Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2023, 14:00

Ауылпиаданың ярыштары ла ауылса булды

Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында бик шәп сара үткән.

Ауылпиаданың ярыштары ла ауылса булды
Ауылпиаданың ярыштары ла ауылса булды

Был хаҡта Баймаҡ районы Иҫке Сибай урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләлә Һөйөндөк ҡыҙы Рафиҡова яҙып ебәргән: 

"Тағы ла бурылдаған буранға ҡарап торманыҡ, бөгөн Ауылпиада-2023 үткәреп ебәрҙек. Был ауылса олимпиада булғас, ярыштар ҙа ауылсараҡ булды инде: трактор тәгәрмәсен әйләндереп йүгереү, санаға ултырып һөйрәү, утын бысыу, утын ярыу, уҡ атыу, арҡан тартышыу, гер күтәреү һәм башҡалар. Мәктәп балалары өсөн бик ҡыҙыҡлы эстафета үткәрелде.

Барлығы 100-ҙән ашыу кеше стартҡа сыҡты, һәммәһе лә үҙенең күңеленә ятҡан ярышта ҡатнашып, матур бүләк алды. Бүләктәр ысынлап шәп ине. Шулай булмай ни, ауылдаштар һаранланып торманы, иғәнә индерҙе. Һәр кемеһенә сауабын насип итһен!

Клуб фойеһында самауыр йырлап ултырҙы, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары өҫтәл тултырып тәмлекәстәр алып килгән ине, һәр ҡатнашыусы ҡайнар сәй эсеп, тәмле ризыҡтар менән һыйланды. Зифа, Альбина, Вәсилә, Алһыу апай һәм башҡа һылыуҙар, тәмле сәйегеҙ, яҡты йөҙөгөҙ өсөн рәхмәт!

Азамат Зәки улы, Салауат Арыҫлановтар, Хәмиҙә, Фаил Исрафил улы Ҡоланбаевтар, Азамат Ҡарабаев, Азаматовтар, һәм башҡа ойоштороу комитеты ағзалары башынан аҙағынаса ихлас ҡатнашты. Кемдең исемен яҙмағанмын, һәммәгеҙгә лә рәхмәт! Мәктәп уҡыусылары матур йыр-бейеүҙәре менән сараны йәмләне. Рәхмәт уҡытыусыларына!

Әйтмә тиһә лә, яҙам: был проекттың авторы, фотографы - улыбыҙ Фәрүәз Рафиҡов. Шөкөр, ауыл өсөн янып йөрөгән бала үҫтергәнебеҙгә шатмын. Һәммәгеҙгә лә Аллаһ Тәғәлә һаулыҡ, муллыҡ, бәрәкәт бирһен! Йорт-ил тыныс булһын, яу туҡтаһын!

Мин ниндәй ярышта ҡатнашҡан икән, тиһегеҙҙер инде))) Бәләкәстән ҡара эш эшләп үҫкән ауыл балаһы шул утын ярыуҙа ҡатнаша инде. Ҡышҡыһын утын ярыуы күңелле бит ул! Шарғат ҡына утын бер һелтәүҙә гәлсәр тауыш сығарып ярылып китә-ә-ә... Иҫегеҙгә төштөмө? Беҙ ҙә шул мәлде хәтерләп алдыҡ әле", - тип яҙған Ләлә Рафиҡова.

Ысынлап та, бик шәп сара үткән Йәнйегет ауылында. Ә һеҙҙең ауылдарҙа байрам көндәрендә ниндәй ярыштар үтте?

Фото: Фәрүәз Рафиҡов.

Ауылпиаданың ярыштары ла ауылса булды
Ауылпиаданың ярыштары ла ауылса булды
Ауылпиаданың ярыштары ла ауылса булды
Ауылпиаданың ярыштары ла ауылса булды
Ауылпиаданың ярыштары ла ауылса булды
Ауылпиаданың ярыштары ла ауылса булды
Ауылпиаданың ярыштары ла ауылса булды
Ауылпиаданың ярыштары ла ауылса булды
Ауылпиаданың ярыштары ла ауылса булды
Ауылпиаданың ярыштары ла ауылса булды
Автор: Карима Усманова
Читайте нас