Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2023, 19:00

Тыл ветераны ҡартайырға ашыҡмай

95 йәшкә яҡынлашҡанда ла  шиғырҙарҙы яттан һөйләй

Тыл ветераны ҡартайырға ашыҡмай
Тыл ветераны ҡартайырға ашыҡмай

Көйөргәҙе районының “Айыҡ ауыл” конкурсының республика этабында ҡатнашыусы Кинйә-Абыҙ ауылы һөнәрле, йүнсел, айыҡ тормошҡа ынтылған кешеләре менән ғорурлана ала. Тиҙҙән үҙенең 95 йәшен билдәләйәсәк тыл хеҙмәтсәне Сайма Рахманғолова ла ауылдың хөрмәтле ағинәйе.

Ауыр Бөйөк Ватан һуғышы осорон кисерһә лә, тормошҡа, һәр көнгә  ҡыуанып йәшәй белә ул. 1943 йылдан 1948 йылға тиклем Свердловск өлкәһендә торф сығарған. Артабан уға төрлө эштәрҙе башҡарырға тура килгән: һауынсы ла, сөгөлдөрсө лә, һатыусы ла, һарыҡ ҡараусыла булып эшләгән. Тағы ла бер матур һыҙаты бар ветеран инәйҙең. Ул -  элек-электән шиғырҙарҙы яттан һөйләргә ярата. Бөгөн дә ул ошо күркәм сифатын юғалтмаған. Асыҡ зиһенле, шиғриәтте яратҡан Сайма инәйгә артабан да ауылының йәме булып йәшәргә яҙһын.

Фото һәм видео шәхси архивтан.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: