Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2023, 20:00

Өфөнән Сәмәрҡәндкә – өс сәғәт эсендә!

Үзбәкстанға «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан тура рейс менән барырға мөмкин.

Өфөнән Сәмәрҡәндкә – өс сәғәт эсендә!
Өфөнән Сәмәрҡәндкә – өс сәғәт эсендә!

Сәмәрҡәнд – донъялағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе, ул Үзбәкстан Республикаһының үҙәгендә урынлашҡан һәм популяр туристик йүнәлештәрҙең береһе булып тора.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторолған ҙур эш һәм килешеүҙәр һөҙөмтәһендә Сәмәрҡәндҡә «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан тура рейс менән барырға мөмкин.

Рейстарҙы «Азимут» авиакомпанияһы аҙна һайын йома көндәрендә башҡара:

Өфөнән осоу – 6:35 сәғәттә (урындағы ваҡыт буйынса)
Сәмәрҡәндтән осоу – 10:30 (урындағы ваҡыт буйынса)

Авиабилеттарҙы компанияның рәсми сайтында йәки аэропорттың авиакассаһы аша һатып алырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Сығанаҡ: vk.com/anlatabiz102

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: