Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2023, 09:00

Игеҙәктәр кәрзин үрә

Бөрйән игеҙәктәре Нурзилә һәм Инзирә Баязитовалар яңы шөғөлгә тотонған

Игеҙәктәр кәрзин үрә
Игеҙәктәр кәрзин үрә

Был хаҡта "Таң" гәзите хәбәр итә.

"Ҡатын-ҡыҙҙың әсә булыу тигән бөйөк тәғәйенләнешенән ҡала икенсе миссияһы донъяға матурлыҡ таратыу, көслө затҡа йәшәү көсө биреүҙер ул. Ҡатын-ҡыҙ ҡулы тейһә, таштар ҙа сәскә ата. Хәйер, ана, хатта тал да, башҡа материалдар ҙа “сәскә ата” икән.
Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Нурзилә Баязитова:
“Кескәй саҡтан алып талдан кәрзин үрергә хыял итә торғайным. Хәҙерге мәлдә, ошондай материалдан төрлө әйберҙәр үреп була икәнен белгәне бирле, берәй гөлгә һауыт эшләү теләге менән янып йөрөнөм. Һәм бына, ниһайәт, хыялды тормошҡа ашырып та ҡуйҙым. Беренсе эшем булыуға ҡарамаҫтан, шул тиклем ҡәнәғәтмен, шатлығым эсемә һыймай. Ҡояш нурына төҫөн үҙгәртеп, икенсе төҫ менән дә уйнап ебәреүе лә күңелемә ятты", - тип яҙғайны талдан гөл һауыты итеп тәүге кәрзинен үргәс.
Был эшен игеҙәге Инзирәгә лә “йоҡторған”. Хәҙер улар буш ваҡыттарында бергәләп булыша был эш менән.
Афарин, ҡыҙҙар! Үҙегеҙҙең күңел матурлығығыҙ, ҡул оҫталығығыҙ менән киләсәктә лә шулай донъяны биҙәп йәшәгеҙ!"-тип яҙған район гәзите.

Фото һәм текст сығанағы: "Таң" гәзите.

Игеҙәктәр кәрзин үрә
Игеҙәктәр кәрзин үрә
Игеҙәктәр кәрзин үрә
Игеҙәктәр кәрзин үрә
Игеҙәктәр кәрзин үрә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: