Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2023, 13:00

Умартасылар форумға йыйылды

Бөгөн Өфөлә Умартасылыҡ үҫеше форумы эшен башланы

Умартасылар форумға йыйылды
Умартасылар форумға йыйылды

“Торатау” конгресс-холында үткән сарала тармаҡтың алдынғы ғалимдары, Башҡортостандың билдәле умартасылар-практиктары, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре, шулай уҡ сит илдәр ҡатнаша.

Форумдың төп сараһы - "Умартасылыҡ үҫеше перспективалары" пленар сессияһы тип билдәләнгән. Сарала тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре ҡараласаҡ.

Форум сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола, унда эксперттар умартасылыҡтың көнүҙәк темаларын тикшерәсәк, борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барлаясаҡ. Мәҫәлән, бал ҡорттарының сәләмәтлеге һәм именлеге, уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау темаһы көнҡаҙағында буласаҡ.

Форум сиктәрендә хәйриә аукционы ойошторола. Төп лоттар — "Киләсәк умартасылығы" тип аталған художество күргәҙмәһе әҫәрҙәре, уның төп идеяһы — нейросеть селтәренең һәм кешенең умартасылыҡтың киләсәген нисек ҡабул итеүен күрһәтеү.

Умартасылар форумға йыйылды
Умартасылар форумға йыйылды
Умартасылар форумға йыйылды
Умартасылар форумға йыйылды
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: