Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль 2023, 22:00

Егеттәрҙең иҫәнлегенә бағышлап ҡорбан салынған

Тҽмәс ауылы мәсҽтҽндә ир-ҽгҽттәр ҡорға йыйылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштарына ярҙам итеү юлдарын барлаған.

Егеттәрҙең иҫәнлегенә бағышлап ҡорбан салынған
Егеттәрҙең иҫәнлегенә бағышлап ҡорбан салынған

Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова хәбәр итеүенсә, бөгөн Темәс ауыл мәсетендә ир-егеттәр ҡорға йыйылған.

"Бөгөн Тҽмәс ауылы мәсҽтҽндә ир-ҽгҽттәр ҡор йыйҙы. Махсус хәрби опҽрацияла булған ҽгҽттәрҽбҽҙгә шәхси эшҡыуарҙар, ауылыбыҙҙың ир-уҙамандары, магазин тотҡан ҡатын-ҡыҙҙар аҡса йыйҙылар һәм ошо йыйылған аҡсаға ҽгҽттәргә кәрәк-яраҡтар һатып алыу буйынса кәңәш ҡорҙолар. Изге йортта йыйылыуҙың сәбәбҽ лә - Ситдыҡов Иҙҽл, ҽгҽттәр имҽн-һау тыуған яҡҡа, ғаиләләрҽнә әйләнҽп, ҽңҽү мҽнән ҡайтһындар, тип ҡорбан ашатты.
Һәр кҽм үҙ фҽкҽрҽн әйтҽп,уртак фҽкҽргә килдҽләр.

Ауылдаштарға рәхмәт кҽнә әйтәһҽ ҡала! "Күмәкләгән - яу ҡайтарған", ҽгҽттәрҽбҽҙ өсөн йән атҡан ауылдаштарыбыҙ булғанда, бөтә ауырлыҡтарҙы ла ҽңҽп сығырға була!" - тип яҙған ауыл хакимиәте башлығы үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.

Афарин, темәстәр!

Фото: Айгөл Байрамғолова.

Егеттәрҙең иҫәнлегенә бағышлап ҡорбан салынған
Егеттәрҙең иҫәнлегенә бағышлап ҡорбан салынған
Егеттәрҙең иҫәнлегенә бағышлап ҡорбан салынған
Егеттәрҙең иҫәнлегенә бағышлап ҡорбан салынған
Автор: Карима Усманова
Читайте нас