Социаль селтәрҙә Баймаҡ-Сибай юлында төшөрөлгән видео таралды. Унда 4-5 бүре юл ситенән генә барып, Ирәндек тауына табан юллана.
Бынан ике-өс аҙна элек Белорет районында йәшәгән уҙаман эттәрен бүре тамаҡлап китеүе тураһында видеояҙма менән уртаҡлашҡайны. Ни өсөн бүреләр кешеләргә, ауылдарға яҡынлаша? Сөнки тап ошо мәлдә урман-ҡырҙа ҡар ҡалыная, бүреләргә ҡош-ҡорт, ҡуян һәм башҡа йәнлектәрҙе аулау ауырая. Ғәҙәттә, бүре сысҡан да тотоп ашай, әммә ҡалын ҡар аҫтынан был кимереүсене тотоу ҙа ҡыйынға төшә. Тап шуға күрә бүреләр ризыҡ эҙләп, ауылдарға яҡыная, кешеләр йөрөгән юлдарға сыға башлай.
Һунарсылар һәм белгестәр был осорҙа кәртә-ҡураны төнгөлөккә ныҡлы ябып тоторға, ә этте бәйҙән ысҡындырырға кәңәш итә. Шулай уҡ яңғыҙ-ярым йәйәүләп юлға сыҡмағыҙ.
Фото: adonius.club