Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2023, 14:45

"Ағиҙел аръяғы – Өфөнөң иң перспективалы биләмәләренең береһе"

Алдағы 5-10 йылда унда яңы биҫтәләр төҙөләсәк.

"Ағиҙел аръяғы – Өфөнөң иң перспективалы биләмәләренең береһе"
"Ағиҙел аръяғы – Өфөнөң иң перспективалы биләмәләренең береһе"

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев социаль селтәрҙә яҙма ҡалдырҙы.

“Күсмә кәңәшмә сиктәрендә БР Төҙөлөш министрлығы, Өфө хакимиәте һәм подряд ойошмалары вәкилдәре менән “Ағиҙел аръяғы” биҫтәһенең капиталь төҙөлөш объекттары майҙансығында булдыҡ.

Өфөнөң Ленин районындағы “Затон-Көнсығыш” торлаҡ районы 21-се һәм 23-сө кварталдарында урамдар төҙөү барышын ҡараныҡ. Бөгөнгө көндә бында тупраҡ һибеү, ямғыр һыуы канализацияһын төҙөү эштәре алып барыла.

Шулай уҡ “Затон-Көнсығыш” канализация насос станцияһын һәм “Затон-Көнсығыш” ҡаҙна-канализация станцияһынан ҡаланың таҙартыу ҡоролмалары майҙансығына тиклем канализация коллекторын төҙөү барышы менән таныштыҡ. Был ике ҙур проект “Стимул” федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Ағиҙел аръяғы – Өфөнөң иң перспективалы биләмәләренең береһе, алдағы 5-10 йылда унда яңы биҫтәләр төҙөләсәк. Шуға күрә бөгөндән беҙ төҙөүселәребеҙ өсөн инфраструктура әҙерләйбеҙ. Объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты - 2024 йылдың декабре. Эштәр раҫланған графикка ярашлы бара. Артабан эшләйбеҙ!”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас