Рәсәй Президенты Владимир Путин “ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә күрһәткән ҙур ҡаҙаныштары өсөн” Балтас районында йәшәгән Альбина Хәйҙәршинаға “Герой-әсә” тигән маҡтаулы исем бирҙе. Был туралағы Указ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Альбина Хәйҙәршина – 13 бала әсәһе! Альбина үҙе берҙән-бер бала булған һәм ҙур ғаилә ҡорорға хыялланған. Хәйҙәршиндар ғаиләһенең өлкән балалары инде үҙаллы йәшәй. Өлкән ҡыҙы Элитаға 27 йәш тулған, ғаиләһе менән ул Бөрөлә төпләнгән. Улы Артур – аграр вузды тамамлаған, атаһы менән бергә Өфөлә төҙөлөш ойошмаһында эшләй. Әлмир ӨДНТУ дипломын алған, армияла хеҙмәт итә. Ә Айгиз Хәйҙәршинды мәктәптән алып яҡшы йырсы булараҡ беләләр, Өфө сәнғәт училищеһы студенты педагогтарҙы ижади еңеүҙәре менән ҡыуандыра. Ул һәм уның ҡустыһы Айназ гер спортында ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Айназ автотранспорт техникумында уҡый.
Хәйҙәршиндар ғаиләһе өсөн был юғары награда беренсе түгел: 2014 йылда ғаилә “Ата-әсәлек даны” орденына лайыҡ булды.
“Герой-әсә” исемен ҡайтарыу тураһындағы Указға Владимир Путин 2022 йылдың 15 авгусында ҡул ҡуйҙы. Исем 1944 йылда булдырылған, һуңғы тапҡыр ул 1991 йылдың 14 ноябрендә тапшырылған.
Был исемде Рәсәй Федерацияһы гражданы булған 10 һәм унан күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар ала.
Исем менән бергә бүләкләнгән әсәләргә берәр миллион һум түләнергә тейеш.
Бөгөн Башҡортостанда 10 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 60 ғаилә бар. Исем алыу өсөн шулай уҡ ғаиләнең имен булыуы, уның ағзаларының береһенең дә хөкөмгә тарттырылмауы мөһим.
Әйткәндәй, исемде тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителгәндән һуң Башҡортостанда йәшәгән ҡатын тәүге тапҡыр был юғары исемгә лайыҡ булды.
Фото: "Башинформ".