Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2023, 16:00

Ике егет оло кешене үлемдән ҡотҡарған

Был осраҡта барыһын да сит кешенең бәләһенә битараф булмау, етеҙ ҡарарға килеү хәл иткән...

Ике егет оло кешене үлемдән ҡотҡарған
Ике егет оло кешене үлемдән ҡотҡарған

Медицина колледжы студенттары Альберт Нурмөхәмәтов менән Денис Николайчев Туймазыла ҡапыл хәле насарайған оло йәштәге кешенең ғүмерен ҡотҡарған.  

Егеттәрҙең “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына хәбәр итеүенсә, оло кешенең ҡапыл хәленең ауырайыуын Денис күреп ҡалған һәм машинаны туҡтатыуҙы һораған. Альберт автомобилде тиҙ генә туҡтатҡан.

“Был ваҡытта машинаны туҡталҡаға дөрөҫ ҡуйғанмынмы-юҡмы, уның асҡысы тураһында ла уйламағанмын”, - тип һөйләгән Альберт. Һүҙ кеше ғүмерен ҡотҡарыу тураһында барғанда бар нимә онотола шул.

Пенсионер егеттәргә фатирының һанын ғына әйтеп өлгөргән. Улар үҙ сиратында уны яҡындағы йорттағы фатирға килтергән һәм ишеген шаҡыған. Бәхеткә, ирҙең ҡыҙы ишекте асҡан һәм атаһының ниндәй диагноздар менән яфаланыуы тураһында әйткән.

Шунан йәштәр "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтен саҡыртыу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Паркинсон һәм шәкәр диабетынан яфаланған ирҙе медицина хеҙмәткәрҙәре ҡулына тапшырғас ҡына киткәндәр. Аҙаҡ, бер нисә көн үткәс килеп, оло йәштәге кешенең хәлен белешкәндәр. Ир ҡотҡарыусыларын шунда уҡ танып, рәхмәт әйткән.

Әле III курста белем алған егеттәр үҙҙәренең медицина юлын дөрөҫ һайлауына тағы бер тапҡыр инанған.

Фото:  Денис Николайчевтың шәхси архивынан.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: