Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль 2023, 15:21

Йылы кейемдәргә күңел наҙы һалынған

Изге сарала 96 йәшлек инәй ҙә ҡатнашҡан.

Мәрйәм Әғзәмова фотоһы.
Фото:Мәрйәм Әғзәмова фотоһы.

Ауырлыҡтар кешене берләштерә, нығыта. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙам күрһәтеү йәһәтенән Байгилде ауыл биләмәһенең ветерандар советының әүҙем эшләүе тураһында ишетеп, Нуриман яҡтарына барғанда уның рәйесе Рәлиә Әхтәмйәнованы күреп һөйләштек.

Илгә килгән бәләгә битараф ҡалмағандар былтыр көҙ үк ошо йүнәлештә эш башлай. Һалдат­тарға йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләү маҡсатын ҡуя улар. Был эшкә Байгилде генә түгел, Ҙур һәм Бәләкәй Теңкәш ауылдары ла дәррәү ҡушыла. Һарыҡ тотоусылар күп түгел, шуға уның йөнөн табыу ҙа тәүҙә еңелдән булмай. Иҫке Күлдән һигеҙ тоҡ һарыҡ йөнө алып ҡайтҡас, уны таҙартыу, иләү өсөн өмәгә Рәлиә Тимерйән ҡыҙының йортона йыйылалар. Тиҫтәләгән ҡатын-ҡыҙ ике көн буйы ошо эште башҡара.

Бәйләү эштәрендә ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар тағы ла күбәйә. Һәр береһе үҙендә бәйләп килтереп тапшыра бара. Бер тапҡыр посылка оҙатыу менән сикләнмәйҙәр, бөгөн дә бәйләү эше дауам итә. Апайҙар­ҙың бәйләм менән шөғөллән­гәндәрен белеп, хәҙер һарыҡ йөнөн үҙҙәре тәҡдим итеүселәр ҙә барлыҡҡа килгән. Кемдер – өс, кемдер дүрт тоҡ йөн килтергәс, уны эшкәртеү, таҙартыу өсөн йәнә өмәгә Ҙур Теңкәш ауылынан Мәрйәм Әғзәмованың йортона йыйылалар. Был эштәрҙә хатта йорт хужабикәһенең әсәһе 96 йәшлек Нәзифә апай Сәйфетдинова ҡатнаша. Ғөмүмән, оло йәштәгеләр булыуы тик файҙаға, был йәһәттән эш нескәлектәрен дә беләләр, йәшерәктәр менән уртаҡлашыр тәжрибәләре лә ҙур.

– Ҙур Теңкәш ауылына өмәгә йыйылғанда тағы ла күмәгәйҙек, 17 кеше булып киттек. Хаҡлы ялда­ғыларға йәшерәктәр ҙә ҡушылды. Ошо изге эштә әүҙем ҡатнашыу­сыларҙы ла билдәләп үтер инем. Улар – Роза Даянова, Гөлсинә Нәбиева, Асия Гәрәева, Мәрфуға Мәрҙәнова, Тәнзилә Мөхәмәтшина, Нәсимә Ғәлләмова, Гүзәлиә Суфиянова һәм башҡа уңғандары­быҙға рәхмәт. Араларында улдары ошо хәрби операцияла ҡатнашҡан әсәйҙәр ҙә бар. Эш туҡталғаны юҡ, даими бәйләп торалар, килтереп тапшыра баралар. Изге эшкә ҡушылыусылар һаны ишәйә, әлеге көндә уларҙың һаны 50-гә етә. Киләсәктә йылы ойоҡбаштар ғына бәйләп ҡалмай, бауырһаҡ, сәк-сәк бешереп оҙатырға тигән маҡса­тыбыҙ ҙа бар, – тип һөйләне Рәлиә Әхтәмйәнова.

Эргәләрендә ир-егеттәр таяныс булғанда ғына, гүзәл заттар ошо тиклем ҙур эште башҡара ала. Был йәһәттән Рәлиә Тимерйән ҡыҙы тормош иптәше Радик Ахун улының терәген тоя. Кәрәк икән, башҡа ауылдарҙан машина менән тоҡлап һарыҡ йөнөн алып килә, өмәсе­ләрҙе алып барып ҡуйыуҙа ла “юҡ” тимәй. Әйткәндәй, Әхтәмйәновтар, өс бала тәрбиәләп үҫтереп, уларҙы оло тормош юлына сығарған. Һәр береһе хәҙер ғаиләле. Икәүһе ситтә йәшәһә, Радмир улдары ғаиләһе менән ауылда төпләнеп донъя көтә.

Элекке уҡытыусы бөгөн дә йәм­ғиәтебеҙҙе, йәш быуынды тәрбиә­ләү бурысы менән йәшәй. Рәлиә Әхтәмйәнова хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем математика уҡытыусыһы булып эшләгән. Дөйөм педагогик стажы – 42 йыл, шуның яртыһы Бөйөк Ватан һуғы­шы ветераны Ришат Исмәғилев исе­мендәге Байгилде ауылы лицейында үтә. Хәҙер инде туғы­ҙынсы йыл ул ауылдың ветерандар советына етәкселек итә.

Оло быуын илһөйәрлекте, сәлә­мәт тормош алып барыуҙы пропагандалау йүнәлешендә әүҙем эшләй. Райондың беренсе ветерандар ойошмалары араһында уҙғарылған конкурста йыл һайын алдынғы урындарға лайыҡ булыу­ҙары ла эшмәкәрлеген сағылдыра. Оло йәштәгеләрҙең спартакиада­һында ҡатнашалар, Рәлиә Тимер­йән ҡыҙы Өфө, Ағиҙел ҡалала­рында ошо ярышта өҫтәл теннисы буйынса уңышлы сығыш яһаған. Ауылда ла саңғы, велосипедта уҙыш ярыштары уҙғарып, йәштәргә матур өлгө күрһәтәләр. Скандинав таяҡтары менән йөрөргә лә өлгө­рәләр. Ололарҙың рәтен хәҙер йәштәр тулыландыра.

Байгилде яҡтарында үҙҙәренең эше, булмышы менән матур өлгө була белгән әүҙем апайҙарға киләсәктә лә һүнмәҫ дәрт теләйбеҙ.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: