Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Февраль 2023, 17:00

Яңы ышаныстар менән

Балаҡатай районы халҡы "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында йыл һайын әүҙем ҡатнаша

Яңы ышаныстар менән
Яңы ышаныстар менән

Балаҡатай районы халҡы "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында йыл һайын әүҙем ҡатнаша.

Быйыл райондың ун ауыл биләмәһендә йыйылыштар үткәрелде. Майғаҙы һәм Соколка, Айҙаҡай ауылдарында йәшәүселәр мәҙәниәт йорттарын ремонтлау буйынса проекттарҙы һайлаған. Апут һәм Кәркәй ауылдарында башланғыс мәктәп ҡоймаларын ремонтларға, Ләүәл ауылы халҡы паркта яңы спорт инвентары ҡуйырға ҡарар итә. Түбәнге Исҡуш ауылында шишмәгә илткән иҫке ағас баҫҡысты алмаштырыу өсөн тауыш бирҙеләр. Айғыръял ауылында йәшәүселәр Аръяҡ урамындағы яҡтыртыуҙы ремонтларға ҡарар иткән. Әбсәләм һәм Ҡәҙер ауылдарында зыярат ҡоймаһын ремонтлау өсөн материалдар һатып алынасаҡ. Быйыл бөтә проекттар ҙа лайыҡлы баһаланыр һәм конкурс буйынса үтер, тигән ышаныста балаҡатайҙар.

Фото: vk.com/belokatayski

Яңы ышаныстар менән
Яңы ышаныстар менән
Яңы ышаныстар менән
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: