәк тә йонсоно. Башта атайым менән арала­шыуҙы бөтөнләй туҡтаттым, аҙаҡ, йылдар үтә килә, мөнәсәбәттәр яйланды, шулай ҙа...

Хыянат темаһы мине ныҡ ҡур­ҡыта. Баҡһаң, яҡын кешеләреңдең тормошон селпәрәмә килтереү өсөн күп тә кәрәкмәй икән. Ҡайһы саҡта иремә ҡарайым да, әгәр ул да атайым һымаҡ ҡыланһа, нимә эшләр инем икән, тип уйлап ҡуям һәм ҡотом оса. Үҙемдәге көнләшеү тойғоһона ҡаршы көрәшергә тырышам, әммә ирем аҙ ғына эштән һуңлаһа ла борсола башлайым, башҡа әллә ниндәй уйҙар килә.

Әйткәндәй, әсәйемдең хәлдәре күптән яйланды, ул эшен алмаш­тырҙы, яратҡан шөғөлө бар. Иң мөһиме – һау-сәләмәт, күңеле тыныс. Шулай ҙа күңелдәге яраларҙы юйып булмайҙыр ул...

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас