Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль 2023, 09:28

Ир бәхете – ғаилә менән хеҙмәттән

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Улар ауылдарында зат­лы тоҡомдан һанала. Ғәҙәттә, район үҙәгенән йыраҡ, төпкөлдә йәшәгән халыҡ үҙенең булмышы һәм йәшәйеше менән башҡаларҙан бер аҙ айырылып торғандай. Улар талантлы һәм һөнәрле, бар эште яҡшы белә, белемгә ынтылыштары көслө, алдарына ҡуйған маҡсаттарына һәр саҡ өлгәшә һәм, матур ғаилә ҡороп, эштәрендә ихтирам, хөрмәт ҡаҙана.

Бөгөнгө геройым да – тап шундай­ҙарҙың береһе. Баймаҡ районының Йылым ауылында тыуып үҫкән, әле Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән хөрмәтле ир-уҙаман Кирәймәргән Кейекбир­ҙиндең, тәүге тапҡыр осрашып, аралашырға тура килһә лә, ихлас, асыҡ йөҙлө булыуы һоҡландырҙы, күптәнге таныштар кеүек һүҙҙәр беректе, уртаҡ таныштар ҙа табылды.

Атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әғзәм Ғибат улы ауылда ағас һәм тимер оҫтаһы булып танылған, заман техникаһын биш бармағы кеүек яҡшы белгән ир-азаматтарҙың береһе була. Ҡатыны Һәҙиә Нәби ҡыҙы менән ете балаға ғүмер биреп, һәр береһен уҡытып, оло тормош юлына сыға­ралар. Кирәймәргән – ғаиләлә икенсе бала, исемде уға өләсәһе Шәмсиямал ҡуша. Кем белә, бәлки, ул ваҡытта ейәненең яҙыусы һәм ғалим Кирәй Мәргән кеүек ҙур кеше булып китеүен теләп тә шулай эшләгәндер.

Кейекбирҙиндәрҙең тамыры, ауылдарынан һут алып, нәҫел-нәсәптәре ырыҫлы булып, бөгөн барыһы ла тормош дилбегәһен ышаныслы тота. Сабый сағынан уҡ кешенең исеме ғүмер юлын билдәләй, тиҙәр. Бәләкәйерәк саҡта үҙенең исеменең оҙон булыуынан тиҫтерҙәре араһында бер аҙ тартынһа ла, үҫә төшкәс, күнегеп китә, ә инде хаҡлы ялға сыҡҡас, исемен ҡыҫҡартып әйтергә теләүселәрҙе төҙәтеп кенә ҡуя.

Йылым ауылындағы башланғыс мәктәптә белем алғас, артабан уҡы­уын Юлыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә дауам итә. Һигеҙенсе кластан һуң документтарын “Йылайыр” совхоз-техникумына тапшыра һәм киләсәктә агроном булырға хыяллана. Йылым­дарҙың төп шөғөлө урмансылыҡ була, шуға күрә туғандары ғына түгел, хатта ауылдаштары ла Кирәймәргән Әғзәм улының агроном һөнәрен һайлауына аптырап ҡала.

Ул ваҡытта йәш белгес йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрелә. Ҡулына диплом алғандан һуң, ул хеҙмәт юлын Күгәрсен районында башлай. 1972 – 1975 йылдарҙа Ҡыҙыл байраҡлы Төньяҡ флотында хеҙмәт итә, атом һыу аҫты кәмәһендә хәрби бурысын үтәгән өлкән старшина көндәлек һәм сәйәси әҙерлектәге уңыштары өсөн ике тапҡыр тыуған яғына ялға ҡайтарыла.

Артабан белемен дауам итергә, уҡытыусы һөнәренә ҡайтанан уҡырға тигән теләк менән әрме хеҙмәтенән ҡайтып төшә ул. Ата-әсәһе лә улдарының теләгенә ҡаршы килмәй. Ул ситтән тороп Бөрө дәүләт педагогия институтының биология бүлегендә белем ала. Ҡарамалы һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә уҡытыусы итеп эшкә ебәрелә. Үҙе кеүек уҡытыусы һөнәрен һайлаған Күсей ауылы ҡыҙы Мәғзүрә менән ғаилә ҡорғас, улар Әбделкәрим мәктәбенә эшкә ебәрелә.

1981 йылда йәш ғаилә тыуған яҡтарына эшкә ҡайта һәм бер йылдан Кирәймәргән Әғзәм улы Йылым һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған йәш етәксегә мәктәп коллективы ла, ауылдаштары ла бар яҡлап ярҙам күрһәтә, педагогтар коллективы менән тиҙ арала белем усағын районда танытыу йәһәтенән байтаҡ эш атҡарыла. Төпкөлдә белем алған Йылым уҡыусыларының әленән-әле район буйынса еңеүҙәре, олимпиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа призлы урын яулауҙары арта бара, мәктәп урмансылығының эше хатта республикала ла танылыу таба.

Үҙ эшенә етди ҡараған, заман ме­нән йәнәш атлаған маҡсатлы етәк­се­не 1986 йылда Ниғәмәт урта мәктәбенә директор итеп ебәрәләр. Тап ул етәкселек иткән йылдарҙа был белем усағы Рәсәйҙә “Йыл мәктәбе” исемен алыуға өлгәшә. Уның башланғысы менән ойошторолған “Өмөт” фольклор ансамбле районда ғына түгел, тотош республикала дан ҡаҙана. Башҡорт фольклоры менән ҡыҙыҡһыныусылар республика район һәм ҡалаларынан ғына түгел, хатта Япониянан да килә. Улар ябай ауыл мәктәбендә төҙөлгән ансамбль тураһында видеояҙма төшөрөп алып ҡайта.

Ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен педагогия эшенә арнаған Кирәймәргән Кейекбирҙин “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы”, “Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.

Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә –  ҡатын, тиҙәр. Әңгәмәсемдең хәләл ефете Мәғзүрә Ғаяз ҡыҙы – был йәһәттән ныҡлы терәк, ғаилә усағын һүндермәй һаҡлаған тоғро ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Ул үҙе лә районда иң хөрмәтле уҡытыусылар рәтендә, 27 йыл ҡала һәм район мәктәптәрендә математика уҡытыусыһы булып эшләй, 10 йылға яҡын район хакимиәтенең мәғариф идаралығында математика, информатика һәм физика фәндәре буйынса методист була. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “РСФСР-ҙың халыҡ мәға­рифы алдынғыһы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемдәренә лайыҡ булған хөрмәтле остаз, уҡыусыларының иң яратҡан һәм хөрмәт иткән педагогы ла.

Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, тигәндәй, Кирәймәргән Әғзәм улы сәнғәтте ярата, баянда өҙҙөрөп уйнай, моңло йырлай һәм ойоҫҡотоп бейей. Ҡулына баянын алһа, ҡатыны уға ҡу­шылып йыр һуҙа. Уларҙың сығышта­рын әле булһа уҡыусылары ла, уларҙың ата-әсәләре лә һағынып иҫкә ала, ҡунаҡ-мәжлестәрҙә туғандары һәм дуҫтары һәр саҡ йырлауын һорай.

Ғүмер баҫҡыстарын барлайбыҙ. 1995 йылда Кирәймәргән Кейекбир­ҙиндең хеҙмәт биографияһында яңы бит асыла. Ул Баймаҡ ҡала советы рәйесе урынбаҫары итеп ҡуйыла, 2004 йылда – Баймаҡ ҡала советы секретары, 2006 йылдан район советы секретары итеп тәғәйенләнә. Йылдар дауамында етәксе вазифаларҙа эшләү, район һәм ауыл тормошон яҡшы белеү Кирәймәргән Әғзәм улына власть менән халыҡ араһында бәйләнеш бул­дырырға ярҙам итә, ауыл биләмәләре башлыҡтары менән һәр саҡ бер-береһенә таянып эшләргә мөмкинлек тыуҙыра. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, өйҙә тик ултырмай, биш йылдан ашыу Баймаҡ автобус станцияһының начальнигы булып эшләй.

– 2016 йылда “миңә лә өйҙә ултырырға кәрәктер” тип эштән сыҡтым, – ти әңгәмәсем. – Әммә түҙеп буламы ни?! Тәүәккәлләп, үҙ эшемде асырға булдым. Иҙелбай тоҡомло һарыҡтар алып, уларҙы үрсетә башланым. Өс йыл һарыҡсылыҡ менән шөғөлләндем дә бөтөрҙөм уларҙы. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, беҙҙең тәбиғәт шарттарына ярашлы, йыл һайын ҡабатланғған ҡоролоҡ сәбәпле, мал көтөү еңелдән түгел. Ҡатын менән уйлаштыҡ та, хаҡлы ялда баҡса ултыртып, емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп һәүетемсә генә йәшәргә булдыҡ.

Гөлшан ҡыҙыбыҙ менән кейәүебеҙ Заһирға ейән-ейәнсәребеҙҙе үҫтерешергә ярҙам итәбеҙ. Ғаилә менән күмәкләшеп тыуған яғыбыҙҙың хозур тәбиғәте буйлап экскурсияға сығабыҙ, еләккә, бәшмәккә йөрөйбөҙ, йыл һайын йәмле Талҡаҫыбыҙҙың саф һыуында ҡойоноп, йән-тәнебеҙгә сихәт алабыҙ.

Бәләкәйҙән йәмле тәбиғәт ҡоса­ғында үҫкән кеше булараҡ, һунарсы затынан мин. Һунар итергә яратам, әммә йәнлек йә иһә ҡош атыр өсөн сыҡмайым, ундағы тәбиғәтте күҙәтергә, күңелемә ял һәм тыныслыҡ, көс алып ҡайтыр өсөн тәбиғәткә йөрөйөм. Йәштән яратҡан тағы ла бер шөғөлөм бар: фотоға төшөрәм. Ваҡытында бер кемдә лә булмаған “Зенит” фотоаппараты әллә күпме кешенең тормошон, тәбиғәттең илаһи мәлдәрен тотоп алырға, сағыу минуттарҙы мәңге­ләштерергә ярҙам итте. Бөгөн дә аҡ-ҡара төҫтәге фотоһүрәттәрҙе ҡарап, ул ваҡыттарҙы хәтерләп алам.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, ти халыҡ әйтеме. Был һүҙҙәр тап Кирәймәргән Кейекбирҙингә ҡарата әйтелгән, тиһәң дә була. Алда һанап киткән шөғөлдәренән тыш, уның атаһы кеүек ағас эшенә лә маһир булыу асыҡланды. Үҙенең оҫтаханаһында ағастан юнып, йышып төрлө хайуан-ҡош һындары яһай, шулай уҡ төрлө кәрәк-яраҡ әйберҙәр ҙә эшләй. Әле эшләнеп бөтмәгән болан һындары үҙ хужаһын көтөп ултыра. Оҫтаның уйында әллә күпме яңы идеялар бар.

Күптәр, хаҡлы ялға сығып, донъя­ның йәмен таба алмай, төшөнкөлөккә бирелә, Кирәймәргән Әғзәм улы өсөн иһә был осор – ҡасандыр күңелендә булып та, ваҡыты етмәгән эштәренең тормошҡа ашыуы, донъянан йәм табып, тирә-яҡҡа ҡыуанып бағыуы, оҙаҡ ваҡыт ҡулына тота алмаған баянына саң ҡундырмай уйнап, ҡатыны менән үҙҙәренең йәшлеген иҫкә төшөрөп, халыҡ йырҙарын йырлап алыуҙары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә ғәмһеҙ бала саҡ иленә ҡайтып, уның бар матурлығын тойоп йәшәй ул.

 
Кәримә УСМАНОВА

Баймаҡ ҡалаһы.

Читайте нас: